RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Төп иғтибар – дарыуҙарға!

14.09.2010 Төп иғтибар – дарыуҙарға!

Төп иғтибар – дарыуҙарға!Әҙәм балаһын аҙыҡ-түлектең ҡиммәтләнеүе, коммуналь тү­ләү­ҙәрҙең күтәрелеүе генә түгел, дарыу хаҡы ла борсоуға һалыу­сан. Шуға ла дәүләт һуңғы осорҙа һаулыҡ өсөн мөһим булған медицина препараттарының хаҡын «теҙгенләү»гә айырыуса етди иғтибар бүлә.
Төп маҡсат шунан ғибәрәт: был өлкәлә ныҡлы контроль булдырып, хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуймау. Хәҙер фармацевтарға элекке схема буйынса етештереүсенән дарыуҙарҙы һатып алып, күпме теләй, шунса хаҡ өҫтәп һатыу мөмкинлеге бөтөрөлә. Һанап үтелгән әлеге саралар­ҙың закон менән нығытылыуы ошо эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе лә инде. Һүҙебеҙ 1 сентябрҙән ғәмәлгә ингән «Дарыуҙар әйләнеше тураһында» яңы федераль закон тураһында.
Яңы закон нигеҙендә, Рәсәйҙә етештерелгән да­рыуҙарға ла, сит илдекеләргә лә берҙәм шарттар булдырылды. Яңы законда яңы да­рыуҙарҙы теркәү ваҡыты билдәләнә. Ул оригиналь дарыу­ҙарға – 210, уларҙың аналогы өсөн 60 көн тип иҫәпләнә. Белгестәр фекеренсә, был алым яңы һәм сифатлы дарыуҙарҙың Рәсәй фармацевтика баҙарына ваҡытында килеп инеүенә йоғонто яһаясаҡ. Йәнә бер яңылыҡ: бынан ары препараттарҙы теркәү РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығына бирелһә, дәүләт контроле «Роспотреб­надзор»ға йөкмәтелә.
Шулай уҡ дарыуҙы теркәгәндә берҙәм дәүләт һалымының күләме 670 мең һумдан 300 мең һумға тиклем төшкән. Һалымдан килгән табыш федераль бюджет иҫәбенә йүнәлтеләсәк. Әлеге үҙгәрештәрҙең производствоны яйға һалыуға, уны донъя стандарттарына яраҡлаштырыуға ышаныслы аҙым булырына өмөт ҙур. Мәҫәлән, яңы закон буйынса предприятиелар 2014 йылға тиклем Европа стандарттарына күсеп бөтөргә тейеш.
Яңы закон ауыл халҡын да иғти­барһыҙ ҡалдырмай. Әйтәйек, 1 сентябрҙән ауыл фельдшерҙарына дарыу һатыу рөхсәт ителде. Тик бының өсөн тәүҙә белемеңде камиллаштырып, лицензия алыу за­рур. Тимәк, бәләкәй генә төймә артынан район үҙәгенә йө­рөү онотоласаҡ, тигән һүҙ был. Ә хаҡтарға килгәндә, социаль әһәмиәтле дарыуҙарҙың хаҡтары – 2,7, күмәртәләп һатыуҙа 5,4 процентҡа кәмей икән. Белгестәр фекеренсә, әлеге механизм хаҡтарҙы тотороҡландырыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.
Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, был төр дарыуҙарға һәр төбәк өҫтәмә хаҡ билдәләргә хоҡуҡлы. Был туралағы мәғлүмәт менән дарыуханаларҙа яҡындан танышырға мөмкин.

Р. НУРИСЛАМОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Тормош  һабаҡтарын  тыныс ҡабул  итергә  өйрәнегеҙ

Шиңмәҫгөл (бессмертник песчаный)

23.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шиңмәҫгөл (бессмертник песчаный)


Быуындар  һыҙлағанда

21.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Быуындар һыҙлағанда


Оҫта ҡуллы табип

21.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Оҫта ҡуллы табип


Үләндәрҙең  файҙаһын күрегеҙ

20.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үләндәрҙең файҙаһын күрегеҙ


“Һаулыҡ формулаһы” – изгелек менән  ауылдарға!

Дегәнәктең дә файҙаһы бар

16.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Дегәнәктең дә файҙаһы бар


Дауалау ванналары

14.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Дауалау ванналары


«Ваҡытым һанаулы:   кейәүгә сыҡҡым,  бала тапҡым килә»

Куркуманан әҙерләнгән шифалы эсемлек

Сәстәр өсөн  бәлзәм

11.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Сәстәр өсөн бәлзәм


Бала имеҙгәндә помидор ашарға яраймы?