RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киҙеүҙән һәм вируслы инфекциянан нисек һаҡланырға?

06.02.2019 Киҙеүҙән һәм вируслы инфекциянан нисек һаҡланырға?

Киҙеү күптән инде кешеләрҙең сәләмәтлегенә, хатта ғүмеренә хәүеф тыуҙырыусы глобаль инфекцияға әүерелгән. Халыҡ иҫәбенең артыуы, илдәр һәм ҡитғалар араһындағы бәйләнештәр нығыныуы был ауырыуҙың киң таралыуына булышлыҡ итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заман медицинаһы ныҡ үҫешеүгә һәм санитар-эпидемиологик хеҙмәттәр тарафынан етди саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, был инфекцияны әлегәсә еңә алмайҙар. Эш шунда, киҙеү вирусы йылдан-йыл көсәйә һәм мәкерлерәк була бара. Элегерәк табиптар киҙеүҙең А тибындағы эпидемияһы хаҡында ғына һүҙ алып барһа, йылдан-йыл уларҙың тағы ла ҡурҡынысыраҡ төрҙәре барлыҡҡа килә: «испан», «азия», «гонконг», «ҡош киҙеүе» һ.б. Быйыл иһә Грузияла «сусҡа киҙеүе» таралыуы һәм уның бер нисә кешенең ғүмерен алып китеүе хаҡында яҙҙылар.

Бер ҡыш та киҙеүһеҙ үтмәй, ахыры. Быйыл ул бер аҙ һуңланы һымаҡ. Ғәҙәттә, ҡыш башланыу менән киҫкен респиратор ауы­рыуҙар менән вируслы инфекциялар ҡотора башлай ине, әле уның иң киҫкен осоро ғинуарға тура килде. Кемдәрҙер – кинәт кенә йүтәл барлыҡҡа ки­леүенә, тамаҡ төбөндә нимә­неңдер тик тороуына, икенселәр тымауҙан танау ярылып килеүенә, баш ауыртыуына зарлана. Берәү­ҙәрҙә тән температураһы юғары булһа, икенселәрҙә ул 37,2 – 37,3-тән артмай. Һәр осраҡта ла хәлһеҙлек, ятҡы ғына килеп тороу күҙәтелә. Әйткәндәй, тымау ҙа, йүтәл дә тиҙ генә үтмәй. 2 – 3 көндә шәбәйеп аяҡҡа баҫырмын, тип өмөтләнеү ҙә бушҡа ғына.

Әлбиттә, табиптар бөтәһенә лә «киҙеү» тигән диагноз ҡуймай. Ғөмүмән, улар бындай диагнозды ҡуйып та бармай шикелле. Күберәк, киҫкен респиратор ауырыу, тип баһалайҙар. Халыҡ те­лендә инде, шундай һалыу бар, тип әйтәләр. Нисек кенә булмаһын, быйыл сирләүсе­ләр­ҙән кемеһенән генә һорашма, ауырыуҙың билдәләрен тап ошолай итеп һүрәтләп бирә. Өҫтә­үенә, сир өйгә килеп инһә, барыһы ла ауырып бөтмәйенсә сығып та китмәй. Тимәк, ул – йоғошло ауырыу.

Сир йоҡһа, нимә эшләргә?


Ауырыуҙы мөмкин тиклем иртәрәк дауалай башларға кәрәк. Тәүге көнөнән үк дауалау курсын башлау яҡшы һөҙөмтә бирә.
Иң беренсе сиратта вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланырға кәрәк булыр. Хәҙер уларҙың иҫәбе-һаны юҡ (кагоцел, арбидол, ингаверин, анвимакс һ.б.), иң яҡшыһы – табип менән кәңәш­ләшеп эш итеү. Әлбиттә, киҙеү менән сирләгән кешегә тымауға ҡаршы, тамаҡ ауыртыуын баҫыу­сы, температураны төшө­рөүсе дарыуҙарҙы ла ҡулланырға тура килә. Йүтәлдән, мәҫәлән, уны йомшартырға һәм ҡаҡырыҡты сығарырға булышлыҡ итеүсе препараттар эсергә кәрәк. Әйт­кәндәй, табиптар тән тем­­­­ператураһын 38 – 39-ға күтәрелгәс кенә төшөрөргә кәңәш итә, сөнки ул организмдың ауырыуға көрәшеү билдәһе.

Шулай уҡ күберәк сәй, һут, морс эсергә ҡушыла. Бигерәк тә бал һәм ҡурай еләге ҡушып, лимонлы сәй эсеү файҙалы. Шулай уҡ дарыу үләндәре тураһында ла оноторға ярамай. Мәтрүшкә, кейәү үләне, йүкә сәскәһенә ҡайнар һыу ҡойоп, йылы килеш эсергә. Йүтәлдән һөт ҡайнатып эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә. Температура булмағанда, күкрәкте, арҡаны майларға, йылытырға мөмкин. Тамаҡ ауыртҡанда иһә компресс ябырға йәки горчичник ҡуйырға була.

Шулай уҡ мотлаҡ ятып торорға кәрәк. Сирҙе аяғөҫтө үткәреү өҙөклөккә килтереүе ихтимал. Шуларҙың иң ҡурҡынысы – пневмония. Был сирҙең ҡатмарлы формаһы кеше сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн айырыуса хәүефле.

Ғөмүмән, иң дөрөҫө – ауырый башлағас та табипҡа мөрәжәғәт итеү. Ул һеҙҙең хәлегеҙҙе баһа­лап, иң дөрөҫ дауалау ысулын билдәләр. Сөнки ҡайһы бер ос­раҡта, сир оҙаҡҡа һуҙылһа, улар антибиотиктар менән дә дауалау тәғәйенләй. Белеүебеҙсә, үҙ белдегебеҙ менән генә беҙ уны ҡуллана алмайбыҙ.

Тағы ла…



-Өйҙә генә тороғоҙ, эшкә, уҡыуға, башҡа йәмәғәт урынына сығырға тырышмағыҙ.
-Ҡулығыҙҙы һәр саҡ яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ.
-Бүлмәгеҙҙе көнөнә бер тапҡыр булһа ла елләтеп алығыҙ. Шулай уҡ белгестәр туҙанды еүеш сепрәк менән һөртөп, өйҙө йыйыштырып торорға кәңәш итә.

Яҡындарығыҙҙы ауырытмаҫ өсөн уларҙан алыҫыраҡ йөрөргә тырышығыҙ. Ауырыу сирләй башлағандың тәүге көндәрендә айырыуса зарарлы. Һөйләш­кәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә ул бик күп вирус өлөшсәһе бүлеп сығара. Шунлыҡтан уның менән бәйләнештә булған кеше үҙе һаҡланыу сараларын күрергә тейеш. Бының өсөн вирусҡа ҡаршы препарат ҡулланырға мөмкин. Улар сәләмәтлек өсөн хәүефле түгел, шунлыҡтан киҙеү эпидемияһы осоронда ололарға ла, балаларға ла ҡулланырға мөмкин.




Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…