RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бер юлы ике шатлыҡ

15.05.2012 Бер юлы ике шатлыҡ

Күгәрсен районының Түбәнге Һаҙ ауылында, Семиречье утарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды
Башҡортостан Республикаһы Президенты беҙҙең районға эш сәфәре барышында һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайны. Ауылдарҙа урынлашҡан ФАП-тарҙың (фельдшер-акушерлыҡ пункты) хәле тураһында ла күп һүҙ әйтелде был осрашыуҙа.
Районыбыҙҙа 52 ФАП бар. Уларҙың күбеһе күптән төҙөлгән бәләкәй биналарҙа урынлашҡан. Техник йыһаздары ла яҡшынан түгел.
Шуныһы ҡыуаныслы: хәл яҡшыға үҙгәрә – ай ярымда ике ауылда өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп, сафҡа индерелде.
7 майҙа Түбәнге Һаҙ ауылы халҡы ҙур ҡыуаныс кисерһә, Еңеү көнөндә иһә Семиречье утарында ал таҫмалар ҡырҡылды.
Яңы биналарҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусин:
– Кешеләрҙең һаулығын ҡайғыртыу беҙҙең төп бурыс­тарыбыҙҙың береһе булып тора. Республикала ошо көндәрҙә асылған өс ФАП-тың икәүһе беҙҙең районда булыуына шатбыҙ. Үҙебеҙҙең төҙөүселәр һынатманы, улар­ға рәхмәт. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ниндәй матур биналар төҙөнөләр. Тиҙҙән Се­миречьела башланғыс мәктәп төҙөй башлаясаҡбыҙ, Кү­гәрсен, Побоище ауылдарында мәҙәни үҙәктәр яңыртыла. Мораҡ ауылында ҙур балалар баҡсаһы төҙөлә, Йомағужала реабилитация үҙәге реконструкциялана. Ауылда йәшәүселәргә бөтә яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ, – тине.
Ҙур ижтимағи әһәмиәткә эйә булған фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу – ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс. Кеше һау булһа, донъяһы ла теүәл: сөнки һаулыҡ – ҙур байлыҡ.

Ринат ӘЛИМҒУЖИН.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Улығыҙ үҙенең кәрәклеген тойорға тейеш

Хазина

15.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Хазина


Холестеринды  нормала тотоу –  һаулыҡты  һаҡлауға тиң

Аҡыллыға ишара

13.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Аҡыллыға ишара


Һырғанаҡ –  яратҡан еләк!

12.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һырғанаҡ – яратҡан еләк!


Телевизор һәм балалар

11.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Телевизор һәм балалар


Өшөгәндән  мең дә бер...  булмаһа ла,  өс кәңәш!

Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?

09.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?


Оло һынауға дусар Гөлназ

08.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Оло һынауға дусар Гөлназ


Ҡойҙом йомаҡ

05.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡойҙом йомаҡ


Бронхиаль астманы дауалау

03.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бронхиаль астманы дауалау


Билдәле генетиктың оҙаҡ йәшәү сере