RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормошта кәрәк терәк

20.05.2019 Тормошта кәрәк терәк

Бына-бына имтихандар башланыуын ата-әсәләр, сығарылыш класы уҡыу­сыларынан белдем әле мин.

Бына бер баланың хаты: “Мин бә­ләкәй саҡтан уҡ йырларға, бейергә яратам. Сәнғәт институтына инергә, унда белем алып, киләсәктә театрҙа эш­ләргә хыялланам. Әммә! Атайым тый­ҙы. Хәҙер, уның планына ярашлы, мин юғары белемле экономист булып, ул эшләп киткән банктарҙың бере­һендә, йә булмаһа, үҙебеҙҙең бизнеста яр­ҙамсы булырға тейешмен. Әсәйем белә хыялдарымды, ул минең яҡлы. Тик атайҙың холҡон икебеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ. Бер нәмә лә аңламайым математикала, теләмәйем дә, ә ул бер йыл буйы репетиторға аҡса түгә! Миңә нимә эшләргә? Ҡәтғи һөйләшеүгә нисек көс табырға? Әгәр ҙә уны тыңламаһам, мине ғәфү итмәҫме икән? Ә мин, ысынлап әйтәм, барыбер ҙә сәнғәткә барасаҡмын!
Наилә”.

Икенсе мөрәжәғәт: “Балам 11-ҙе бөтә. Мин, ирем, иремдең бөтә туған-тыумасаһы тиерлек, хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итәбеҙ. Оло ҡы­ҙыбыҙ табипҡа уҡый, әле ма­лайыбыҙҙы династияға яраҡлы шәхес итеп үҫтереп киләбеҙ, Аллаға шөкөр. Тик баланың уҡыуы насар. Репе­титорҙар аҡса ғына һурҙы, ахырыһы, ярҙамын бер ҙә генә тойманым, ти малай. Әле яңыраҡ ҡына директор саҡыртты, әҙерлек насар, башҡа уҡыу йортон ҡарағыҙ, тип. Аптыраштыҡ. Малайҙан һораһаҡ, инһәм уҡыйым инде, тип, вайымһыҙ ғына ултырасы! Һиҙмәҫтән, улыбыҙҙы лә әрләп ҡуйҙыҡ. Күрәм, уның да кәйефе юҡ, ирем дә көйә. Апаһы бәләкәй саҡтан уҡ, табип булам, тип тыҡылдап тик йөрөнө, тырышты, имтихандарын уңышлы тапшырып, уҡып та йөрөй. Ә был ҡасан ҙурайған да, ҡасан шулай әүмәкәйгә әйләнгән? Нишләп яңы күрҙем ул улымдың ялҡаулығын? Хәҙер беҙгә нимә эшләргә? Балл насар булып, үтә алмаһа? Ҡайҙа уҡырға алып барырға һуң?
Рәүфә”.

Ике төрлө хат, ике төрлө кеше, ике төрлө яҙмыш. Әммә ике автор ҙа бер нәмә – киләсәк тураһында уйлана, борсола, хәүефләнә. Береһе – йәш. Әлегә тормош тәжрибәһе булмаған йәш кенә ҡыҙ бала. Бына-бына ҡанаттарын елпә-елпә ояһынан осоп сығырға тора. Йәш булһа ла, күрәһегеҙме, уның үҙ маҡсаты, үҙ хыялы бар! Юҡҡа ғынамы ни ул бөтә сарала әүҙем ҡатнашып, дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙарынан портфолио туплаған?! Бер генә байрам да, бер генә кисә лә Наиләһеҙ үтмәгән бит. Ул йырлай, бейей, нәфис һүҙ оҫтаһы. Кеше алдына сығып һөйләргә күптәрҙең батырлығы етмәй, шулай бит, дуҫтар? Ә Наилә үҙен тота ла, башҡаларҙы тыңлата ла, үҙен күрһәтә лә белә. Һәм, ошо тик торғанда ауыҙ эсенән көйҙәр көйләп, тыпырлап торған ҡыҙ банкта эшләргә тейешме икән? Заманса әйткәндә, офис планктоны булырға тейеш. Сөнки атаһы шулай теләй. Ул, атайҙы әйтәм, ҡыҙының талантын күрмәйме? Нимәнән ҡурҡа? Ни өсөн, бала яҙмышын шәхсән үҙем генә хәл итә алам, тип иҫәпләй? Әйҙәгеҙ, бергәләп уйлайыҡ әле. Күҙ алдына ошолай диалог килә. Атай:
– Һин экономист буласаҡһың. Кабинет эше. Йылы. Тамағың туҡ, өҫтөң бөтөн буласаҡ. Сәғәтле эш. Барҙың-ҡайттың.
– Атай, экономист булғым килмәй. Мин бит тыумыштан йырлайым да, бейейем дә, минең артистка булғым килә!

Был һөйләшеүҙә һеҙ нимә ише­тәһегеҙ, хөрмәтле уҡыусылар? Ә психологтар өсөн бындай ситуациялар яңы түгел. Һәм бында атай кеше ҡыҙына: «Һин минең әйткәнемде генә тыңларға тейешһең. Һәм һинең ни теләгәнеңде иҫәпкә алмайым, һинең өсөн мин тормош юлыңды күрһәтәм, өйрәтәм, ми­неңсә генә эшлә – бәхетле булырһың», – ти. Ошо рәүешле атайҙың һүҙҙәрен интерпретациялау дөрөҫлөккә тап килмәй, тип берәйегеҙ әйтә аламы? Юҡтыр. Һис шикһеҙ, хатта был хәлдә лә атай кеше үҙенсә ҡыҙын ҡайғырта, уға изге теләктәр теләй. Әммә балаһы ҡысҡырып үҙ теләген, хыялын әйткәнде ни өсөндөр ишетмәй. Беҙ бер ҡасан да уларҙың тормошо менән йәшәй алмаясаҡбыҙ, уларҙың яҙмышы беҙҙекенән айырмалы рәүештә дауам итәсәк! Беҙҙең балалар – беҙҙең КИЛӘСӘК. Киләсәк, әммә беҙҙең тормошобоҙҙо дауам итеүсе түгел. Хәҙерҙән үк балта сапмайыҡ әле киләсәгебеҙ тамырына. Бала бәхете һеҙҙең дә бәхет, шатлыҡ буласаҡ. Шуны онотмайыҡ.
Икенсе хатта әсә борсола. Директор ҙа балаларҙың яҙмышына битараф түгел. Әлбиттә, класс етәксеһе лә атай менән әсәйгә үҙ фекерен әйткәндер. Һәм тап ошо мәлдә, баланы башҡа оло кешеләр битәрләгәндә (кәмһеткәндә, көлгәндә, әрләгәндә, туҡмағанда, рәнйеткәндә, йәберләгәндә, үсек­лә­гәндә) иң кәрәк кешеләр ҙә бар­рикаданың был яғында баланы яңғыҙ ҡалдыра ла ҡуя! Тынысланып ба­лағыҙҙың күңел кисерештәрен аңларға тырышығыҙ. Һеҙ – йәшәгән, тәжрибәле кешеләр. Ә улығыҙҙың оло тормошҡа әле генә аяҡ баҫҡан мәле – ярҙам уға кәрәк! Әр-битәрһеҙ генә әңгәмәләшеп алығыҙ. Беренсенән, ул үҙен киләсәктә нисек күрә, нимә менән ҡыҙыҡһына, кем булырға хыяллана? Ошо юҫыҡта эш башлау кәрәктер бит. Һәм, 11-се класҡа еткәс түгел, ә иртәрәк. Профессия һайлау еңел түгел, психологтар был осраҡта ныҡ ярҙам итә ала. Мәктәптә ундай белгес булһа, һөйләшеп ҡарағыҙ. Зинһар, балағыҙға исем таҡмағыҙ. Һеҙгә нимә эшләргәме? Сабырлыҡ туплап, ул-ҡыҙығыҙға төрлөсә ярҙам күрһәтегеҙ.

Имтихан алдында торған бөтә ата-әсәләргә әйтер һүҙем. Хөрмәтлеләрем минең! Әгәр ҙә һеҙҙең ғәзиздәрҙән ғәзиз улығыҙ, ҡыҙығыҙ имтихандарын насар тапшыра ҡалһа, үлемеслеме был хәл, әллә донъя түңкәреләме? Һеҙ уны күрә алмай башлаясаҡһығыҙмы? Ниндәйҙер имтихан өсөн ҡуйылған билдә һеҙҙең балағыҙға булған һөйөүҙе кәметәме, юҡҡа сығарамы?

“Ниндәй генә һөҙөмтәгә ирешһәм дә, өйөмдә мине иң яҡын, иң ҡәҙерле, бер ҡасан да һатмаҫ ышаныслы терәктәрем – атайым һәм әсәйем бар”, – тигән ышаныстағы балаларҙың тормош юлы ла күбеһенсә уңышлы була. Алдағы һынауҙарға бер нисә көн генә ҡалды. Тыныс һәм сабыр булығыҙ. Бала­ҡайҙарығыҙға үтә кәрәккәндә таймаҫ терәк булығыҙ!




Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…