RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тештәр өсөн диета

19.03.2019 Тештәр өсөн диета

Теш һыҙлауының нимә икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. 12 йәшкә балаларҙың барыһында ла тиерлек кариес барлыҡҡа килә. Ә ололарҙа теште уратып тороусы туҡымалар боҙола – пародонтоз башлана. Тештәрҙе һәм теш ҡаҙналарын нисек итеп һаҡларға һуң?


Эмален нығытыу өсөн



Бактерияларға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлегенә эйә булған шайыҡ айырым шарттарҙа теш туҡымаһының минераль составына (кальцийға, фосфорға, фторға һ.б.) кире йоғонто яһауы ихтимал. Аҙыҡ ҡалдығы ҡалған шайыҡ ауыҙ ҡы­уышлығындағы бактериялар менән ҡушылғанда, күпмелер күләмдә кислота барлыҡҡа килә. Ә инде теште ҡаплап тороу­сы бактериялар ҡатламы менән углеводтар бәйләнешкә инһә, кислота барлыҡҡа килеү бермә-бер арта. Һөҙөмтәлә ул тештең эмаленә һәм тешкә зыян килтерә.

Бөтә аҙыҡта һәм эсемлектә лә тиерлек еңел тарҡалыусы углеводтар бар. Иртәнге, төшкө һәм киске аш араһында кәнфит һәм башҡа татлы әйбер ашау ғәҙәте тешкә ныҡ зыян килтерә. Был осраҡта шайыҡ бүлеп сығарыусы биҙҙәр көсһөҙләнә. Һөҙөмтәлә төшкө йә киске аш ашаған ваҡытта шайыҡ әҙерәк бүленә. Шуға күрә ауыҙ ҡыуышлығына эләккән аҙыҡ углеводтары уның ферменттары менән аҙағынаса эшкәртелеп бөтмәй, микробтар тарафынан һөт кислотаһына тиклем тарҡатыла. Ул иһә тештәрҙең эмаленә кире йоғонто яһай. Шунлыҡтан йыш-йыш ҡапҡылап алыуҙан үҙеңде тыйырға кәрәк. Ә татлы ризыҡ ашағандан һуң мотлаҡ тештәрҙе сайҡатыу, хатта таҙартыу ҙа зыян итмәҫ. Берәр киҫәк сыр ашарға мөмкин. Сөнки аҡһымлы аҙыҡ шайыҡтың кислотаны нейтралләштереү һәләтен көсәйтеп, теш эмален зыян күреүҙән һаҡлай.

Кариесты иҫкәртеүҙең дөйөм ысулдарына эсәр һыуҙы, һөттө, тоҙҙо фторлау, фторлы дарыуҙар эсеү инә. Ул 15 – 16 йәшлек үҫмерҙәр өсөн бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Сөнки тап ошо осорҙа тештең эмале үҫешә. Әммә ул норманан артырға тейеш түгел. Сөнки фтор артыҡ ныҡ күп булһа, организмдан йодты ҡыуып сығара. Ә был, белеүегеҙсә, бер ҙә яҡшыға килтермәй. Шуға күрә фторлы дарыуҙар менән бергә туҡланыу рационын йодҡа бай ризыҡтар менән дә тулыландырырға кәрәк.
Бынан тыш, теште көн һайын ҡарап, таҙартып тороу мөһим. Фторлы һәм фосфатлы теш пасталары менән таҙартыу, махсус эликсирҙар менән сайҡатыу һ.б. Фторидтар әсе мөхиттән зарарланыуҙан һаҡлай. Ә фосфор менән кальций уны нығыта.


Теш ҡаҙнаһының сәләмәтлеге



Теште уратып алған туҡымаларҙың ауырыуы – матдәләр алмашыныуының боҙолоуы эҙемтәһе. Уның барлыҡҡа килеүенә һәм үҫеүенә ашҡаҙан-эсәк тракты, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары, шулай уҡ А, С, Е, Д витаминдарының, фолий кислотаһының һәм минераль матдәләрҙең етмәүе сәбәпсе.

Шунлыҡтан пародонтозды булдырмау өсөн туҡланыу рационында ошо вита­миндарға һәм минераль матдәләргә бай ризыҡтар булырға тейеш. Аскорбин кислотаһы, диңгеҙ кәбеҫтәһе, ҡабаҡ орлоғо, йәшел һуған, укроп ашарға кәрәк.
Теш ҡаҙнаһы ҡанһырап торғанда аскорутин ярҙам итә. Бынан тыш, ваҡыты-ваҡыты менән кишер һәм алма сәйнәп, тештәргә көс төшөрөп алыу ҙа файҙаға ғына.

Шулай итеп, тештәрегеҙ һау-сәләмәт булһын тиһәгеҙ, уларҙы дөрөҫ тәрбиәләү һәм туҡланыуҙы төрләндереү хаҡында ла онотмағыҙ.

Тештәрҙе нығытыу өсөн бер нисә рецепт



Яҙғы салат

Уны әҙерләү өсөн 100 г кесерткән япрағы, 80 г бәпембә япрағы, 20 г йәшел һуған кәрәк.
Кесерткән менән бәпембәнең йәш япраҡтарын йыуып, ваҡлап турарға. Уға туралған йәшел һуған өҫтәргә һәм көнбағыш майы ҡойорға. Бер-ике йомортҡа ла ҡушырға мөмкин. Был салат витаминдарға һәм микроэлементтарға бай.
Кукурузлы кишер салаты

300 г консерваланған кукуруз, 100 г һуған, бер-ике ҙур ғына кишер, бер-ике сельдерей тамыры, бер ҡыяр һәм бер татлы борос алына.
Кишер менән сельдерейҙы эре ҡырғыстан үткәреп, ваҡ итеп туралған һуған, ҡыяр, татлы борос, кукуруз ҡушып бутарға. Өҫтөнә майонез йә көнбағыш майы һибергә мөмкин.

Кальцийлы салат

250 г сыр, 250 г алма, 100 г сельдерей, бер аҙ петрушка һәм укроп, дүрт ҡалаҡ үҫемлек майы һәм бер ҡалаҡ аш һеркәһе кәрәк буласаҡ.
Алманың ҡабығын таҙартып, артыҡ ныҡ ваҡ итмәй генә, сырҙы бәләкәй шаҡмаҡтарға турарға. Сельдерейҙы йыуып, тоҙло һыуҙа бешереп алғас, ваҡ итеп турарға. Бөтәһен бергә ҡушып, май менән аш һеркәһе ҡойоп бутарға.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…