RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ниндәй урман яҡшыраҡ?

11.03.2019 Ниндәй урман яҡшыраҡ?

Билдәле булыуынса, иң саф һәм шифалы һауа – урманда. Урман һауаһында 200-ҙән ашыу биологик актив матдә бар. Улар йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының һәм башҡа органдарҙың эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, ҡандағы гемоглобин кимәлен күтәрә, үпкәлә һауа әйләнешен яҡшырта, физик һәм аҡыл һәләтен көсәйтә. Урманлы ерҙә йәшәүселәрҙең, даланы төйәк итеүселәргә ҡарағанда, психик ауырыу менән – өс тапҡырға, эсәк ауырыуҙары менән – 4 тапҡырға, йөрәк-ҡан тамырҙары сире менән – биш тапҡырға, үпкә ауырыуы менән алты тапҡырға әҙерәк ауырыуы асыҡланған.

Башҡа биологик актив матдәләр менән бер рәттән, урман һауаһында зарарлы бактерияларҙың үҫешен һәм таралыуын тотҡарлаусы фитонцидтар бар. Әгәр ҙә ҡала һауаһының бер кубометрында 36 меңгә тиклем төрлө бактерия булһа, урман һауаһында – ни бары 500 генә.
Иң күп фитонцид йәй башындағы эҫе көндәрҙә йәш урманда бүленеп сыға. Уларҙы ҡарағай, шыршы, артыш, пихта, муйыл, ҡайын, саған, имән ағастары бүлеп сығара. Микробтарға ҡаршы тороу үҙенсәлегенән тыш, был матдәләр ҡан әйләнешенә, тын юлдарына, иммун системаһына ла ыңғай тәьҫир итә. Сайыр еҫе аңҡып торған ылыҫлы урманда айырыу­са тын алыуы рәхәт. Ылыҫтағы эфир майҙарынан атмосфераға шифалы озон бүленә. Кедр, ҡарағай, шыршы, артыш бүлеп сығарған осоусы матдәләр йоғонтоһонан үпкә иркенәйеп, нервылар тынысланып, арығанлыҡ һәм нервы көсөргәнеше бөтөп ҡала. Шунлыҡтан тын юлдары, нервы ауырыуҙары менән яфаланыусыларға, йоҡоһоҙлоҡтан ин­тегеүселәргә, тәүге дауалау сараһы булараҡ, тап шундай һауала йөрөү тәҡдим ителә.

Урманда көн торошоноң үҙгәреше лә артыҡ һиҙелмәй. Эҫелә һәр саҡ ҡояштан ышыҡланыр күләгә табырға мөмкин. Ә ҡышҡыһын, киреһенсә, урманда ышығыраҡ һәм йылыраҡ.

Әммә ҡайһы бер кешеләргә ылыҫлы урмандың һауаһы килешмәүе лә бар. Мәҫәлән, ноябрь, март айҙарында, дымлылыҡ көслө булыу сәбәпле, тын юлдары менән сирләүселәргә унда барырға кәңәш ителмәй. Ә бына апрелдән май урталарына тиклем сайырлы хуш еҫле матдәләр күберәк бүленеп сығыу сәбәпле, ҡаҡырыҡ бүленеп сығыуға һәм йүтәлде баҫыуға булышлыҡ итә. Әммә бронхиаль астма менән сирләүселәргә ошо уҡ матдәләр тын алыуҙы ауырлаштырыуы ихтимал.

Июнь-июль айҙарында, сайырлы матдәләр ныҡлап бүленә башлаған осорҙа, гипертония, бронхиаль астма, йөрәк ишемияһы, бөйөр ауырыуҙары менән сирләүселәргә ылыҫлы урманда йөрөү тыйыла. Йөрәк тибеше йышайып, тын алыуы ауырайып, баш әйләнеп, ҡан баҫымы күтәрелеп, хәлдәре ҡапыл насарайып китеүе бар.

Бындай кешеләргә, ғөмүмән, имән ағасы бүлеп сығарған матдәләр һәм фитонцидтар нығыраҡ тура килә.

Тимәк, һәр кем үҙенең хәленә ҡарап, ниндәй урманда һәм ҡайһы ваҡытта йөрөүҙе хәл итә ала. Ни генә тиһәк тә, һәр кемебеҙ хозур урман тәбиғәтенән, уның шифалы һауаһынан кинәнес һәм ҡыуаныс таба.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...

18.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...


Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы

16.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы


Остеохондроздан дөгө кеүәҫе

14.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Остеохондроздан дөгө кеүәҫе


Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?

13.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?


Әйтер һүҙем бар…

12.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әйтер һүҙем бар…


Йыланғараҡты нисек дауаларға?

07.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йыланғараҡты нисек дауаларға?


«Йә минеке булаһың, йә...»

04.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Йә минеке булаһың, йә...»


Сәләмәтлекте нығытыуға  нимә булышлыҡ итә?

Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек

01.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек


Әсе, тәмле һәм файҙалы

28.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әсе, тәмле һәм файҙалы


Тырнаҡтар нилектән  һына?

27.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тырнаҡтар нилектән һына?


Температуранан ҡурҡырға ярамай

26.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Температуранан ҡурҡырға ярамай