RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

Башҡорт халҡының милли кухняһы ифрат бай. Ул үҙенең төрлөлөгө, тәмлелеге менән генә түгел, сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуы менән дә айырылып тора. Мәҫәлән, ҡымыҙ, бал һәм ҡоротто ғына алайыҡ. Уларҙың шифалы үҙенсәлектәре һәм әллә күпме ауырыуға дауа булып тороуы хаҡында күптән билдәле.

Бөгөн ошондай уҡ шифалы ризыҡтарыбыҙҙың береһе – талҡанға туҡталып үтәйек. Билдәле булыуынса, уны борон ата-бабаларыбыҙ бой­ҙайҙан әҙерләгән. Тәүҙә бойҙайҙы утта ҡыҙҙырып, ҡурмас эшләнгән. Һуңынан уны ҡул тирмәнендә тартып, майға ҡушып йомарлағандар. Бына шулай әҙерләнгән талҡан. Бер ҡыйынлығы ла юҡ, ә организм өсөн файҙаһы ғәйәт ҙур. Әйткәндәй, ул туҡлыҡлы, асығыу тойғоһон тиҙ баҫа. Өҫтәүенә, боҙолоп бармай, юлда йөрөгәндә уңайлы. Асыҡтыңмы, тиҙ генә ҡапҡылап алырға мөмкин. Борон шулай иткәндәр ҙә, юл моҡсайҙарына талҡан, кип­терелгән ҡорот һалып ал­ғандар.

Әле лә республикабыҙҙың ауылдарында өҫтәл түрендә был ризыҡты күрергә мөмкин. Айырыуса Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондарында милли ризығыбыҙ – талҡанды онотмайҙар.

Талҡанда аҡһымдар һәм углеводтар организм тарафынан үҙләштерелеү өсөн иң кәрәкле күләмдә. Бынан тыш, унда бик мөһим минераль матдәләр – цинк, магний, тимер, кальций, селен да бар. Уны үҙләштереү өсөн артыҡ энергия талап ителмәй. Шыт­тырылған бойҙайҙан әҙерлән­гән талҡан айырыуса яҡшы. Уның организмдағы мөһим процестар өсөн яуап биреүсе мейегә файҙаһы ҙур.

Талҡандың тағы бер шифалы үҙенсәлеге шунда: ул эсәктәр аша үткәндә үҙенә ағыулы матдәләрҙе һеңдерә һәм организмдан сығарыуға булышлыҡ итә.

Күҙәнәклеккә бай булыуы сәбәпле, талҡан эсәктәр эш­мә­кәрлегенә ыңғай йоғон­то яһай, эс ҡатыуынан ары­нырға булышлыҡ итә, шуның эҙем­тәһе булараҡ, тирене таҙарта.

Уның ярҙамында яралар бөтәшә, тире йәшәрә, сәс яҡшы үҫә, тырнаҡтар һы­ныу­ҙан туҡтай.

Шәкәр диабеты менән сир­ләүселәр өсөн дә талҡан бик яҡшы аҙыҡ булып тора. Ғәҙәттә, диабетиктарға ҡа­рабойҙай ярмаһы ашарға ҡушалар. Әммә уны көн һайын ҡуллана башлаһаң, ялҡыта. Ә талҡан аҡһымдарға бай булыу йәһәтенән бер ҙә ҡалышмай. Өҫтәүенә, төрләндереп, унан башҡа ризыҡтар әҙерләргә мөмкин.

Һуңғы ваҡытта, талҡанды яман шештең ҡайһы бер төрҙәрен иҫкәртеүҙә файҙа­ланырға мөмкин, тигән фе­керҙәр ҙә ишетелә башланы. Мәҫәлән, күкрәк яман шеше менән ауырыу хәүефенә ҡараған ҡатындарға файҙа­лы. Шулай уҡ көн һайын уны туҡланыу рационына индер­гәндә, йыуан эсәк рагы менән сирләү хәүефе лә кәмей.

Ҡайһы бер ауырыуҙарҙы дауалауҙа талҡанды ҡулланыу ҙа иҫ киткес һөҙөмтә бирә. Ауырыуҙарҙың күреү һәләте яҡшыра, тештәре нығый, хәрәкәтсәнлеге арта, сәстәре ҡуйыра һәм битенең төҫө матурая. Йәғни организм йәшә­рә. Талҡандың үпкә ялҡын­һыныуы, ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһы, экземаны, бөйөр һәм үт ҡыуығындағы таш ауырыуын дауалауҙа ярҙам итеүе раҫланған. Үҙеңдең хәлеңде яҡшыртыу өсөн уны көнөнә 4 – 5 ҡалаҡ ашау ҙа етә.

Билдәле булыуынса, тал­ҡандың калорияһы әҙ. Шуға күрә ул ябығырға теләүсе­ләргә маҡсатына ирешергә ярҙам итер. Калорияһы әҙ булһа ла, талҡанды артыҡ күп ашап булмай, тиҙ генә туйыу тойғоһо барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта ул углеводтар һәм май алмашыныуын яҡшырта. Шуға күрә лә был аҙыҡ һимеҙҙәр диетаһына инде­релгән.

Өҫтәүенә, талҡан ашағанда эсәктәр һәр саҡ таҙарынып тора һәм уларҙың лайлалы ҡатламы тергеҙелә. Талҡан­дағы бойҙайҙың ҡабығы эш­кәртелмәй, ә яҡшы һепертке кеүек барлыҡ артыҡ нәмәне таҙартып сығара. Һөҙөмтәлә эсәктәрҙең эшмәкәрлеге яҡ­шыра һәм кәүҙә ауырлығы нормалләшә.

Талҡан йәшәүгә көс бирә, сәләмәтлек өҫтәй. Уны аша­ған бала яҡшыраҡ үҫә һәм тиҙ арып бармаясаҡ. Әлеге ва­ҡытта бигерәк тә йәштәр араһында популяр булған фаст-фуд, гамбургер һәм шаурмаларға ҡарағанда, ул туҡлыҡлы һәм күпкә файҙалы. Ата-бабаларыбыҙ белгән нимә ашарға.

Талҡан менән бер инсә рецепт



Коктейль
Бер стакан кефир йә йогуртҡа бер-ике ҡалаҡ талҡан өҫтәргә. Бик шәп иртәнге аш килеп сыға. Ә ябығырға теләү­селәргә киске ашҡа ла шуны уҡ тәҡдим итергә мөмкин.

Эс ҡатҡанда

Иртәнге аштан ярты сәғәт алда ике бал­ғалаҡ талҡанды һыуға ҡушып эсергә. Төшкө­лөккә талҡандан теләгән ризыҡ әҙерләп ашарға. Кис­келеккә ике балғалаҡ талҡанды кефирға ҡушып эсергә мөмкин.

Тәбиғи косметика

- Бер ҡалаҡ тал­ҡанды ярты стакан ҡайнар һыуға һа­лып бутарға һәм, әҙерәк һы­уынғас, битте ыуырға мөм­кин.
- Ике ҡалаҡ тал­ҡанды ярты стакан ҡайнар һыуға һалып, бер ҡалаҡ бал һәм ике ҡалаҡ ҡаймаҡ йә үҫемлек майы ҡушырға. Ҡоро, ҡояшҡа янған йә елгә елһенгән тирегә бик яҡшы битлек килеп сыға.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…

Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур