RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һары умырзая (адонис весенний, горицвет)

21.05.2019 Һары умырзая (адонис весенний, горицвет)

Һары умырзая – иртә яҙҙан сәскә атыу­сы үҫемлектәрҙең береһе. Уның һабағын, япрағын, сәскәһен дарыу урынына ҡулланырға ярай. Составында цимарин, адонитоксин, К-строфантин, сапониндар һәм фитостериндар бар. Ғәҙәттә, сәскә атҡан ваҡытта йыялар. Һалҡын тейеүҙән, үпкә һәм тын юлдары ялҡынһыныуынан, бөйөр һәм йөрәк ауырыуҙарына бәйле шешенеүҙән, циститтан, хәлһеҙлектән файҙаланалар. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, невроздан, йоҡоһоҙлоҡтан да ярҙам итә. Төнәтмәһен глаукомаға ҡаршы, ревматизмдан быуындар һәм мускулдар ауыртҡанда тәҡдим итәләр.

Төнәтмә әҙерләү
Бер ҡалаҡ кипкән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, йылыға урап ултыртып, бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. 12 йәште уҙған балаларға бер балғалаҡ та етә.

Сәй
Бер ҡалаҡ кипкән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут төнәтергә. Гиповитаминоздан, теш ҡаҙнаһы ауыртҡанда, аппетит булмағанда, тире кибеп, төҫһөҙләнеп торғанда эсергә ярай.

Һары умырзая ағыулы, шуға күрә сей яра ауырыуҙары, энтероколит булғанда ҡулланыу тыйыла. Шулай уҡ 12 йәшкә тиклемге балаларға ла бирергә ярамай.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Һаулыҡ формулаһы” – изгелек менән  ауылдарға!

Дегәнәктең дә файҙаһы бар

16.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Дегәнәктең дә файҙаһы бар


Дауалау ванналары

14.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Дауалау ванналары


«Ваҡытым һанаулы:   кейәүгә сыҡҡым,  бала тапҡым килә»

Куркуманан әҙерләнгән шифалы эсемлек

Сәстәр өсөн  бәлзәм

11.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Сәстәр өсөн бәлзәм


Остеохондроз яфалағанда

10.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Остеохондроз яфалағанда


Бала имеҙгәндә помидор ашарға яраймы?

Гранаттың сәләмәтлеккә файҙаһы

07.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Гранаттың сәләмәтлеккә файҙаһы


Ынйы сәскә (ландыш)

06.06.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ынйы сәскә (ландыш)


Тештәрҙең сәләмәтлеге  нимәгә бәйле?

«Ирем балаларымды минең кеүек  бөтә йөрәге менән яратмай һымаҡ...»