RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

18.02.2019 Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

Ауыр миңә. Ирем дә, мин дә эшләйбеҙ. Өс бала әсәһемен. Һүҙ – минең эшем тураһында. Яратып, бик яуаплы итеп атҡарам, тырышып эшләйем. Әм­мә... хужалар менән уртаҡ тел табып булмай. Һәр бер эшләгәнемдең “ҡырынын” табалар: уныһын яңылыш, быныһын еренә еткер­мәгәнһең, тегенең улай түгел, тип теңкәмде ҡоро­талар. Ысынында иһә, юҡтан ғына оло ғауға сығаралар. Был ғына түгел, мине коллегаларым алдында түбәнһетеп, кәмһетеп ҡуя­лар. Һуңғы арала эшкә барырға ҡурҡам, тағы нимә тип ҡысҡырырҙар инде, тип. Һис шикһеҙ, башҡаларҙың да етешһеҙлектәрен күрәләр, тик уларға ипләп, тауыш күтәрмәй аң­латалар. Ошо ерҙә биш йыл эшләйем, әле декрет ялынан сығыуыма бер йыл да булмаған. Үҙемде яҡлай белмәйем, башҡалар кеүек тупаҫ һәм дорфа итеп тә ҡысҡырмайым. Ә еңеллек юҡ. Ирем, кәйефһеҙ икәнемде күреп, көйә лә китә. Ул, башҡа эшкә күс, ти. Минең өйрәнгән ерҙә эшләгем килә, ә эшләп булмай. Ҡайһы ваҡытта бөтә коллектив ҡаршы һымаҡ. Коллективта мине нимә тиҙәр, тип бер тапҡыр коллегамдан һорағайным. Ул, үҙең беләһең инде, нимә һөйләргә уны, тине. Нимә эшләргә икән һуң? Нисек үҙемде яҡларға? Нисек шулар бәйләнмәҫлек итергә?
Йәмилә, 38 йәш.

Йәмилә, беренсенән, ситуацияға эмоцияһыҙ ҡарау мөһим. Шелтә алыуҙы, әйтеп үтергә кәрәктер, бер хеҙмәткәр ҙә яратмай. Әммә... Ҡайһы берҙә шелтәнең дә бик урынлы булыуын инҡар итеп шаулаған кешеләр була: һеҙ янъялсыға оҡша­маған­һығыҙ. Шулай ҙа, күңелегеҙ ни тиклем ҡаршы булмаһын, ни тиклем үҙ-үҙегеҙҙе йәлләһәгеҙ ҙә, эшкә иғтибарығыҙҙы арттырығыҙ. Еренә еткереп атҡарып, бирелгән һорауҙарға шартлатып яуап бирһәгеҙ, ваҡытында килеп, ваҡытында ҡайтһағыҙ, бәй­ләнерлек «йөй» булмаҫ.

Аңлауымса, һеҙгә был эшегеҙ оҡшай, артабан да бында ҡалырға уйығыҙ бар. Шулай булғас, әгәр һеҙгә бер сәбәпһеҙ кемдер тауыш күтәрә икән, үҙегеҙҙе яҡлау мөһим. Бының өсөн тик Хеҙмәт кодексын яҡшы белергә кәрәк.

Коллективта төрлө кеше була: араларында һүҙ сығарып, ғәйбәт һөйләп, кемделер рәнйетеп ләззәтләнгәндәр һирәк булһа ла осрап ҡуя. Бындай кешеләр менән эшләү үтә лә еңел: һаңғырау һәм һуҡыр булыу. Йәғни, һеҙҙең бәҫегеҙҙе төшөргән хәбәр­ҙәргә иғтибар бирмәү ауыр күңел кисерештәренән ҡотҡарыр. Һеҙҙе “ҡайғыртҡан” кешеләр күп, әммә уларҙың “бышылдауҙарын” тыйыу мөһим. Үҙегеҙ был хаҡта ишетергә теләмәгәнегеҙҙе асыҡ итеп әйтегеҙ: мине был һорау (кеше, ситуация) ҡыҙыҡһындырмай, шуға күрә лә бер һүҙ ҙә әйтә алмайым, тип тыйыу ғәйбәтсене энергияһын сығарыу өсөн икенсе ҡорбан эҙләргә мәжбүр итәсәк. Коллектив – ул ваҡытлы күренеш. Бөгөн һинең коллективың ошо, ә иртәгә икенселәр менән эшләрһең. Шуға күрә, әгәр ҙә кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмаҫҡа өйрәнһәгеҙ, үҙегеҙгә яҡшыраҡ булыр. Кемделер тик­шермәү, уның эшенә баһа бирмәү һеҙҙе кәрәкмәгән күп кисерештән ҡотҡарыр. Иң мөһиме – һөйәкһеҙ телде тыя белеү.

Йәмилә, ни өсөн башҡаларҙың һеҙҙең турала ни уйлауы борсой? Коллективта нисә кеше – шунсама фекер ишетәсәкһегеҙ. Ә һеҙгә ниңә кәрәк ул? Коллегаларҙың баһаһын (оценка) ишеткәс, еңеллек килер, тип уй­лайһығыҙмы? Әллә, уларға оҡшарға тырышып, үҙегеҙҙе үҙгәртә баш­лайһығыҙмы? Башҡаларҙы үҙегеҙҙән өҫтөн ҡуйыуҙы, кемдәрҙәндер хуплау көтөүҙе туҡтатығыҙ. Һеҙ – ир ҡатыны, өс бала әсәһе, эшлекле ханым. Шуның өсөн генә лә һеҙҙе сикһеҙ хөрмәт итәм. Һеҙ ҙә, Йәмиләкәй, үҙегеҙҙе ярата башлағыҙ әле. Ә нисек – был турала серләшербеҙ.



Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: pixabay.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Оло һынауға дусар Гөлназ

20.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Оло һынауға дусар Гөлназ


Ашҡаҙан аҫты биҙе өсөн «тиҙ ярҙам»

Тештәр өсөн диета

19.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тештәр өсөн диета


Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...

18.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...


Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы

16.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы


Остеохондроздан дөгө кеүәҫе

14.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Остеохондроздан дөгө кеүәҫе


Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?

13.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?


Әйтер һүҙем бар…

12.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әйтер һүҙем бар…


Ниндәй урман яҡшыраҡ?

11.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниндәй урман яҡшыраҡ?


Йыланғараҡты нисек дауаларға?

07.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йыланғараҡты нисек дауаларға?


«Йә минеке булаһың, йә...»

04.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Йә минеке булаһың, йә...»


Сәләмәтлекте нығытыуға  нимә булышлыҡ итә?