RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 Эндометриозды нисек дауаларға?

Күрем ваҡытында көслө ауыртыуҙан яфаланам. Табип­тарға күренгәйнем, «эндометриоз» тигән диагноз ҡуйҙылар һәм операция эшләтергә кәңәш иттеләр. Операциянан ҡурҡам, уны дауалауҙың башҡа ысулдары юҡмы икән? Кәңәш биреүсе булһа, бик шат булыр инем.
Филүзә.


Эндометриоз – киң таралған ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы. Әл­биттә, халыҡ медицинаһында уны дауалау буйынса кәңәштәр бар. Кемдер – ҡыяр үҫентеләренең һа­баҡтары менән, кемдер үләндәр йыйылмаһы менән дауаланырға кәңәш итә. Үҙегеҙгә оҡшағанын ҡулланып ҡарағыҙ, бәлки, файҙаһы тейер.

Баҡсанан ҡыяр үҫентеләренең кипкән һабаҡтарын йыйып алырға. 2 ҡалаҡ ваҡланған һабаҡтарға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 2 – 3 минут ҡайнатырға һәм төн­гөлөккә ултыртып торорға. Иртәгәһен һөҙөп алып, көнө буйы шуны эсергә. Әлбиттә, файҙаһы тейһен өсөн төнәтмәне бик оҙаҡ эсергә тура киләсәк, шун­лыҡтан һабаҡтарҙы ла күпләп әҙерләп ҡуйырға кәрәк буласаҡ.

Бынан тыш, икешәр ҡалаҡ йылан тамыр (шалфей) һәм алтей үләненә берәр ҡалаҡ мәрүәр ағасы (бузина) сәскәһе, ромашка, бөтнөк үләне япрағы, ҡурай еләге, меңъяпраҡ, кесерткән, ҡыр сәйе (буквица) ҡушып (кемдәрҙең ҡан баҫымы түбән, ҡыр сәйен ҡушмағанда ла була), 2 л ҡайнар һыу ҡойорға һәм 1,5 сәғәт төнәтергә. Көнөнә 4 тапҡыр ашарҙан алда ошо төнәтмәне эсергә. Ҡалғанын һиптереп йыуыныу өсөн ҡулланырға мөмкин. Шул рәүешле ике аҙна да­уаланғандан һуң 10 көн ял итергә һәм, кәрәк икән, дауаланыуҙы яңынан ҡабатларға була.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Күҙлекме әллә операциямы?

19.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙлекме әллә операциямы?


Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?