RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Күҙлекме әллә операциямы?

19.02.2019 Күҙлекме әллә операциямы?

Хәҙерге заман кешеһенең көндәр буйы компьютерға, телефонға, гаджеттарға текләп ултырыуы күҙҙең сәләмәтлегенә зыян килтермәй ҡалмай. Һөҙөмтәлә күптәр йәштән генә күҙлек йә контакт линза ҡулланырға мәжбүр. Әммә күреү һәләтен тергеҙеүҙең башҡа ысулдары ла бар. Мәҫәлән, лазер ярҙамында операция эшләү. Был ысулды 1949 йылда Колумбия табибы Хосе Барракуер тәҡдим итә. Әммә тәүге тапҡыр ул 1989 йылда ғына ҡулланыла. Һөҙөмтә окулистарҙы шаҡ ҡатыра һәм тиҙ арала киң популярлыҡ яулай. Рәсәйҙә күҙгә бәйле проблеманы хәл итеүҙең яңы ысулын 1996 йылда ҡуллана башлайҙар. Лазер менән дауалау бик күп күҙ ауырыуынан арынырға ярҙам итә. Иң яҡшы һөҙөмтәгә күрәшлекте дауалау буйынса өлгәшелә, операцияларҙың 99 процентында күреү һәләте тулыһынса тергеҙелә.


Кемдәргә тәҡдим ителә?



Күрәшлек, үтәғарашлыҡ, астигматизм кеүек күҙ ауырыуҙары булған 20 – 40 йәш­лек кешеләргә операция эшләтергә мөмкин. Әммә күҙ табибы һәр пациентты айырым ҡарап, ентекле тикшереү үткәр­гәндән һуң ғына хирургик дауалау ысулын ҡулланыу-ҡулланмау мәсьәләһен хәл итә. Сөнки был осраҡта күҙҙәрҙең генә түгел, кешенең дөйөм сәләмәтлегенең торошо ла иҫәпкә алына.
Кемдәргә ярамай?

- 18 йәшкә тиклемге балаларға. Бер хирург та етди сәбәп булмағанда был аҙымға бармаҫ.
- Ике күҙҙең дә күреү һәләте яҡынса бер үк кимәлдә булырға тейеш. Айырма 2,5 диоптриянан күп булһа, дауалауҙың был ысулы ҡулланылмай.
- Бындай операция шулай уҡ ауырлы һәм имеҙеүсе ҡатындарға тәҡдим ителмәй.

Клиниканы һәм табипты
нисек һайларға?


Операцияның уңышы һәр ваҡытта ла тәжрибәле табиптан һәм яҡшы дауахананан тора. Әгәр ҙә табип килеп инеү менән, барыһы ла ал да гөл буласаҡ, тип 100 процент гарантия бирә икән, шунда уҡ боролоп сығырға мөмкин. Сөнки хирургик ысул менән дауалауҙа көтөлмәгән хәлдәр һағалап тороуын яҡшы аңлаған ысын профессионал бер ҡасан да бындай гарантия бирмәйәсәк. Эйе, лазер менән дауалау ысулында бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ кеүек, шулай ҙа алдан вәғәҙә бирергә ашығырға ярамай.
Икенсенән, клиниканың лицензияһын ҡарарға мөмкин. Ғәмәлдән сыҡмағанмы икән, шуныһына иғтибар итегеҙ. Шулай уҡ медицина аппараттарының торошона ла күҙ һалығыҙ. Ни тиклем яңыраҡ, шул тиклем һәйбәтерәк. Тағы ла: пациенттың сәләмәтлеген хәстәрләүсе табиптар дөйөм күҙәтеү генә үткәреп ҡалмай, йәшерен сирҙәрҙе асыҡлау өсөн өҫтәмә тикшереү ҙә тәҡдим итер.

Ни өсөн был ысулды
һайларға?



Күптәр, күҙлек йә линза урынына, лазер менән дауалауға өҫтөнлөк бирә. Сөнки, беренсенән, операция бер ниндәй ауыртыуһыҙ үтә, икенсенән, хәүефһеҙ, өсөнсөнән, бер ниндәй ҙә эҙе ҡалмай. Операция ни бары 15 минут дауам итә. Ике сәғәт дауаханала табиптар күҙәтеүе аҫтында булғандан һуң, пациентҡа өйөнә ҡайтырға рөхсәт ителә. Һөҙөмтә операция тамамланғас та күренә. Реабилитацияға ла бер аҙна ваҡыт етә. Иң мөһиме – етди физик көсөргәнештән һаҡланырға кәрәк буласаҡ.

Етешһеҙлектәре



- Тәүҙә сирҙең сәбәбен асыҡлама­йынса, лазер менән дауалау ысулын ҡулланғанда, күпмелер ваҡыттан һуң күреү һәләте яңынан насарайыуы ихтимал.
- Күҙҙәрҙе ваҡытында ял иттермә­йенсә, көсөргәнешле эшләүҙе дауам иткәндә, күреү һәләтенә бәйле проблема ҡабат барлыҡҡа килеүе бар.
- Иң төп минустарҙың береһе – дауалау процедураһының хаҡы. Уртаса алғанда, бер күҙҙе дауалау 20 – 25 мең һумға төшә. Ҡатмарлы осраҡтарҙа уның хаҡы 40 – 55 мең һумға барып етеүе бар. Өҫтәүенә, операциянан һуң ҡояштан һаҡланыу өсөн күҙлек һәм дарыуҙар һатып алырға ла сығымдар талап ителәсәк.

Хәүефләнергә урын бармы?



Төп хәүеф – пациенттарҙың табиптар ҡушҡан ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәүендә. Мәҫәлән, күҙҙән йәш ҡойолғанда салфетка менән һөртөргә ярамай. Операциянан һуң тәүлек әйләнәһенә ҡул менән күҙгә ҡағылыу тыйыла. Эскә ятып йоҡларға ярамай. Күҙгә бысраҡ йә һабын эләкмәһен өсөн бер аҙна йыуыныуҙан һәм сәсте йыуыуҙан да тыйылып торорға кәрәк. Шулай уҡ аҙна-ун көн спорт менән шөғөлләнергә, алкоголле эсемлек һәм биҙәнеү әйберҙәре ҡулланырға рөхсәт ителмәй. 10 көн дауамында күҙгә махсус дарыуҙар тамыҙырға ла оноторға ярамай.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Оло һынауға дусар Гөлназ

20.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Оло һынауға дусар Гөлназ


Ашҡаҙан аҫты биҙе өсөн «тиҙ ярҙам»

Тештәр өсөн диета

19.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тештәр өсөн диета


Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...

18.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...


Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы

16.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы


Остеохондроздан дөгө кеүәҫе

14.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Остеохондроздан дөгө кеүәҫе


Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?

13.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?


Әйтер һүҙем бар…

12.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әйтер һүҙем бар…


Ниндәй урман яҡшыраҡ?

11.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниндәй урман яҡшыраҡ?


Йыланғараҡты нисек дауаларға?

07.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йыланғараҡты нисек дауаларға?


«Йә минеке булаһың, йә...»

04.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Йә минеке булаһың, йә...»


Сәләмәтлекте нығытыуға  нимә булышлыҡ итә?