RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бешерергәме, ҡыҙҙырырғамы әллә быҡтырырғамы?

21.03.2019 Бешерергәме, ҡыҙҙырырғамы әллә быҡтырырғамы?

Диетологтар һәм табиптар туҡланыу рационына күберәк йәшелсә-емеш индерергә кәңәш итә. Уларҙы нисек ҡулланғанда файҙаһы күберәк икән?

Билдәле булыуынса, кеше организмында йәшелсәләрҙәге төп туҡлыҡлы матдәләрҙең үҙ­ләштерелеү кимәле, ит, йомортҡа һәм һөттәгегә ҡарағанда, түбәнерәк. Был үҫемлектәрҙәге биологик актив матдәләрҙең күҙәнәктәр эсендә йәшеренеп тороуы менән аңлатыла. Уның тышҡы ҡатламы целлюлозанан тора. Кешенең аш эшкәртеү системаһында был ҡатламды тарҡатырлыҡ фермент юҡ. Ә инде уның стенкаһын тарҡатып булмай икән, тимәк, эсенән файҙалы матдәне лә алып булмай тигән һүҙ.

Күҙәнәктәрҙең тышҡы ҡат­ламын боҙорға уны термик эшкәртеү (бешереү) ярҙам итә. Был осраҡта уларҙы үҙләштереү кимәле лә күпкә күтәрелә. Тик эшкәртеү ысулы һәм ваҡыты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Йәшелсәне һыуҙа йә парҙа бешерергә, быҡтырырға һәм ҡыҙҙырырға мөмкин. Ҡайһыныһын һайларға һуң?

Әсәй һәм өләсәйҙәр балаларын ҡырғыстан үткәрелгән кишер салаты менән һыйларға ярата, сөнки ул А витаминына бай. Ысынында был тамыраҙыҡта беҙҙең организмда А витаминына әүерелеүсе альфа- менән бетакаротин да бар. Һәм уларҙың яҡшы үҙләштерелеүе өсөн шарттар тыуҙырыу талап ителә. Быны нисек эшләргә? Италия ғалимдары раҫлауынса, сей кишерҙәге файҙалы матдәләрҙең тик биш проценты ғына үҙләштерелә. Ә инде уны бешергәндә йә быҡтырғанда, үҙләштерелеү кимәле 50 процентҡа арта. Бынан тыш, термик яҡтан эшкәртелгән кишерҙә уның дөйөм антиоксидантлыҡ әүҙемлеге лә күтәрелә.

Ҡабаҡ менән кәбеҫтәне иң яҡшыһы һыуҙа, парҙа бешереү һәм быҡтырыу. Парҙа бешкән брокколиҙа каротиндар кимәле, сейенә ҡарағанда, 32 процентҡа күберәк.

Әлбиттә, йәшелсәләрҙе оҙаҡ итеп бешереү ярамай, шулай уҡ файҙалы үҙенсәлектәрен юғалт­маһын өсөн ҡыҙҙырырға ла кәңәш ителмәй. Мәҫәлән, яман шештән һаҡлаһын тиһәгеҙ, кәбеҫтәне парҙа бешереү яҡшы. Һыуҙа бешкәне һәм быҡ­тырылғаны ла файҙалы. Әммә был осраҡта унда яман шешкә ҡаршы тороу көсөнә эйә булған глюкозинолат тигән шифалы матдәнең күләме күпкә кәмей.

Картуфты мейестә бешерергә кәңәш ителә, помидор менән баклажанды ла йә мейестә бешереү, йә быҡтырыу һәйбәт. Помидор көслө антиоксидант булған ликопен-каротинға бай. Быҡтырғанда, бешергәндә, то­мат иҙмәһе әҙерләгәндә, ли­копендың миҡдары һәм әүҙемлеге арта ғына.

Әйткәндәй, файҙалы үҙен­сәлектәрен мөмкин тиклем күберәк һаҡлап ҡалыу өсөн йәшелсәләрҙе ҡайнаған һыуға һалып бешерергә кәрәк. Һыуҙы биш минут ҡайнатҡандан һуң тоҙ һалырға һәм шунан һуң ғына йәшелсәләрҙе төшөрөргә.

Америка ғалимдары кишерҙе бөтөн килеш бешереп, шунан һуң ғына киҫәктәргә бүлергә кәңәш итә. Сөнки был осраҡта ундағы файҙалы матдәләр яҡшыраҡ һаҡлана, ти улар.

Ә ҡырғыстан үткәрелгән кишер һәм башҡа йәшелсәләр ҡушып әҙерләнгән яратҡан салаттар менән нимә эшләргә? Әлбиттә, йәшелсәләрҙе сей килеш тә ашарға кәрәк. Улар күҙәнәклеккә бай һәм организмда үттең тотҡарланыуына юл ҡуймай, эсәктәрҙән радиоактив нуклид­тарҙы, башҡа ағыулы матдәләрҙе һәм холестеринды йыйып сығара, эс ҡатыуға юл ҡуймай. Шул рәүешле атеросклероз, эсәк яман шеше, холецистит, геморрой кеүек ауырыуҙарҙан һаҡлай.

Сей һәм термик эшкәртелгән йәшелсәләрҙе аралаштырып һәм дөрөҫ итеп ҡулланыу – сәләмәтлек нигеҙе. Салат әҙерләгәндә өҫкө ҡатламы кислород менән әҙерәк бәйләнешкә инһен өсөн йәшелсәләрҙе эрерәк итеп турарға кәрәк. Сөнки ул кислород менән бәйләнешкә ингәндә, витаминдары юҡҡа сыға.

Әлбиттә, салаттарҙы ашар алдынан ғына әҙерләргә һәм оҙаҡ һаҡларға ярамай. Был иҫәпкә һуған, һарымһаҡ һәм кәбеҫтә генә инмәй. Әгәр ҙә һеҙ әҙерләгән ризыҡта һарымһаҡ бар икән, иң беренсе сиратта унан башлағыҙ. Бүлкәттәрен ваҡлап, 10 – 20 минутҡа ҡуйып торорға була. Ғөмүмән, тығыҙ күҙәнәклек ҡатламын емереү өсөн һарымһаҡ менән һуғанды нығыраҡ ваҡларға, хатта төйгөс менән төйөргә ҡушыла. Кәбеҫтә лә ни яғы менәндер һуғанға оҡшаш. Ул күҙәнәктәрҙән сыҡҡан фермент йоғонтоһонда ғына әүҙемләшә. Шуның өсөн уны нәҙек кенә итеп турарға һәм ҡул менән ыуалап, һутын сығарырға кәрәк. Ғалимдар тоҙланған кәбеҫтәләге изотиоцианат тигән матдәнең күкрәк яман шешенән һаҡлаусы көскә эйә булыуын иҫбатлаған.

Һуңғы ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йәшелсәләрҙе дө­рөҫ әҙерләү уларҙың файҙаһын, дауалау көсөн арттыра ғына. Француз халыҡ мәҡәлендәгесә: «Яҡшы ашнаҡсы табипты алмаштыра».



Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…