RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур

25.08.2019 Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур

Баҡсала йәшелсә-емештәр өлгөрҙө. Уларҙың әле иң тәмле һәм файҙалы сағы. Организмды витаминдар һәм минераль матдәләр менән байытып ҡалырға ашығайыҡ. Ҡыяр ҡарап тороуға ябай ғына йәшелсә. Әммә уның да организмға файҙаһы етерлек.

Ҡыярҙың тыуған иле – Һин­достан. Был үҫемлектең ҡырағай төрө бынан алты мең йыл элек тирәһе үк индустарға билдәле булған. Ул әле лә дымлы һәм еүеш климатта ағас олондарын уратып үҫә. Ҡыярҙы борон-борондан күп илдә үҫтергәндәр һәм юғары баһалағандар. Грецияла Сикион тигән ҡала булған, йәғни «ҡыярҙар ҡалаһы». Рәсәйгә иһә был йәшелсә Византиянан кил­гән. Был хаҡта уның атамаһы һөй­ләй. «Агурос», грек теленән тәр­жемә иткәндә, «бешмәгән, өлгөр­мәгән» тигәнде аңлата. Шуға ла уны бешер-бешмәҫ ашайҙар. Үтә ныҡ өлгөргәндәре һарғайып, тәмһеҙләнә башлай.

Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡыярҙы тоҙлай башлайҙар. Биге­рәк тә Суздаль һәм Новгород өлкә­ләре үҙҙәренең тоҙло ҡыяр­ҙары менән дан ала. Суздалдә йыл һайын Ҡыяр көнө билдәләнә. Был көндә уның данлыҡлы ҡыярын ауыҙ итеү өсөн төрлө илдән ҡунаҡтар йыйыла.

Ҡыяр тулыһынса тиерлек һыу­ҙан торғанлыҡтан (95 – 97 процент), энергетик ҡиммәте күп түгел, 100 грамға 30 ккал тура килә. Шуға күрә уны артыҡ кәүҙә ауырлығы менән интегеүселәргә тәҡдим итәләр. Ваҡыт үтеү менән был йәшелсәлә калий, натрий, магний, тимер, кремний, фосфор, көкөрт, баҡыр, йод кеүек минераль матдәләр булыуы асыҡ­лана. Баҡыр, мәҫәлән, нервы системаһы эшмәкәрлеге, мускулдар тонусын һаҡлау, ҡан әйләнеше өсөн бик тә файҙалы. Организмға ул етмәгәндә бала­ның аҡыл үҫеше тотҡарлана.

Ҡыярҙа шулай уҡ С витамины, каротин, тиамин, рибофлавин, фолий һәм пантотен кислоталары бар.

Тоҙло ҡыярҙы тәме өсөн күптәр ярата, ул ашаған аҙыҡтағы аҡһымдарҙы һәм майҙарҙы үҙләштерергә лә булышлыҡ итә.

Яңы өҙөлгән йәшелсәлә май­ҙарҙың әҙ һәм күҙәнәклектең күп булыуы эсәктәрҙең эшмә­кәр­леген яҡшырта. Был иһә айырыуса эсе ҡатып интегеүселәр өсөн мөһим. Бынан тыш, күҙә­нәклек эсәктәге ҡайһы бер зарарлы мат­дәләрҙе йота һәм ундағы сереү процесын кәметеп, микрофло­раһын яҡшырта. Бер үк ваҡытта ул организмдан холестеринды ла өлөшләтә сығара һәм ниндәйҙер кимәлдә атеросклероздың үҫе­үенә юл ҡуймай.

Яңы өлгөргән ҡыяр бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә, ашҡаҙандың әселеген кәметә. Шуға күрә лә шәкәр диабеты менән һиме­реүҙән, полиартриттан, бө­йөр ауырыуҙарынан ҡыяр диета­һы­ның файҙаһы ҙур. Мәҫәлән, быуындар ауыртҡанда һәм үксә тибенгеһенән (шпоры) биш тәү­лек дауамында ас ҡарынға 300 г яңы өҙөлгән ҡыяр ашарға тәҡдим итәләр. Аҙаҡ биш көн ял итергә һәм дауалау курсын тағы ҡа­батларға. Шул рәүешле бар­лығы 4 – 5 курс үткәрергә.

Ғөмүмән, ҡыяр диетаһы бик тә файҙалы. Уны аҙнаһына бер тапҡыр үткәреп торорға кәңәш ителә. Иң яҡшыһы шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре. Был осраҡта көн буйы тик ҡыяр ғына ашарға кәрәк (1,5 – 2 кг). Бындай диета организмдан токсиндарҙы, артыҡ һыуҙы, тоҙҙарҙы сығарырға булышлыҡ итә.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…

«Ауыр көндәр»ҙе нисек үткәрергә?

22.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Ауыр көндәр»ҙе нисек үткәрергә?


Панарицийҙан бармы панацея?

20.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Панарицийҙан бармы панацея?


Ни өсөн сәтләүекте һыуҙа ебетергә кәрәк?

Быуын сәскә (цикорий)

18.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Быуын сәскә (цикорий)


Күрем тураһында “уңайһыҙ” һорауҙар һәм уларға яуаптар

Тик ултырыуҙың муйынға зыяны

16.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тик ултырыуҙың муйынға зыяны


Аналыҡ төшөүе

14.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Аналыҡ төшөүе


Киләсәк тураһында  борсолоп, бөгөнгөнөң ҡәҙерен юғалта күрмәгеҙ

Боланут (иван-чай, кипрей)

11.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Боланут (иван-чай, кипрей)


Ашҡаҙанда ризыҡтың эшкәртелеү ваҡыты

Бал ҡорто саҡһа…

08.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал ҡорто саҡһа…