RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 Стресмы әллә депрессиямы?

Хәҙер йыш ҡына кешенең: “Миндә стресс, минең депрессия – миңә теймәгеҙ”, – тигәнен ишетергә була. Хатта ки бәләкәй генә баланың да ошо һылтау менән башын тотоп ултырғанын күрергә тура килде. Мәктәптәрҙә, бигерәк тә берәй ҙур сара, имтихандар алдынан, бөтә коллектив, уҡыусылар менән бергә, әлбиттә, йә стресс кисерәләр, йәиһә депрессияға “китәләр”. Урам буйында кеше менән аралашһаң да, ошондай депрессив тормошта йәшәйбеҙ инде, ҡалай итәһең, тип уфтаналар. Финанс яҡтан тотороҡлоҡ булмауға, эшен яратмауға, кешеләрҙең насарлығына, тәбиғәттең сикһеҙ аламалығына зарлана замандаштарым. “Шунан, бына ошо рәүешле стрес­та йәшәгәс, нисек ауырымайһың инде, депрессиянан нисек ҡотолмаҡ кә­рәк?” – тип аптырай үҙҙәре. Ундай кешеләр эргәһендә оҙаҡ тороу еңел түгел. Нисектер уларҙың хәбәре ысынбарлыҡҡа тура килгән һымаҡ тойола башлай. Ә шулай ҙа “стресс” һәм “депрессия”ның ике мәғәнәле һүҙ икәнен аңлатып китеүҙе бурысым тип һанайым.
Сөнки мин бит психолог. Бәлки, мәғәнәһен аңлаһаҡ, ул һүҙҙәрҙе һөйләм һайын ҡыҫтырмаҫ инек. Тимәк, стресс – ул килеп тыуған кире си­туацияға шәхестең яуап реакцияһы. Мәҫәлән, кемделер көтмәгәндә эштән бушаттылар. Ул ҡапыл аптырап, юғалып ҡаламы? Йәки ҡыуанысынан үрле-ҡырлы һикерәме? Кешенең тап ошо реакцияһы һәм тап ошо ситуацияға бәйле булған күңел кисерештәре стресс тип атала. Был ваҡытта кешенең организмы бик күп адреналин бүлеп сығара, шул “йүгертеп” кенә көсөргәнештән сығырға ярҙам итә лә инде. Стресс бик ҡыҫҡа ваҡыт дауам итә. Ике-биш көн эсендә кеше килеп тыуған ситуацияны хәл итә, унан сығыу юлдарын таба, яңы маҡсаттар билдәләй ҙә артабан йәшәүен дауам итә. Стрестарҙың күп булыуы һаулыҡты ҡаҡшатыуы мөмкин. Быны иҫтән сығарырға ярамай. Сөнки һәр бер стреслы ситуация, адреналин арҡа­һында, нервыларҙың көсөргәнешенә килтерә. Уйлап ҡарағыҙ, әгәр кешегә “өйөм өҫтөнә өймәлә” булып тиҙ арала хәл итергә кәрәк булған ситуациялар яуып торһа? Шуға күрә лә күпләп йыйылған стрестың әкренләп депрес­сияға килтереүе бар. Ҡағиҙә булараҡ, проблема хәл ителеү менән, көсөргәнеш юғала, кеше стрестан ҡотола.

Депрессия кеше психологик көсөр­гәнеш кисергәндән һуң башлана. Ҡайғы, юғалтыу, үпкәләүҙәрҙең күпләп йыйылыуы – төп сәбәптәрҙең береһе. Оҙайлы күңел төшөнкөлөгөнә дусар булыу, тормоштан ҡыуаныс тапмау, бөтә ҡыҙыҡһыныуҙың юҡҡа сығыуы, хәл булмау – бына депрессияның тоғро юлдаштары. Бындай кеше артабан ара­лашыуҙарҙан ситләшә, үҙендә нин­дәйҙер сирҙең билдәләрен күрә башлай. Ошо хәлдең бер айҙан ярты йылға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Һәм, ысынлап та, оҙайлы төшөнкөлөктә булған кеше сирлегә әйләнеүе ихтимал. Элек табиптар бындай хәлде “меланхолия” тип атаған, хәҙер беҙ депрессия тип беләбеҙ. Әхирәткә һөйләп, дуҫтар менән бүлешеп кенә депрессиянан сығып булмай. Йыш ҡына көслө депрессиялағы кешеләр үҙҙәренең хәлен аңламай, ныҡ ауырыуға һабышҡанмын, тип яңылыша. Тик яҡындары, айыҡ аҡыл менән был кешенең тормошон анализлап, депрессияны күҙаллай ала. Шул ваҡытта уға квалификациялы ярҙам итеп буласаҡ. Сөнки медикаментоз дауа­лауҙың һөҙөмтәһе бөткәс, кеше кире ошо хәленә әйләнеп ҡайтасаҡ.

Әлбиттә, әле генә тамыр йәйә баш­лаған депрессиянан кеше үҙ теләге менән сыға ала: спорт, аралашыу, әүҙем тормош алып барыу кире уйҙарҙан арындырыр, тормошҡа ҡарашты үҙгәртер. Шуға күрә, хөрмәтле дуҫтарым, бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы булайыҡсы.



Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: pixabay.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Күҙлекме әллә операциямы?

19.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙлекме әллә операциямы?


Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?