RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һыу инегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ

11.07.2019 Һыу инегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ

Йәй – отпуск, каникул мәле. Әлбиттә, көтөп алған ялды һәр кем һыу буйында үткәрергә тырыша. Әммә ошо матур, ҡыуаныслы осор бәхетһеҙлеккә, ҡара ҡайғыға әүерелмәһен өсөн һыу ингәндә бик һаҡ булырға кәрәк. Статистика буйынса, йыл һайын һыу ятҡылыҡтарында уртаса 10 мең кеше һәләк була. Шуға күрә һыу ингәндә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тотоу мөһим.

1. Йөҙә белеү генә һыуҙа хәүеф­һеҙлекте тәьмин итә тигән һүҙ түгел. Хатта бик яҡшы йөҙгән кешенең дә һыуҙа арыуы, йә булмаһа, аяҡ-ҡулын көҙән йыйырыуы ихтимал. Шунлыҡтан, йөҙә белеүгә генә ышанып, тәрәнгә барырға һәм алыҫҡа йөҙөргә ярамай. Ә инде йөҙә белмәгән кешеләргә билдән тәрән һыуҙа йөҙөү бөтөнләй тыйыла.
2. Махсус йыһазландырылмаған урын­дарҙа һыу инеүҙән тыйылырға кәрәк. Сөнки бындай урындарҙа һыу аҫты тикшерелмәгән һәм сүп-сарҙан таҙар­тылмаған була, ә унда нимә генә ятмауы мөмкин.
3. Таныш булмаған урында һыуға сумыуҙан да һаҡланығыҙ. Һыу төбөндә ятҡан таш, ағас ботағы, тимер-томор ҡазаға килтереүе бар.
4. Температура режимына ла иғтибар итергә онотмағыҙ. Һауа температураһы 20 градустан түбән булғанда һыу инергә кәңәш ителмәй, сәләмәтлеккә зыян килеү хәүефе һағалай. Ә башҡа ваҡытта һыуҙа 20 – 30 минуттан оҙағыраҡ булырға кәңәш ителмәй. Юғиһә өшөү йөрәк тибешенең йышайыуына һәм тын етмәүгә килтереүе мөмкин. Белгестәр ашағандан һуң 2 сәғәт үткәс кенә һыу инергә кәңәш итә.
5. Йыш ҡына тап балалар һыу ҡорбанына әүерелә. Шунлыҡтан уларҙың үҙҙәрен генә һыуға яҡын ебәрергә ярамай, әлбиттә. Кескәйҙәр менән һыу буйына барҙығыҙ икән, ҡарап ҡына торорға кәрәк. Бала йөҙә белһә лә, үҙенең көсөн дөрөҫ иҫәпләмәй, арып, хәлдән тайыуы ихтимал. Өҫтәүенә, улар һыуҙа ололарға ҡарағанда тиҙерәк өшөй.
6. Ҙур һыу ятҡылыҡтарында кәмәлә йә катамаранда йөҙгәндә махсус жилет кейергә онотмағыҙ. Кәмә әйләнеп китһә, башҡа бер нәмә лә һеҙҙе ҡотҡара алмаясаҡ.
7. Эскән килеш һыу инеү ҡәтғи тыйыла. Һыуға батып үлеүселәрҙең яртыһынан күбеһен тап шулар тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, быны һәр кем яҡшы аңларға тейеш.
8. Кәмәләргә, караптарға яҡын барырға ла ярамай, тән йәрәхәттәре алыу хәүефе көслө.
9. Һыу эсендә сумып, баҫтырышып, айырыуса батырышып уйнау хәүефле. Кеше һыу ингәндә былай ҙа тиҙ арый, уйындан уймаҡ сығарыуҙан һаҡланығыҙ.
10. Һәм, әлбиттә, һыу ятҡылығын, сүп-сар ҡалдырып, бысратыу тыйыла.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әсә иң тәүҙә балалары хаҡында уйларға тейеш

Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыу

21.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыу


Ярылған үксәгә –  дегәнәк япрағы

20.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ярылған үксәгә – дегәнәк япрағы


Хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам итеүсе аҙыҡтар

Тирене ҡояштан нисек һаҡларға?

18.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тирене ҡояштан нисек һаҡларға?


Ысын мөхәббәт ғәйбәткә ҡарамай

15.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ысын мөхәббәт ғәйбәткә ҡарамай


Бауырығыҙ борсоһа,  йыш ауырыһағыҙ…

Йүкә сәскәһе шифалы

12.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йүкә сәскәһе шифалы


Үҙ-ара “һуғыш”та иң тәүҙә балалар зыян күрәсәге хаҡында онотмағыҙ

Уңыштар һиңә, Дилә!

06.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Уңыштар һиңә, Дилә!


Аритмия –  йөрәк ауырыуы,  әммә нервыларҙы  ла  дауаларға кәрәк

Анальгин зыянлымы?

04.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Анальгин зыянлымы?