RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Ирем балаларымды минең кеүек бөтә йөрәге менән яратмай һымаҡ...»

03.06.2019 «Ирем балаларымды минең кеүек бөтә йөрәге менән яратмай һымаҡ...»

Беҙ йәш ғаилә. Ике балабыҙ бар. Малайыбыҙға – биш, ҡыҙыбыҙға өс йәш. Иптәшем яҡшы, һәйбәт кеше, Аллаға шөкөр. Мин балаларымды ныҡ яратам, ҡурсалайым, борсолам. Берәй нәмә булһа, йүгереп йөрөйөм: дауахана, баҡса, түңәрәктәр. Һүҙ ул турала ла түгел, кәрәк булһа, ирем дә ярҙам итә. Тик әлегә бөтә ваҡытымды балаларға бирә алам, шуныһы ҡыуаныслы. Ирем балаларҙы минең һымаҡ итеп, ныҡ итеп, бөтә йөрәге менән яратмай кеүек тойола. Беренсенән, ул ҡаты. Ҡыҙыбыҙ нимәгәлер илап барһа, уны тупылдатып һөйөп, ваҡытын бүлеп, нисектер тынысландырған була әле. Ә бына малай яҡынлаһа, бер-ике һүҙ әйтә, күберәген, егет кеше иламай, тигән һымағыраҡ итеп, икенсе тон менән, ҡатыраҡ өндәшә. Ниндәйҙер уңыштары булһа ла, артыҡ иғтибар итмәй тиерлек. “Маладис!” – тип арҡаһынан тупылдата ла – вәссәләм! Был турала һүҙ ҡуҙғатҡайным: “Ул ҡыҙ түгел. Малай менән бер туҡтауһыҙ сөсөлдәгәнеңде күреп аптырайым. Ул нисек ир булһын, кемде тәрбиәләйһең һин”, – тигәс, ошо арала шаҡ ҡатып, уйланып йөрөйөм. Әлбиттә, интернет заманында төрлө сайтты уҡыйым. Бөтәһе лә аңлашыла кеүек, әммә... Шул ҡәҙәре ҡаты булыу баланың күңелен яраламаймы икән? Һәм уның балаларға булған мөнәсәбәте миңә оҡшамай. Барыбер борсолам.
Динара.
Мәләүез.


Әсә һөйөүе – бала өсөн иң беренсеһе, иң мөһиме, кәрәктәрҙең дә кәрәге. Әсә балаһын үҙ балаһы булған өсөн, бер ниндәй шартһыҙ һөйә, ярата. Психологтар телендә был “шартһыҙ, йәғни билдәһеҙ һөйөү (безоценочная любовь)” тип атала. Әсәй булған һәр кем минең һүҙҙәрҙе ҡеүәтләр. Беҙгә балабыҙ туҡ, һау, уңышлы булһын, көлөп-йылмайып торһон, йырлап-бейеп, бәхетле генә йәшәһен. Ошо беҙҙе сикһеҙ бәхетле итә! Ә инде йәндән артыҡ күргән балаҡайыбыҙ абынып ҡолап, тубығын-ҡулын-битен имгәтһә... Ысынында, үҙеңдең дә тирең йыртылғандай, хатта баланыҡынан да ныҡ һыҙланыу кисерәһең, шулаймы? Бала йәшенең бында бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Уға 2 йәки 22, хатта 52 булһа ла, ҡәҙере кәмемәй, киреһенсә, арталыр ҙа. Был – һөйөү. Алмашҡа бер ни теләмәгән, бер ни һорамаған, иң изге, иң оло, иң бөйөк ӘСӘ һөйөүе. Тап ошо һөйөү бәләкәсте үҙеңде, тормошто яратырға, аңларға, ке­шеләрҙе ҡәҙерләргә өйрәтә лә инде.

Атай кеше лә балаҡайҙарын ярата, был шикһеҙ! Тик уның һөйөүе, әсәй кеше­некенән айырмалы рәүештә, шартлы (ус­ловная, оценочная любовь). Ул үҙ бала­ларын ниҙер атҡарғаны, эшләгәне, өйрәнгәне, башҡарғаны өсөн маҡтай, һөйә, ярата. Һәм бала өсөн атайҙың тап ошондай һөйөүе үтә мөһим: сөнки уларҙы яуап­лылыҡҡа, тырышлыҡҡа, эшмәкәрлеккә, хә­рәкәткә өндәй. Ғаилә башлығының ҡа­тынына булған мөнәсәбәте, уның абруйы, үҙен тотоуы, һүҙҙәренең наҡыҫлығы – быларҙың барыһы ла баланың артабанғы тормошонда ҙур ролгә эйә. Атай һөйөүен балалар әкренләп кенә яуларға ла өйрәнеп ала. Был да тәрбиәнең бер аспекты: балалар маҡсатлы булырға өйрәнә.

Атай менән әсәй – үҙ балалары өсөн ҡәлғә. Уларҙың тәрбиә алымдары ғына түгел, үҙ балаларына мөнәсәбәте лә айырыла, әммә тормошҡа әҙерләүҙә икеһенең дә роле типә-тиң. Атай баланы рухи ныҡлыҡҡа әҙерләһә, әсәй кеше тормошҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Тәбиғәттән килгән был ролдәр бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк. Тик бергәләп кенә ысын шәхес тәрбиәләп булғанын онотмайыҡ.

Динара, һеҙгә ниҙер оҡшамай икән, ирегеҙ менән был турала һөйләшергә оялмағыҙ. Әлбиттә, балалар тураһында һөйләшеү балалар ҡолағынан ситтә булырға тейеш, аңлайһығыҙҙыр. Ә өҫтә мин һеҙгә атай кешенең тәрбиәһе әсәйҙекенән ни өсөн айырыла икәнен еткерергә тырыштым. Тағы ла ниндәйҙер шиктәрегеҙ бар икән, яҙығыҙ. Сәхифәм һәр берегеҙ өсөн асыҡ.



Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тормош  һабаҡтарын  тыныс ҡабул  итергә  өйрәнегеҙ

Шиңмәҫгөл (бессмертник песчаный)

23.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шиңмәҫгөл (бессмертник песчаный)


Быуындар  һыҙлағанда

21.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Быуындар һыҙлағанда


Оҫта ҡуллы табип

21.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Оҫта ҡуллы табип


Үләндәрҙең  файҙаһын күрегеҙ

20.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үләндәрҙең файҙаһын күрегеҙ


“Һаулыҡ формулаһы” – изгелек менән  ауылдарға!

Дегәнәктең дә файҙаһы бар

16.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Дегәнәктең дә файҙаһы бар


Дауалау ванналары

14.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Дауалау ванналары


«Ваҡытым һанаулы:   кейәүгә сыҡҡым,  бала тапҡым килә»

Куркуманан әҙерләнгән шифалы эсемлек

Сәстәр өсөн  бәлзәм

11.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Сәстәр өсөн бәлзәм


Бала имеҙгәндә помидор ашарға яраймы?