RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Йә минеке булаһың, йә...»

04.03.2019 «Йә минеке булаһың, йә...»

“Әлмира, hаумыhығыҙ! Минең hеҙгә бер борсоған hорауым бар ине, шуға яуап бирмәҫhегеҙме икән? Минең менән бергә уҡыған ҡыҙ артынан егет йөрөй. Ул ҡыҙҙың егете бар, ә артынан йөрөгән егет аңламай. Ҡыҫҡаһы, артынан ҡалмай ыҙалата. Матур итеп аңлатып та ҡарай, ләкин егет аңларға теләмәй, сәскәләр алып килә, көн hайын эшенән ҡаршы ала. Минең менән йөрөмәhәң, тамырымды ҡырҡам, тип әйтә. Яңыраҡ шылтыратып, мин 9-сы ҡаттан ҡолайым, йәшәмәйем тип, ҡыҙҙы саҡырған. Барhа, егет кәйефһеҙ генә ултыра, курткаhын, свитерын сисеп ташлаған, ти. Теге ҡыҙ уны саҡ тынысландырған. Шулай, хәҙер ҡыҙ илай, тыныслана алмай. Әле егеттең апаhы шылтыратып, был ҡыҙҙы әрләне, нишләп башын бутайһың, имеш. Аптырап һеҙгә яҙырға булдым. Был ҡыҙға нимә эшләргә? Ул егет ауырыумы әллә шулай ныҡ яратамы икән? Һеҙҙән яуап көтәм”.

Ошондай йөкмәткеле хат килеп төштө. Йәш ҡыҙҙар, студенттар яҙалыр, тип уйлайым. Кеше күңеле табибы булараҡ, әле илап-ҡайғырып ултырған ҡыҙға бер нисә һорауым бар:
– Һиңә был егет оҡшаймы?
– Үҙеңдең киләсәгеңде уға бәйләйһеңме?
– Ҡорасаҡ ғаиләңдең башлығы ошо егетме?
– Һин уны балаларыңдың атаһы итеп күрәһеңме?
– Уға тәмле ризыҡтар әҙерләп, күңелен күтәргең киләме?
– Кейемдәрен үтекләгәндә изге теләктәр теләр ирең был егетме?

Әгәр ҙә ошо алты һорауҙың икәүһенә генә лә яуаптар “юҡ” булһа, уйланырға урын бар. Беләһегеҙме, кешене үҙегеҙгә ни тиклем яҡынлатаһығыҙ, ул шул тиклем яҡынлаясаҡ. Тимәк, егетте нимәгәлер өмөтләндергән кеше һеҙ үҙегеҙ түгелме? Әгәр ҙә ул ым-ишараларҙы аңламай икән, асыҡ текст менән аңлатыу мөһим. Ир-егеттәрҙең мейеһе башҡасараҡ эшләй, ҡәҙерле ҡыҙҙар, шуға күрә, күп ваҡытта уларға нимә һәм нисек теләгәнегеҙҙе һүҙмә-һүҙ әйтеп бирергә кәрәк.

Әлеге осраҡта бындағы мөнәсәбәттәр ниндәйҙер психозға әйләнә башлаған: ҡыҙ ҡурҡышынан аралаша, егет үҙенең мәғәнәһеҙ ҡылыҡтары менән уны шантажлай. Ситтән ҡараһаң, бөтәһе лә аңлашыла: оҡшамай икән – аралашма, өҙә һуҡ! Тик бында егет иң түбән манипуляцияға керешкән – үҙенең ғүмерен башҡа кеше ҡулына тапшырған, имеш. Имеш, тиеүем – был хәл ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Һәм, иң мөһиме – был яратыу, ысын һөйөү түгел! Апаһының шылтыратып һеҙҙән нин­дәйҙер аңлатмалар һорап, күрһәтмәләр биреүе егеттең инфантиль дәүерҙән үтмәгәнен һөйләй. Ни эшләргә? Бында оҙаҡ итеп уйланырға ла, баш ватырға ла кәрәкмәйҙер. Минең аңлауымса, һеҙгә был мөнәсәбәттәр тик ауыр күңел кисерештәре генә килтерә, тимәк.... Һайлағыҙ! Бөтәһе лә һеҙҙең ҡулда. Аңлатыу, илау-һыҡтауҙарҙы аңламай икән, бәлки был яҡшыраҡтыр ҙа, һуңғы тапҡыр күрешеүҙән, уның шантажына эләгеүҙән аралауҙыр. Зинһар, иҫегеҙгә тотоғоҙ: һеҙ, хатта бик теләһәгеҙ ҙә, кемдеңдер ғүмере өсөн яуаплы була алмайһығыҙ! Был мөмкин түгел! Ошо рәүешле шантажға алданып, психикаһы тотороҡло булмаған егеттәр менән яҙмыштарын бәйләгән бәхетле ҡатын-ҡыҙҙы бер ҙә генә күргәнем юҡ. Киреһенсә, мөнәсәбәттәр нисек кире башлана, артабан улар тағы ла нығыраҡ киҫкенләшә. Ҡыҙҙарым-йондоҙҙарым, һис шикһеҙ, мин дә һеҙгә ярҙам итергә шатмын, шулай ҙа әсәйҙәрегеҙгә ышанырға, улар менән серҙәрегеҙҙе бүлешергә ҡурҡмағыҙ, йәме.

Ауыр, ғазаплы мөнәсәбәттәрҙән ҡотолоуы еңел түгел, әммә мөмкин. Бының өсөн һеҙгә тик ошо ҡарарҙы ҡабул итергә генә ҡала.



Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...

18.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...


Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы

16.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы


Остеохондроздан дөгө кеүәҫе

14.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Остеохондроздан дөгө кеүәҫе


Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?

13.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?


Әйтер һүҙем бар…

12.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әйтер һүҙем бар…


Ниндәй урман яҡшыраҡ?

11.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниндәй урман яҡшыраҡ?


Йыланғараҡты нисек дауаларға?

07.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йыланғараҡты нисек дауаларға?


Сәләмәтлекте нығытыуға  нимә булышлыҡ итә?

Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек

01.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек


Әсе, тәмле һәм файҙалы

28.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әсе, тәмле һәм файҙалы


Тырнаҡтар нилектән  һына?

27.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тырнаҡтар нилектән һына?


Температуранан ҡурҡырға ярамай

26.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Температуранан ҡурҡырға ярамай