RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңеле тулы – игелек

10.05.2019 Күңеле тулы – игелек

Миңә үҙ ваҡытында төрлө эш тармағында дан ҡаҙанған күп кенә шәхес менән осрашырға тура килде. Шуларҙың береһе – Өфөләге 21-се клиник дауахананың травматология бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Әхтәм Әнәс улы Фәйзуллин. Уның менән тәүге осрашыу үткән быуаттың 70-се йылдары аҙағында булды. Әле генә әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан мыҡты кәүҙәле, ҡуйы ҡара сәсле егет булып хәтеремдә ҡалған. Һалдаттың да ниндәйе булған бит әле – взвод командиры урынбаҫары, хәрби подразделениеның комсомол ойошмаһы секретары. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Совет Армияһы отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә.

...Бына һалдат хеҙмәте лә артта ҡала. Табип булыу теләге көслө булыу сәбәпле, егет өйгә ҡайтышлай уҡ, Өфөлә туҡталып, Башҡорт дәүләт медицина институтының әҙерлек бүлеге документтарын тапшыра. Күп тә үтмәй, һынауҙарҙы уңышлы үтеп, әҙерлек бүлеге тыңлаусыһы булып китә. Тәүге курстан уҡ йәмәғәт эшенә егелә. Дөйөм ятаҡтың студенттар комитеты рәйесе, уҡыу йортоноң профком, комсомол комитеттары ағзаһы була. Төҙөлөш отряды комиссары, зона отрядының баш табибы вазифаларында әүҙем эш алып бара. Тырышлығы ерҙә ятып ҡалмай, ВЛКСМ Үҙәк Комитеты тарафынан юғары баһалана, “Студент отрядтарында әүҙем ҡатнашҡан өсөн” билдәһенә лайыҡ була.

Әхтәм, уҡыу һәм йәмәғәт эштәре менән бергә, фәнни-тикшеренеү эше менән дә шөғөлләнә. Уның һөҙөмтәһе булып, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ул бөгөн – бихисап тәҡдим, ике уйлап табыу эйәһе, махсус медицина матбуғатында тиҫтәләгән мәҡәлә авторы.
Юғары уҡыу йортон тамамлау менән, атаҡлы хирург, профессор Н. Ғатауллин кафедраһында интернатура үтә һәм 1983 йылда Өфөлә яңы ғына асылған 21-се дауаханала табип-травматолог булып эш башлай һәм әлегәсә шунда эшләүен дауам итә.

Табип эше еңел түгел, улар йылдың һәр миҙгелендә көсөргәнешле эшләй. Ә инде травматология бүлегендә эшләүселәрҙән айырыуса оло фиҙакәрлек һәм ныҡыш­малылыҡ талап ителеүе һәр кемгә мәғлүм. Дауахананың травматология бүлегендә йыл әйләнәһенә меңдән ашыу операция яһала. Араларында ҙур оҫталыҡ һәм профессионализм талап иткән үтә ҡатмарлылары ла була.
– Беҙҙең бүлектә эшлекле мөхит булдырылған, башҡарған һәр эшебеҙ кеше һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән. Дауахана заманса технологиялар менән тәьмин ителгән. Эндоскопик ҡорамалдар, һанлы флюорограф, компьютер томографтары һ.б. медицина ҡорамалдары дөрөҫ диагноз ҡуйыуҙа ҙур ярҙам итә. Ә коллективҡа килгәндә, һәр хеҙмәткәр көслө, тәжрибәле. Йәш булһынмы, оҙаҡ йылдар эшләгән белгесме, иң мөһиме, битарафтар юҡ, – ти бүлек етәксеһе Әхтәм Фәйзуллин.

Ысынлап та, коллективы менән ғорурланырға хаҡлы етәксе. Бында эшләгән һәр хеҙмәткәр – үҙ һөнәренең оҫтаһы.
– Күп ауырыуға юл-транспорт фажиғәһе сәбәпсе. Әлбиттә, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Был осраҡта бүлектең ҡаҙаныштарын айырым бер табипҡа ғына ҡайтарып ҡалдырыу мөмкин түгел. Һәр ауырыу комплекслы дауа ала. Уның менән урта һәм кесе медицина хеҙмәткәрҙәре лә эшләй, – ти ул, эшенең нескәлектәре менән таныштырып.

Әйткәндәй, йәрәхәтләнгән ваҡыттағы операциялар күп осраҡта металдан эшләнгән конструкциялар ярҙамында башҡарыла. Бында Ҡурғандың Илизаров үҙәге, илдең башҡа махсуслаштырылған фәнни-тикшеренеү институттары менән тығыҙ бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек булдырыуҙың әһәмиәте ҙур. Әхтәм Әнәс улы үҙе лә ғүмере буйы белемен камиллаштырыу, тәжрибәһен байытыу маҡсатында Рәсәйҙә, сит илдәрҙә үткән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша.

Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Әхтәм Фәйзуллинды бөгөн Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡала-райондарында ла яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Унда эшләгән хирург-травматологтарҙың күбе­һенең иң яҡын кәңәшсеһе лә, уҡытыусыһы ла ул. Үҙенең остаздары булған Л. Тимербаева, В. Сәхәүетдинов, Г. Ипполитов һәм В. Никитинды оло ихтирам менән телгә ала.
Шуныһын да өҫтәп әйтергә кәрәк, 2007 йылда уға “Өфө ҡалаһының иң яҡшы хирургы” тигән мәртәбәле исем бирелә.

Талантлы табиптар – Әхтәм Әнәс улы менән һөйөклө ҡатыны, медицина фәндәре кандидаты Диана Батыр ҡыҙы, күптәргә өлгө булырлыҡ татыу ғаилә ҡороп, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергән. Балалары ла ата-әсәһе юлынан киткән: ҡыҙҙары Гүзәл – медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта, улдары Аяз атаһы етәкләгән травматология бүлегендә хирург булып эшләй.

Ғүмерен кешеләр һаулығына арнаған талантлы табип бына ҡырҡ йылға яҡын Гиппократ антына тоғро хеҙмәт итә. Ул – тормошҡа һәм эшенә етди ҡараусы төплө етәксе һәм белгес, миһырбанлы кеше. Эш урынында үҙен тыныс тота, коллегаларына һәм ауырыуҙарға ҡарата ихтирамлы, күп һөйләп, ваҡытты бушҡа үткәреүҙе үҙһенмәй. Шуның өсөн дә уға халыҡтың рәхмәте сикһеҙ.




Автор: Ғ. Кәримов
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…