RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әгәр балағыҙ аутист булһа...

29.04.2019 Әгәр балағыҙ аутист булһа...

Беҙ – йәш, айныҡ, ипле һәм әҙәпле ғаилә. Тормош көткәнебеҙгә 12 йыл. Балаларыбыҙ икәү, олоһона 10, бәләкәсенә 3 йәш. Икеһен дә үҙем таптым, бөтәһе лә яҡшы булды. Һәр хәлдә, ҡыҙым менән йөклө йөрөгәндә табиптар бер ниндәй ҙә норманан тайпылыу күрмәне. Һүҙ – икенсе балам, ҡыҙым тураһында. Тәүге балам ныҡ мыжыҡ булғанғамы, бының тыныслығына ҡыуана инем. Шулай ҙа... Үҫә, ҙурая килә балама ҡарап борсола башланым. Ҡыҙыма 8 ай тигәндә, уның геүләмәүенә, артыҡ, хатта иҫ киткес өнһөҙ булғанына аптырап, дауахана юлын тапай башланыҡ. Райондағы табиптар, юҡ менән булаһығыҙ, тине. Баш ҡалаға алып килдем. 12 ай тигәндә диагноз ҡуйҙылар, уныһын да мең бәлә менән! Шаҡ ҡаттым, тип әйтеү әҙ. 2 – 3 ай иҫәңгерәп, илап йөрөнөм. Баламдың ғүмер буйы инвалид буласағын ишеткән көнөм бөгөнгөләй хәтерҙә. Табиптар бер ниндәй прогноз бирмәһә лә, интернет селтәрендә баламдың ауырыуына бәйле бөтә информацияны тупланым. Дөйөм төркөмдә аралашабыҙ, төрлө дауалау үҙәктәренә алып йөрөтөргә тырышабыҙ, ғаиләлә уның менән ныҡ ҡына шөғөлләнәбеҙ. Башҡортостанда аутист балалар өсөн бушлай үҙәктәр юҡ, түләүлеһе лә бармаҡ менән һанарлыҡ. Ни әйткем килә: һеҙ бит психолог, зинһар, буласаҡ һәм булған йәш әсәйҙәргә нисек балала тап ошо сир барлығын билдәләргә өйрәтеп ҡуйығыҙсы? Сөнки табиптарҙың бөтәһе лә бер ауыҙҙан, сирҙе алдан билдәләү үтә мөһим, ти. 3, 4, 6 йәштә генә балаларының ауырыу икәнен аңлаған ата-әсәләрҙе күп күрҙем, шуға ла йәштәргә ошо юҫыҡта белем етмәгәнен аңланым.

Юлиә.

Аутизм – тыумыштан килгән дауаланмай торған тарҡалыш (расстройство). Баш мейеһенең үҫеше тотҡарланыуына бәйле сир. Ошо арҡала баланың психик үҫеше, уның яҡындары һәм тышҡы донъя менән бәйләнеше кәмей йәки бөтөнләй өҙөлә. Бала үҙ-үҙенә йомола, һөйләшмәй, аралашмай, башҡаларҙан ятһына. Был ауырыуға дусар булған бала үҙенең эмоцияларын бөтөнләй күрһәтә белмәй һәм башҡаларҙың да эмоцияһын, мимикаһын аңламай. Йыш ҡына уларҙа телмәр боҙолоуы, интеллектуаль үҫеш тотҡар­ланыуы күҙәтелә.

Йыл һайын был диагноз менән ауырыусы балалар күбәйһә лә, профилактика, сирҙе булдырмаҫ өсөн төплө тәҡдимдәр юҡ. Ә статистикаға күҙ һалһаҡ, аутизмға ир балалар йышыраҡ дусар була. Ошо көнгә тиклем был сирҙең килеп сығыу сәбәбен асыҡ әйтә алған бер кем дә юҡ. Төрлө теория бар, тикшеренеүҙәр уҙғарыла, шулай ҙа аныҡ ҡына рәүештә сирҙе булдырмау сараларын әлегә берәү ҙә еткермәй. Үҙенсәлекле был тарҡалышты ғалимдар нәҫел менән, йөклө саҡта ниҙәндер ҡурҡыуға ла, алама ғәҙәттәргә лә бәйләй. Һәм етди генә бер төрлө симпто­матикаһын әйтеп бирә алмайҙар. Сөнки һәр балала аутизм төрлө була. Ә сир бар һәм йышайғандан-йышая. Ваҡытында асылған сир дауалауға ла, коррекцияға ла яҡшыраҡ бирелә.

Ата-әсәләргә нимәгә иғтибар итергә һуң? Яңы тыуған һау бала үҙ мәлендә башын тота, геүләй, ҡарашын йүнәлтә, тауышты ишетә, ҡыуанысын-ҡурҡыуын да белгертә. Йәғни улар шул тиклем төрлө һәм көслө эмоциялар кисерә – ҡарап тороуы бер мәрәкә, ҡыуаныс, бәхет инде! Баланың донъяны танып белеүен тыуғандан уҡ ым, ишара, ябай хәрәкәттәр менән белгертеүе – норма. Аутист балалар тап ошо нормала булырға тейеш тере­мекләнеүҙән мәхрүм. Аҫта килтерелгәндәр менән танышыу, аутистик спектр тарҡалышын билдәләргә һәм тиҙерәк табипҡа мөрәжәғәт итергә ярҙам итер.

Бындай бала:
– әсәһенә ҡарата иғтибарһыҙ (йылмаймай, ҡыуанмай, ҡулын һуҙмай),
– аралашырға тырышҡанда күҙгә ҡарамай, ҡарашы гел ситтә,
– әсәһе ҡулын һуҙһа, ҡаршы ынтылмай,
– ишетеү һәләте яҡшы булһа ла, исемен әйтеп саҡырғанда реакцияһыҙ ҡала,
– ярҙам да, иғтибар ҙа һорамай,
– бер уйынсыҡ йәиһә деталь менән оҙаҡ итеп уйнай,
– оҙаҡ итеп бер үк төрлө хәрәкәттәр яһай,
– иғтибарын нимәгәлер йүнәлтеү мөмкин түгел, бала ныҡ борсола, тулҡынлана, илай,
– телмәр үҫешендә тотҡарлыҡтар (бер йәшкә тиклем геүләмәй, йәш ярымда ябай һүҙҙәрҙе әйтмәй, ике йәшендә ябай фразаларҙы әйтә алмай),
– башҡа балаларға ҡарата бөтөнләй битараф йәиһә агрессия күрһәтә,
– йоҡоһоҙ йәки насар йоҡлай, бала оҙаҡ ваҡыт күҙҙәрен асып өнһөҙ ята ала,
– кеше менән йәнһеҙ әйбер кеүек аралаша, юлда торһа этә йәиһә урап үтә (өнһөҙ),
– саҡ ҡына үҙгәрештәргә лә бала ныҡ ҡаршылаша, көйһөҙләнә (яңы уйынсыҡ тоттороу, яңы кейем кейҙереү, яңы һауыт-һабанан ашатырға маташыу, кемдәргәлер барыу, ҡунаҡтар килеүе һ.б.).

Медицинала аутистик спектр тарҡалыуын тыумыштан билдәләмәгән осраҡтар ҙа бар. Шуға күрә бер сәбәпһеҙгә балағыҙ үҙенә йомола, һөйләшмәй, бер төрлө кәйефтә йөрөй, өлгәшеүе түбәнәйә, дуҫтарынан ситләшә, үҙ-үҙе менән һөйләшә, гел генә бер төрлө эмоциональ фонда була башлаһа, табипҡа, психологка күрһәтеү мотлаҡ. Балаларыбыҙға ҡарата иғтибарлы булайыҡ.



Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тормошта кәрәк терәк

20.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тормошта кәрәк терәк


Ҡояш сәскәһе бәпембә

19.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡояш сәскәһе бәпембә


Ҡандың ҡуйы булыуы хәүефлеме?

15.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡандың ҡуйы булыуы хәүефлеме?


Психолог –  күңел табибы

14.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Психолог – күңел табибы


Ябығыу бала табыуға  ҡамасауламаймы?

Тоҙ баш ауыртыуын баҫа

11.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тоҙ баш ауыртыуын баҫа


Күңеле тулы – игелек

10.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күңеле тулы – игелек


Көс-хәл өҫтәүсе  шифалы эсемлектәр

Һарымһаҡтың  30  шифалы үҙенсәлеге

07.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һарымһаҡтың 30 шифалы үҙенсәлеге


45-тә тормош  яңы башлана ғына

06.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау 45-тә тормош яңы башлана ғына


Әрем менән дауалау

04.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әрем менән дауалау


Ҡайындың бөрөһө лә файҙалы

02.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡайындың бөрөһө лә файҙалы