RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әсе, тәмле һәм файҙалы

28.02.2019 Әсе, тәмле һәм файҙалы

Гәрсис – Рәсәйҙә киң ҡулланылыусы аш тәмләткес. Әммә был үҫемлекте боронғо Римдә һәм боронғо Ҡытайҙа уҡ эшкәртә башлағандар һәм аш тәмләткес итеп кенә түгел, дарыу урынына ла файҙаланғандар.

Ул минераль матдәләргә, витаминдарға, тәбиғи антиоксиданттарға бик бай. Әммә төп үҙенсәлеге – орлоғоноң 35 процент самаһы шифалы майҙан тороуында. Гәрсис майын алыу өсөн орлоғон ҡабығынан таҙарталар һәм ҡыҙҙырып, преста ҡыҫалар.
Киң билдәле аш тәмләткесте уның орлоғонан йәки майын һығып алғандан һуң ҡалған һығынтыһынан эшләйҙәр. Ул һәр саҡ популяр булған. Байҙарҙың да, ярлыларҙың да өҫтәлендә төп урынды биләгән. Орлоғон он хәленә еткәнсе ваҡларға XVIII быуатта ғына өйрәнгәндәр. Уға тиклем орлоғон бөтәүләй йә ҙур итеп ваҡланған килеш ҡулланғандар. Йылдар үтеү менән гәрсис әҙерләү рецебы камиллаша барған. Был йәһәттән француз ашнаҡсылары үҙҙәрен бөтә донъяға танытҡан.

Гәрсисте аш тәмләтеү өсөн генә түгел, дауалау сараһы булараҡ та ҡулланғандар. Уның организмды эстән ҡыҙҙырыу үҙенсәлеге асыҡланғас, шарапҡа ҡушҡандар, тамаҡты сайҡатҡандар, арҡаға япҡандар, аяҡтарҙы йылытҡандар, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарына ҡаршы файҙаланғандар. Боронғо грек табибы Диоскорид төрлө хроник ауыртыуға ҡаршы гәрсис япмаларын ҡулланырға кәңәш иткән.
Әлеге ваҡытта уның мускулдарҙың, нервы системаһының эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһауы билдәле, матдәләр алмашыныуын, күҙәнәктәрҙең үҫеүен көйләй. Гәрсис орлоғо микробтарға ҡаршы тороу көсөнә эйә, ашҡаҙан-эсәк трактының микро­флораһын яҡшырта, организмдан токсиндарҙы сығара, тештең эмален нығыта, кәүҙә ауырлығы кәмеүенә булышлыҡ итә.

Гәрсис майы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыу хәүефен кәметә, шул иҫәптән – атеросклероз менән тромбозды. Ул организмдың ҡартайыу процесын тотҡарлаусы, енси функцияларын көсәй­теүсе, яман шеш ауырыуының барлыҡҡа килеүенә тотҡарлыҡ яһаусы матдәләргә бай.

Бала саҡта кемгә генә көслө йүтәл йонсотҡанда горчичник ҡуйманылар икән?! Уның ҡыҙҙырыуынан түҙеп кенә булһасы!.. Бер нисә минутта тире ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙарып килеп тә сыға. Был горчичникты йылы һыуға манып алғанда гәрсис орлоғоноң шәкәргә, әсе көкөртлө калий тоҙона һәм гәрсис майына тарҡалыуынан барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә горчица ҡуйылған урында ҡан әйләнеше яҡшыра. Өҫ­тәге тире ҡатламында ғына түгел, ә аҫтараҡ урынлашҡан ауырыу органда ла ҡан шәберәк йөрөй башлай. Шун­лыҡтан ундағы ялҡын­һыныу процесы кәмей һәм ауыртыу баҫыла.

Горчичникты бронхиттан, үпкә ауырыуҙа­рынан ғына түгел, миозиттан, нефриттан, мускулдар, нервы бөтөмдәре радикулитынан һәм башҡа ауырыуҙарҙан да уңышлы файҙаланалар.

- Горчичникты үксәгә һалып, йылы ойоҡбаш кейеп ҡуйғанда, башланып ҡына торған тымауҙан ҡотолорға була. Тик ике сәғәттән ашыу тоторға ярамай, тиренең янып сығыуы бар. Горчичникты алғас, шәп-шәп итеп атлап йөрөп алырға онотмағыҙ. Иртән тороуығыҙға тымауҙың эҙе лә ҡалмаҫ.

-Бронхит, пневмония, ревматизм, радикулиттан гәрсис ванналары ярҙам итә. Бының өсөн 250 – 400 г гәрсис онон ҡуйы бутҡа хәленә килгәнсе йылы һыу ҡушып, яҡшы итеп иҙергә кәрәк. Әҙер булғас, йылы һыу тултырылған ваннаға һалырға һәм 5 – 6 минут шунда ятырға. Һуңынан йылы душ аҫтында сайынып, йылы юрғанға уранып ятырға.

- Көслө йүтәлдән бер ҡалаҡ гәрсис онона бер ҡалаҡ бал һәм бер ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушып, йәймә әҙерләргә мөмкин. Барыһын бергә ҡушып бутап, шуны йәйеп түшкә ҡуйырға. Өҫтөнән целлофан йә таҫтамал ябырға. Ул бик яҡшы йылыта. Бер үк ваҡытта арҡаға ла ошондай уҡ йәймәне ябырға мөмкин. Түҙә алғансы тоторға, тик ярты сәғәттән артыҡ ярамай.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...

18.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...


Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы

16.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы


Остеохондроздан дөгө кеүәҫе

14.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Остеохондроздан дөгө кеүәҫе


Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?

13.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?


Әйтер һүҙем бар…

12.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әйтер һүҙем бар…


Ниндәй урман яҡшыраҡ?

11.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниндәй урман яҡшыраҡ?


Йыланғараҡты нисек дауаларға?

07.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йыланғараҡты нисек дауаларға?


«Йә минеке булаһың, йә...»

04.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Йә минеке булаһың, йә...»


Сәләмәтлекте нығытыуға  нимә булышлыҡ итә?

Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек

01.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек


Тырнаҡтар нилектән  һына?

27.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тырнаҡтар нилектән һына?


Температуранан ҡурҡырға ярамай

26.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Температуранан ҡурҡырға ярамай