RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Күҙ өсөн файҙалы үҫемлектәр

31.03.2019 Күҙ өсөн файҙалы үҫемлектәр

Күреү һәләтен һаҡлауҙа йәшелсә-емеш, шулай уҡ күҙҙе кәрәкле витаминдар һәм туҡлыҡлы матдәләр менән байытыусы шифалы үҫемлектәр ҙур роль уйнай.

Иң беренсе сиратта А витамины кәрәк. Ул ҡыҙғылт-һары, һары һәм йәшел төҫтәге йәшелсә-емештә, атап әйткәндә, кишерҙә, ҡыҙыл бороста, помидорҙа, йәшел һуған менән шпинатта, ҡуҙғалаҡта, абрикоста, миләштә була. Дөрөҫ, кишерҙә бета-каротин күп, әммә уны күҙгә файҙаһы булған А витаминына әйләндереү өсөн мотлаҡ ҡаймаҡ йә май ҡушып ашарға кәрәк.

Лютеин да ыңғай йоғонто яһай. Ул күҙҙәр өсөн зарарлы ультрафиолет нурҙарҙы йота, күҙәнәктәрҙең бөтөнлөгөн һәм күреү һәләтен һаҡлай. Ул шулай уҡ ҡыҙғылт-һары төҫтәге йәшелсә-емештә, кишерҙә, ҡабаҡта, хөрмәлә һәм виноградта күп.

Күҙ алмаһына В2 витамины ла бик кәрәк. Организмға был витамин етмәгәндә күҙ ауырта башлай, яҡтылыҡтан ҡурҡа, күҙ ҡабағының лайлалы ҡатламы ялҡынһына. Ул йәшел борсаҡта, помидорҙа, кәбеҫтәлә, алмала, ҡыҙыл көртмәлелә, шулай уҡ арахиста һәм миндалдә бар.

Күҙҙәр өсөн ҡара көртмәле лә бик файҙалы. Ул күреү һәләтен яҡшыртыусы биологик актив матдәгә бай.

Ҡан һауып, күҙ ауырығанда гөлйемеш ярҙам итә. Аскорбин кислотаһына бай булыу сәбәпле, ул ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай. Уның яңы бешкән емештәрен әллә күпме ашарға була, ә киптерелгәненән сәй әҙерләргә мөмкин.

Күҙҙең күреү һәләтен дарыу үләндәренән әҙерләнгән тө­нәтмә һәм сәйҙәр ҙә яҡшырта.

Көртмәле. 15 г бешкән емешенә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр 1/4 – 1/2 стакан эсергә.
Барбарис. Ваҡланған япрағына 1:5 иҫәбе менән араҡы ҡойорға һәм 5 көн төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 30 – 40 тамсы эсергә.
Арыҫлан ҡойроғо (пустырник). 15 г кипкән үлән онтағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 40 минут төнәтергә һәм көндөң икенсе яртыһында 2 – 3 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Ҙур юл япрағы. Сәскә атҡан ваҡытта йыйылған япраҡтарын ваҡлап, 1:10 иҫәбенән сығып араҡы ҡойорға һәм бер ай төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, көнөнә 2 – 3 тапҡыр 20 – 25 тамсы эсергә.
Ҡурай еләге. 10 г ҡурай еләгенә 20 мл ҡайнар һыу ҡойоп, биш минут төнәтергә һәм сәй урынына эсергә.
Аҡтамыр (пырей ползучий). Дүрт ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған тамырына 5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыуы бер аҙ кәмегәнсе ҡайнатырға. Көнөнә 4 – 5 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Аир үләне. Ваҡланған тамырына 1:10 иҫәбенән сығып араҡы ҡойорға һәм ҡараңғы урында 8 көн төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр 30-ар тамсы эсергә.

Әлбиттә, күҙ ауырыуҙарын үләндәр менән дауалай башларҙан алда офтальмолог менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Тик табип ҡына дөрөҫ диагноз ҡуйып, ниндәй үләндәр менән дауаланыу кәрәклеген билдәләй ала. Юғиһә фитотерапияның файҙаһы булмауы мөмкин.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үгәй инә үләне

19.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үгәй инә үләне


Углеводтарҙың яҡшыһы һәм насары ла була икән…

Күҙҙәр өсөн йога

18.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр өсөн йога


Ҙур көскә эйә гөл

17.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҙур көскә эйә гөл


Ҡыуанысыбыҙ – хәүефкә...

16.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡыуанысыбыҙ – хәүефкә...


«Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»

15.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»


Операцияһыҙ  дауалап буламы?

11.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Операцияһыҙ дауалап буламы?


Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша

10.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша


Ҡолаҡ ауыртҡанда

09.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡолаҡ ауыртҡанда


Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?

06.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?


Һыу – энергия сығанағы

05.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һыу – энергия сығанағы


Халыҡ медицинаһынан бер шәлкем кәңәш