RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сәләмәтлекте нығытыуға нимә булышлыҡ итә?

02.03.2019 Сәләмәтлекте нығытыуға нимә булышлыҡ итә?

Күҙ күрә, үпкә тын ала, аяҡтар йөрөй, ашҡаҙан үҙ эшен башҡара, йөрәк тибә – быларҙы, шулай булырға тейеш, тип ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Айырыуса йәш саҡта сәләмәтлек хаҡында уйламайбыҙ ҙа, хәстәрлек тә күрмәйбеҙ. Ә бит гел улай ғына дауам итмәүе лә ихтимал… Тора-бара ниндәйҙер орган йә система ҡаҡшай башлай. Быға юл ҡуймаҫ өсөн нимә эшләргә һуң? Сәләмәтлекте нимә нығыта?

1. Ҡосаҡлашыу
Йоҡлар алдынан яратҡан кешегеҙҙе ҡосаҡлап, организмығыҙға иркен тын алырға, мейегә проблемалар хаҡындағы уйҙарҙан арынырға булышлыҡ итәһегеҙ. Йоҡо ла күпкә тыныс һәм нығыраҡ буласаҡ.
2. Бесәй
Өйөндә дүрт аяҡлы бындай дуҫы булғандарҙың йөрәк менән бәйле проблемалары – ике тапҡырға, инфаркт кисереү хәүефе өс тапҡырға кәмерәк.
3. Йәйәү йөрөү
Көн һайын бер нисә саҡрым атлап үтеү ҡан тамырҙарын, үпкәне, мускулдарҙы нығыта. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, күкрәк яман шеше менән ауырыу хәүефен 1/4 тапҡырға кәметә.
4. Әфлисун һуты
Даими рәүештә был һутты эсеү остеопороздан һәм һимереүҙән һаҡлай.
5. Бал
Был тәбиғи аҙыҡ баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта, хәтерҙе нығыта. Шунлыҡтан ололар өсөн дә, балаларға ла берҙәй файҙалы.
6. Диңгеҙ
Статистика буйынса, диңгеҙгә яҡын йәшәгән кешеләр әүҙем тормош алып бара һәм стресҡа бирешмәй. Сағыш­тыр­маса улар һирәгерәк ауырый ҙа.
7. Һыу
Организмға көнөнә 8 стакан һыу талап ителә. Тимәк, эске килмәһә лә эсергә кәрәк. Әгәр ҙә һыуһағанығыҙҙы тояһығыҙ икән, организм дөйөм ауырлыҡтан бер процент һыуҙы юғалтҡан тигән һүҙ. Ә ун процентты юғалтыу ғүмер өсөн хәүефле булыуы ихтимал.


Ауырыуға этәреүсе сәбәптәр


1. Тоҙ
Рационда ул ни тиклем күберәк, шул тиклем йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыу хәүефе арта. Уны ҡулланыуҙы тәүлегенә 1/4 балғалаҡҡа тиклем ҡалдырғанда, инфаркт кисереү ҡурҡынысы ике тапҡырға кәмей.
2. Йоҡо туймау
Төнгө ял дүрт сәғәттән кәмерәк булһа, тотош организм эшмәкәрлегенең боҙолоуына килтерә. Ә насар йоҡлауҙың һимереүгә сәбәп булыуы бар.
3. Яңғыҙлыҡ
Янығыҙҙа яратҡан, яҡын кеше­ләрегеҙҙең булыуы иммунитетты нығыта, депрессиянан һаҡлай.
4. Солярий
Статистика күрһәтеүенсә, тәмәке тартыусыларҙа үпкә яман шешенә ҡарағанда, был прибор менән ҡулланыусыларҙа тире яман шеше йышыраҡ осрай.
5. Оҡшамаған эш
Ғалимдар фекеренсә, эшһеҙ кеше көн дә иртән уянғандан кискә тиклем эштә стресс кисереүсегә ҡарағанда күпкә тынысыраҡ һәм бәхетлерәк.
6. Артыҡ ныҡ таҙалыҡ
Беҙҙең тәндә урынлашҡан микроорганизмдар иммун системаһын тонуста тоторға ярҙам итә. Артыҡ ныҡ таҙалыҡ йыш ауырыуға сәбәпсе булыуы ихтимал.
7. Ултыраҡ тормош
Кем көнөнә 3 – 4 сәғәт ултырып эшләй, улар ике йылға ғүмерен ҡыҫҡарта.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...

18.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...


Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы

16.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы


Остеохондроздан дөгө кеүәҫе

14.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Остеохондроздан дөгө кеүәҫе


Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?

13.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?


Әйтер һүҙем бар…

12.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әйтер һүҙем бар…


Ниндәй урман яҡшыраҡ?

11.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниндәй урман яҡшыраҡ?


Йыланғараҡты нисек дауаларға?

07.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йыланғараҡты нисек дауаларға?


«Йә минеке булаһың, йә...»

04.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Йә минеке булаһың, йә...»


Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек

01.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек


Әсе, тәмле һәм файҙалы

28.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әсе, тәмле һәм файҙалы


Тырнаҡтар нилектән  һына?

27.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тырнаҡтар нилектән һына?


Температуранан ҡурҡырға ярамай

26.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Температуранан ҡурҡырға ярамай