RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур көскә эйә гөл

17.04.2019 Ҙур көскә эйә гөл

Таштишәр үлән тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр уны. Ҡарап тороуға нескә генә гөл иҫ киткес көскә эйә, хатта ташты ярып сығырға һәләтле. Тап ошоноң менән уның шифалы үҙенсәлектәре аңлатыла ла инде. Ғәҙәттә, ул ҡая таштарҙа үҫә. Әммә гөл яратыусы хужабикәләр уны тәҙрә төбөндә лә үҫтерә.

Ҡара йәшел төҫтәге түңәрәк япраҡлы гөл күптәргә яҡшы таныш. Япраҡтарының ситтәре аҡ, ҡыҙыл төҫ менән ҡаймаланғандары ла осрай. Үрмә гөл кеүек, нәҙек оҙон һабаҡтар ебәреп, осонда яңы үҫентеләр барлыҡҡа килеп, үҫә. Шуға бәйле уны «күп балалы әсә» тип тә йөрөтәләр. Иң яҡшыһы – уны элеп ҡуйылған һауытта үҫтереү. Артыҡ эҫене яратмай. Дауаланыу өсөн ҡулланырға ниәтләп үҫтерелгәненә ашлама һибергә ярамай.


Шифаһы – япрағында



Халыҡ медицинаһында был үләндең шифалы үҙенсәлектәре хаҡында күптән билдәле. Хәҙер иһә уның микробтарға, ялҡынһыныуға ҡаршы тороу, яраны бөтәштереү, ҡанды туҡтатыу, бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлеге фәнни яҡтан да раҫланған. Бала имеҙеүсе ҡатындарға һөт төшһөн өсөн ашар алдынан көнөнә ике тапҡыр берәр япрағын ашау ҙа етә.
Дауаланыу өсөн япраҡтың яңы һығылған һутын файҙаланалар, спиртҡа йә араҡыға һалып төнәтмә әҙерләйҙәр, йә булмаһа, һыуға һалып, ҡайнатып эсергә мөмкин. Бының өсөн ике ҡалаҡ ваҡланған япраҡҡа һыу ҡойоп, талғын утта 20 – 30 минут ҡайнатырға һәм бер аҙ һыуынғас, тәүге кимәленә еткәнсе ҡайнаған һыу өҫтәргә.
Һутын әҙерләү өсөн 100 г япраҡты фильтрланған һыуға һалып, ике сәғәт тоторға. Һуңынан һарҡытып, ит үткәргес аша үткәрергә һәм ике ҡат марля аша һөҙөп алырға.
Төнәтмә әҙерләү өсөн стакандың 1/3 өлөшөнә ваҡланған япраҡ һалырға һәм тултырғансы араҡы ҡойорға. Шуны үтә күренмәгән шешәгә ҡойоп, бөкө менән ныҡ итеп ябып, ике аҙнаға баҙға йә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Әҙер булғас, өс ҡат марля аша һөҙөп, шулай уҡ һалҡында һаҡларға. Тик бер йылдан артыҡ һаҡларға ярамай.

Гипертониянан. Иртәле-кисле ашарҙан 15 – 20 минут алда уртаса ҙурлыҡтағы ике япраҡты яҡшы итеп сәйнәп ашарға. Дауаланыу курсы – ике ай. Һуңынан ике аҙна ял итеп, тағы дауам итергә мөмкин.

Оҙаҡ уңалмаған яраларҙан. Япраҡтарын яҡшы итеп йыуып, ваҡ ҡына итеп турарға һәм ҡайнар һыу менән бешекләп, яра өҫтөнә ябып, бәйләп ҡуйырға. Уны көнөнә ике тапҡыр алмаштырырға кәрәк.

Отиттан. Япрағынан әҙерләнгән һутҡа бинттан эшләнгән жгутты манып алып, ипләп кенә ҡолаҡ тишегенә индереп, өҫтөнән йылы шарф менән урап ҡуйырға һәм 2 – 3 сәғәт тоторға. Был процедураны көн һайын ҡабатларға.

Ангина һәм фарингиттан. Япраҡтарын ҡайнар һыуға һалып бер аҙ төнәткәндән һуң, йылы килеш шуның менән ауыҙҙы һәм тамаҡты сайҡатырға.

Ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһынан. Ике ҡалаҡ яңы өҙөлгән һәм ваҡланған япрағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Һөҙөп алғас, көнөнә ике тапҡыр йылы килеш ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Дауаланыу осоронда диета тоторға онотмағыҙ. Дауаланыу курсы – ике аҙна. Һуңынан өс-дүрт көн ял итеп алғас, дауам итергә.




Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…