RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Яман һүҙ сыҡмаһын ине әсә ауыҙынан

01.04.2019 Яман һүҙ сыҡмаһын ине әсә ауыҙынан

Психологка төрлө кеше килә. Ҡайғынан бөгөлгәндә, тормош юлындағы һынауҙарҙан хәлһеҙләнгәндә, киләсәккә аҙым яһарға ҡурҡҡанда, ике юл араһында ҡайһыһын һайларға белмәгәндә мөрәжәғәт итәләр улар. Клиенттарҙың күбеһе беренсе консультация ваҡытында уҡ аныҡ фекергә килеп, ышаныслы баҫып сығып китә. Үҙ эшеңдең ыңғай һөҙөмтәһен күреү кемдәрҙе ҡыуандырмай икән?! Күңелле була миңә лә... Әммә...

Ҡото осоп бер ҡатын-ҡыҙ килде. 37 йәш үҙенә, кейәүҙә түгел, баш ҡалала төпләнгән, ипотекала булһа ла үҙ мөйөшө, аҡсалы эше лә бар. Тәүҙә оҙаҡ ҡына илап алды. Бер аҙҙан тынысланды ла, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә хәлен һөйләп бирҙе.

“Һирәк-һаяҡ ғаиләле ир менән осраштым. Ә нимә, мин һаман яңғыҙ. Йәштәш ир-егеттәр күптән үҙ тормошон ҡорған, йәшерәктәрҙе үҙһенмәйем. Бына мин ауырлы бөгөн. Ни эшләргә һуң миңә? Баланың атаһы тап, ти. Әхирәттәрем дә бик шатланды, ҡотланылар. Үҙем дә ошо йәшемә етеп, тәүгә ауырға ҡалыуыма сикһеҙ ҡанатланып һеңлемә, шунан атайым менән әсәйемә шылтыраттым. Ошо көнгәсә бер кемдән, бер ҡасан да ишетмәгән һүҙҙәр менән ябырылдылар... Ә юҡ, атайым өндәшмәне. Ә бына әсәйем, һеңлем... Мине ер менән тигеҙләп, хәйерсе, фәхишә (былары иң йомшаҡ һүҙҙәре әле), тип бер туҡтауһыҙ шылтыратып ҡысҡыра башланылар. Аптырауымдан тәүҙә ҡойолоп төштөм. Артабан үҙемде яҡларға маташыптыр ине, тегеләргә аңлатам: һеҙгә көнөм дә ҡалмаясаҡ, борсолмағыҙ, үҙем күтәрермен, йәнәһе. Юҡ! Ишетергә лә теләмәйҙәр, һаман миңә тауыш күтәрәләр, әрләйҙәр, яман һүҙҙәр тағалар. Миңә тыуған йортома ҡайтыу тыйылды хатта. Баланан ҡотолғас ҡына ишегебеҙ, күңелебеҙ һиңә ҡайтанан асыласаҡ, тип белдерҙеләр. Мин өндәшмәҫ булдым, сөнки, ысынлап та, миңә бер фекергә килергә һәм ҡарар ҡабул итергә кәрәк бит! Әсәйемдәр атакаһын туҡтатмағас, миңә уларҙың номерын блокировкаға ҡуйырға тура килде. Ысынында иһә, мин уларҙан ярҙам, аңлау, таяныс өмөт иткәйнем! Һис юғы, әсәйем менән атайым минең яңылығым өсөн ҡыуаныр, тип ҡайһылай ҙа яңылышҡанмын... Һеңлемдән, ни өсөндөр, ошондайыраҡ реакция көткәйнем, һиҙеүем раҫ булды. Ә бына әсәйем... Ошо 4 аҙнала түккән күҙ йәштәрем... Баланы ныҡ йәлләйем, үҙемде лә... Илап-илап, бөгөн иртәнсәк кисекмәҫтән абортҡа, тип өйөмдән сығып киткәйнем, табибым урынында булмай сыҡты. Ярҙамсыһы процедура тураһында аңлатты, мин ризалаштым... Шулай ҙа, кәрәк нимәһелер булмағас, иртәгәһе көнгә ҡалдырҙыҡ. Сыҡҡас, аптырап торҙом да, һеҙгә килдем. Мин, ысынлап та, ҡарар ҡабул иттем. Ҡотолам. Әсәйемдәр ғүмер буйы ошо яуаплылыҡ менән йәшәһен! Һеңлем үҙе ошо хәлгә ҡалһын! Улар арҡаһында ғына ошо ҡот осҡос аҙымды яһайым. Күралмайым! Уларҙы ла, үҙемде лә!”

...Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, психолог ошо мәлдә ни эшләргә тейеш? Ҡыҙҙың абортҡа барыуын мин хупламайым. Был аҙымдан уны тыйып, яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә лә ала алмайым. Минең эшем – уның эмоциональ фонын тәртипкә килтереү, тынысландырыу. Әлбиттә, икәүләп ҡулыбыҙға ҡағыҙ алып, ошо ситуацияның бөтә ыңғай һәм кире яҡтарын һанап сыҡтыҡ. Мин уға әсәлектең ниндәй бәхет икәнен, хатта үҙемдең тормошомдағы миҫалдарҙы килтереп ышандырырға тырыштым. Психология, эзотерика, сексология, дин буйынса бөтә белемемде туплап, уға “яңылыша күрмә, бәлки был тәүге һәм һуңғы ауырыңдыр?” тигән фекерҙе һеңдерергә тырыштым. Ике сәғәт. Теүәл ике сәғәт буйы, ул ҡыласаҡ эшендә минән хуплау өмөт итеп, күҙҙәремә мөлдөрәп кенә ҡарап ултырҙы. Әңгәмәбеҙҙең һуңында, ҡылған эш өсөн шәхсән үҙең генә яуаплыһың, бында ғәйеплене эҙләү – депрессияға илткән юл, тип килештек.

Уйҙарыма уйылып ултырып ҡалдым. Әсәйҙәргә фәһем булһын ине, тип өмөтләнеп яҙыуым. Яман һүҙҙәр сыҡмаһын ине ӘСӘЙ ауыҙынан! Әйткәнем бар, тағы ҡабатлайым: әсәйҙең балаһына ҡарата әйтелгән һәр бер һүҙе – киләсәгенә фатиха биреү. Ошо хәлде генә ҡараһаҡ, был ҡатын-ҡыҙ киләсәктә “плинтустан түбән” тәгәрәһә, кемгә рәхмәтле булырға? Икенсе яҡтан, 37 йәшлек ҡатын һаман инфантиль, әсәһе итәгенән сыға алмай, яҙмышын үҙгәртергә ҡурҡып ултырыуы ғаилә тәрбиәһенән килмәйме? Һорауҙар күп...



Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үгәй инә үләне

19.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үгәй инә үләне


Углеводтарҙың яҡшыһы һәм насары ла була икән…

Күҙҙәр өсөн йога

18.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр өсөн йога


Ҙур көскә эйә гөл

17.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҙур көскә эйә гөл


Ҡыуанысыбыҙ – хәүефкә...

16.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡыуанысыбыҙ – хәүефкә...


«Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»

15.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»


Операцияһыҙ  дауалап буламы?

11.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Операцияһыҙ дауалап буламы?


Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша

10.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша


Ҡолаҡ ауыртҡанда

09.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡолаҡ ауыртҡанда


Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?

06.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?


Һыу – энергия сығанағы

05.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һыу – энергия сығанағы


Халыҡ медицинаһынан бер шәлкем кәңәш