RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тирене ҡояштан нисек һаҡларға?

18.07.2019 Тирене ҡояштан нисек һаҡларға?

Бала саҡтан, ҡояш, һауа һәм һыу – беҙҙең иң тоғро дуҫтарыбыҙ, тип инанып үҫкәнбеҙ. Ҡояшта ҡыҙыныу – сәләмәтлек нигеҙе, тигән төшөнсә лә ҡаныбыҙға һеңгән. Әммә был ике яҡлы: организм өсөн файҙаһы ла күп, ә инде кәрәгенән артып китә икән, зыяны ла бар.

Мәҫәлән, иммун системаһының ҡаҡшауы һәм тире яман шеше кеүек етди ауырыуҙарҙың көсәйеү хәүефе арта. Ҡояш нурҙары аҫтында оҙаҡ булыу тиренең ваҡытынан алда ҡартайыуына этәргес бирә. Шулай уҡ көн үҙәгендә ҡояшта ҡыҙыныу тиренең яныуына ла килтереүе ихтимал. Шуға күрә самаһын белеп, әҙ-әҙләп кенә ҡыҙынырға мөмкин.


Ҡояштан нисек һаҡланырға?



- Тирене ҡояштан һаҡлау өсөн, көндөҙгө сәғәт 12 менән 3 араһында урамға сығырға тырышмағыҙ. Көн ныҡ эҫе булғанда көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 5-кә тиклем дә тышта йөрөргә кәңәш ителмәй. Ә ҡыҙыныу ҡәтғи тыйыла. Сөнки тирегеҙҙе яндырыу ғына түгел, башҡа эҫе ҡаптырыу хәүефе лә көсәйә.
- Еләҫ көндә лә ҡояшта йөрөү ваҡытын сикләгеҙ. Ел тәнегеҙҙе һыуытып торғанлыҡтан, ҡояшҡа яныуығыҙҙы үҙегеҙ ҙә һиҙмәй ҡалырһығыҙ. Шулай уҡ ҡыҙыу ҡояш аҫтында еүеш тире менән дә торорға ярамай. Сөнки һыу тамсылары линза ролен үтәп, ультрафиолет нурҙарҙың йоғонтоһон көсәйтәсәк. Шуға күрә һыу инеп сыҡҡандан һуң, тирегеҙҙе мотлаҡ таҫтамал менән ҡороторға онотмағыҙ.
- Эҫе ҡояшлы көндә асыҡ сағыу төҫтәге кейемгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Сөнки ҡара төҫтәр йылыны үҙенә тарта, ә аҡтары, киреһенсә, уны этәрә. Шулай уҡ тәбиғи туҡыманан тегелгән кейем һайларға тырышығыҙ. Улар “тын ала”, эҫе булмаясаҡ, ә синтетик әйберҙәр иһә ҡояшта тәнде тағы ла нығыраҡ ҡыҙҙырасаҡ.
- Башығыҙҙы ҡояштан һаҡларға онотмағыҙ, юғиһә эҫе ҡабыуы бар. Бының өсөн киң ситле эшләпәләр ҡулай, төрлө панама, кепка, аҡ төҫтәге яулыҡ та ярай. Иң мөһиме – башығыҙ асыҡ булмаһын.
- Тирене ҡояштан һаҡлаусы махсус кремдар һәм спрейҙарҙы ҡулланығыҙ. Ҡояшта оҙаҡ булғандан һуң, тирене дымландырыусы һәм витаминдар менән туҡландырыусы кремдар һөртөгөҙ.
- Өйҙә ҡул аҫтында булған сараларҙан иһә беҙҙә кефир менән ҡатыҡты файҙаланһалар, Францияла янған һәм ҡыҙарған тирегә лимон киҫәктәре һалалар.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Панарицийҙан бармы панацея?

20.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Панарицийҙан бармы панацея?


Ни өсөн сәтләүекте һыуҙа ебетергә кәрәк?

Быуын сәскә (цикорий)

18.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Быуын сәскә (цикорий)


Күрем тураһында “уңайһыҙ” һорауҙар һәм уларға яуаптар

Тик ултырыуҙың муйынға зыяны

16.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тик ултырыуҙың муйынға зыяны


Аналыҡ төшөүе

14.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Аналыҡ төшөүе


Киләсәк тураһында  борсолоп, бөгөнгөнөң ҡәҙерен юғалта күрмәгеҙ

Боланут (иван-чай, кипрей)

11.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Боланут (иван-чай, кипрей)


Ашҡаҙанда ризыҡтың эшкәртелеү ваҡыты

Бал ҡорто саҡһа…

08.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал ҡорто саҡһа…


Йәйҙең көтөлмәгән бәләләренән ярҙамға

Организмды таҙартыу өсөн диета

27.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Организмды таҙартыу өсөн диета