RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Уңыштар һиңә, Дилә!

06.07.2019 Уңыштар һиңә, Дилә!

Өфө ҡалаһының 2-се поликлиникаһында эшләүсе йәш, мөләйем табип Дилә Малик ҡыҙы бала саҡтан табип булырға хыяллана. Ғаиләлә төпсөк бала булараҡ, ата-әсәһе ауырып киткәндә, бөтә теләге уларға дөрөҫ ярҙам күрһәтеү була. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған уҡыусыға медицина университетына уҡырға инеүе бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай.

– Документтарымды БДУ-ның иҡтисад факультетына һәм Башҡорт дәүләт медицина университетына тапшырғайным, икеһенә лә үттем. Әлбиттә, табип булырға күптән хыялланғанлыҡтан, медицинаны һайланым, – ти ул.

Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлеген тамамлап ҡына туҡтап ҡалмай тырыш ҡыҙ. Тағы ике йыл йөрәк ауырыуҙары буйынса белемен камиллаштыра.
– Үҙемде ошо өлкәлә ышаныслыраҡ тоям, – ти ул.

Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ, тигән принципҡа таянып эшләй. Ошоға бәйле үҙенең практикаһында булған бер ваҡиғаны ла һөйләп үтте:
– Районда эшләгәндә бер апай 12 йәшлек улы менән килде. Улының хәлһеҙләнеүенә зарланып торҙо. Йөрәген һәм тын юлдарын тикшереп ҡарағас, унда патология барлығын аңлаттым. Әсәй кеше ышанманы. Тағы бер йылдан һуң улының тыны ҡыҫылып, бөтөнләй хәле бөткәс, тағы табипҡа мөрәжәғәт иткәндәр. Һөҙөмтәлә уны ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатҡандар һәм саҡ ҡотҡарып ҡалғандар. Һуңынан Өфөгә килеп, мине эҙләп табып, рәхмәт әйтеп китте.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшен яратып башҡарыусы, һәр ауырыуға ваҡытын, иғтибарын һәм йылы һүҙен йәлләмәгән табипты ауырыуҙар ҙа яратып өлгөргән. Уның артабанғы изге эшендә уңыштар теләргә генә ҡала.



Автор: Ә. КАМАЛЕТДИНОВА
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Әсә иң тәүҙә балалары хаҡында уйларға тейеш

Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыу

21.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыу


Ярылған үксәгә –  дегәнәк япрағы

20.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ярылған үксәгә – дегәнәк япрағы


Хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам итеүсе аҙыҡтар

Тирене ҡояштан нисек һаҡларға?

18.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тирене ҡояштан нисек һаҡларға?


Ысын мөхәббәт ғәйбәткә ҡарамай

15.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ысын мөхәббәт ғәйбәткә ҡарамай


Бауырығыҙ борсоһа,  йыш ауырыһағыҙ…

Йүкә сәскәһе шифалы

12.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йүкә сәскәһе шифалы


Һыу инегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ

11.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һыу инегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ


Үҙ-ара “һуғыш”та иң тәүҙә балалар зыян күрәсәге хаҡында онотмағыҙ

Аритмия –  йөрәк ауырыуы,  әммә нервыларҙы  ла  дауаларға кәрәк

Анальгин зыянлымы?

04.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Анальгин зыянлымы?