RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ауырыһаң, үҙеңә үпкәлә!

19.10.2010 Ауырыһаң, үҙеңә үпкәлә!

2011 йылдан «больничный»ҙар мәсьәләһе ҡатмарлаша
Ауырыһаң, үҙеңә үпкәлә!Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы «больничный»ҙар өсөн түләүҙең яңы ҡағиҙәһен тәҡдим итә.
Уға ярашлы, хәҙер 100 процент компенсация алыр өсөн 15 йылдан да кәм булмаған дөйөм стаж талап ителәсәк. Тимәк, бынан ары эш хаҡының 100 проценты күләмендә компенсация алыусылар ҡырҡа кәмейәсәк. Мәҫәлән, һигеҙ йылдан әҙерәк эшләүселәр – 60, 8 – 15 йылға тиклем стажы булғандар – 80, ә 15 йыл бил бөгөүселәр килеменең 100 проценты күләмендә аҡса аласаҡ. Әле иһә тулы «больничный» хеҙмәт кешеләренең 80 процентына түләнә.
Күптәр, хеҙмәт кенәгәһен юғалтыу сәбәпле, эш урынына икенсе, өсөнсө кенәгә алып килә. Киләсәктә был документтар менән бөтөнләй иҫәпләшмәй башлауҙары ла ихтимал. Ә стажды иҫбатлау иһә үтә ҡатмарлы процесҡа әйләнәсәк. Һәр хәлдә, был мәшәҡәт менән хеҙмәткәр үҙе шөғөлләнергә тейеш була.
Йәнә бер мөһим үҙгәреш «больничный» буйынса компенсация күләмен билдәләү өсөн уртаса эш хаҡын иҫәпләүҙе үҙгәртеүгә ҡағыла. Әлеге ваҡытта уртаса килем һуңғы 12 айҙан сығып иҫәпләнә. Яңы закон проекты буйынса ул 24 айға тиклем оҙайтылыуы ихтимал. Был туралағы тәҡдимдәр РФ Дәүләт Думаһына ебәрелгән дә инде.
Шуны билдәләргә кәрәк: яңы закон проектының хеҙмәт кешеһенә файҙаһы юҡ кеүек. Әммә уның эш биреүсе өсөн отош­ло булыуы ла икеле. Аналитиктар фекеренсә, эш биреүселәрҙең 35 проценты хеҙмәткәрҙәренән «больничный»ға сыҡмауҙарын үтенәсәк. Сөнки элек компания иҫәбенә ауырыған һәр кешегә ике көн компенсацияланғандан һуң ғына «хеҙмәткәр – социаль страховка фонды» мөнәсәбәте үҙ көсөнә инһә, артабан эш биреүсе иҫәбенә иҫәпләнгән мәлде өс көнгә тиклем арттырмаҡсылар.

Һандар

Бөгөн һигеҙ йылдан ашыу стажы булған кешегә «больничный» 100 процент күләмендә түләнә. Яңы закон проекты буйынса 100 процент «больничный» түләүенә дөйөм стажы 15 йылдан да кәм булмаған хеҙмәткәрҙәр генә өмөт итә ала. «Больничный» өсөн компенсация уртаса эш хаҡының 12 айы буйынса иҫәпләнә.
Бөгөн ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса иң юғары түләү 34,5 мең һум тәшкил итә.

Р. НУРИСЛАМОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Нисек бер көндә диспансерлаштырыу үтергә?

Эстә һауа ҡайҙан  йыйыла?

14.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Эстә һауа ҡайҙан йыйыла?


Тағы бер тапҡыр лимондың файҙаһы хаҡында

Нимә ул полиомиелит? Балаларҙы был сирҙән нисек һаҡларға?

Киҙеүҙән һәм һалҡын тейеүгә ҡаршы

Бала менән беренсе етди һөйләшеү

10.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Бала менән беренсе етди һөйләшеү


“Кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатмын”

Сәстәр нимә тураһында һөйләй?

08.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Сәстәр нимә тураһында һөйләй?


Гайморитты дауалайбыҙ

07.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Гайморитты дауалайбыҙ


Файҙалы эсемлектәр

06.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Файҙалы эсемлектәр


44, йәки тормош миңә ике дүртле ҡуйғанда...

Юл япрағы

04.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Юл япрағы