RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Яман шеш тураһында уйҙырмалар һәм аңлатмалар

28.01.2019 Яман шеш тураһында уйҙырмалар һәм аңлатмалар

Бөгөн ҡайһы берәүҙәр телгә лә алырға ҡурҡҡан яман шеш сире тураһында һөйләшәйек. Дөрөҫөрәге, ошо ауырыуға бәйле уйҙырмаларға асыҡлыҡ индереп, шик-шөбһәләргә нөктә ҡуяйыҡ. Юғиһә былтыр бер төркөм мәскәүҙәр, онкосирлеләр беҙҙең менән бергә йәшәмәһен, тип, уларҙың йортонда ваҡытлыса төйәкләнгән ғаиләләргә ҡаршы ҡултамғалар йыйып аптыратты. Ә ул ғаиләләр онкосирле балаларын баш ҡалаға дауалауға килтергән булған. Баҡтиһәң, эргәлә йәшәүсе сирле кешенең ҡурҡыныс ауырыуы беҙгә лә, балаларыбыҙға ла йоғоп ҡуйһа, тип хафаланыусылар аҙ түгел, имеш. Һәм “ликбез”ды тап ошо һорауға яуаптан башлайбыҙ. Тимәк...

Яман шеш ауырыуы йоғошломо?


Әлбиттә, юҡ. Рак инфекцион сир түгел. Ул – организмдың үҙенең үҙгәргән күҙәнәктәре, ситтән ул бер нисек тә үтеп инә алмай, шуға ла йоғошло түгел.
Әйткәндәй, Тасмания иблисе яман шеше (хайуандың морононда ғәйәт ҙур шеш) – йоғошло. Ҙур эткә лә, айыу балаһына ла оҡшаған муҡсалы йыртҡыстар бер-береһен тешләгәндә, рак күҙәнәктәре туранан-тура йәрәхәт, ҡан аша күсә. Ләкин ҡайғырырға сәбәп юҡ, сөнки был иблис шеше кешегә йоҡмай.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер вирустар, айырата әйткәндә, кешенең папиллома вирусы йәки С гепатиты вирусы яман шешкә сәбәпсе була ала. Хәйер, ҡан йәки енси юл аша күскән был вирустарҙы йоҡтороу мотлаҡ рак менән ауырыу­ҙы аңлатмай. Шулай ҙа аналыҡ муйынсаһы һәм бауыр яман шеше барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра. Вирустарҙы йоҡтормаҫ өсөн, ғәҙәттә, ябай санитар һәм әхлаҡи ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә. Ә балаларға, енси тормош менән йәшәй башламаған үҫмерҙәргә папиллома вирусына ҡаршы вакцина яһарға ла мөмкин.
Бынан тыш, рак сиренә булышлыҡ иткән бактерия ла бар – хеликобактер пилори. Уның арҡаһында гастрит, ашҡаҙан сей яраһы башлана. Уларҙың иһә яман шешкә әүерелеүе ихтимал. Әлдә матур исемле яман бактерия уңышлы дауалана, шуға ла өмөтһөҙлөккә урын юҡ.

Яман шештең барлыҡҡа килеүе туҡланыуға бәйлеме?


Туҡланыуҙан бигерәк, аҙыҡ-түлекте нисек әҙерләүгә бәйле, тиһәк, хаҡлы булырбыҙ. Йәғни ныҡ ҡыҙыу майҙа, усаҡта йәки башҡа асыҡ утта аҙыҡты ҡыҙҙырғанда, ҡурғанда, унда канцерогендар барлыҡҡа килә, һәм ундай аҙыҡты йыш ашағанда рактың бер нисә төрөнөң барлыҡҡа килеү һәм үҫеү хәүефе арта (мәҫәлән, ашҡаҙан яман шеше, тура эсәк, ашҡаҙан аҫты биҙе рагы һ.б.). Ҡурылған шешлек, майҙа ҡыҙҙырылған бөйөрөк иң яратып ашаған аҙығығыҙ булһа ла, һаулыҡты һаҡлау маҡсатында уларҙан баш тартырға, һис юғында сама белергә кәрәк.

Кеҫә телефондары, электрон гаджеттар, электр приборҙары яман шешкә килтерәме?


Юҡ, был уйҙырма. Ғалимдар кеҫә телефондарын ҡулланыу һәм онкосирҙәрҙең артыуы араһында бер бәйләнеш тә тапманы. Ә бына руль артында телефондан һөйләшеү менән юлда аварияға осрау араһында тура бәйләнеш бар!
Шулай ҙа йоҡлағанда кеҫә телефоны кара­уаттан алыҫыраҡ ятһа, зыян булмаҫ кеүек.


Дезодорант-антиперспирант ҡулланыу һөт биҙе яман шеше хәүефен арттырамы?


Юҡ. Антиперспиранттар һатыуға сығыу менән, улар тир биҙҙәрен ҡаплап, рак ауырыуын тыуҙыра, тигән уйҙырма ла барлыҡҡа килде. Ләкин ғалимдар күпме генә тикшермәһен, быны раҫлай алманы. Шуға ла дезодоранттар менән рәхәтләнеп файҙаланығыҙ!

Завод-фабрикалар, машиналар геүләп торған ҡалала йәшәү тәмәке тартыуға ҡарағанда хәүефлерәкме?


Был уйҙырманы тәмәке ҡоллоғонан ҡотола алмаған кешеләр уйлап сығарғандыр. Шулай итеп үҙҙәрен тынысландыралыр. Ысынында иһә һауаһы бысраҡ ҡалала йәшәүгә ҡарағанда тәмәке тартыу күпкә ҡурҡынысыраҡ. Сөнки үпкә яман шешенең 90 проценты тәмәке тартыу арҡаһында барлыҡҡа килә.

Фармацевтик компаниялар күптән рактан дарыу уйлап тапҡан, әммә уны йәшерәме?


Йәнәһе лә, мөғжизәле арзан препарат әллә ҡасан уйлап сығарылған, ләкин яуыз ниәтле әҙәмдәр уны халыҡҡа белдермәй, файҙаһы аҙ булған ҡиммәтле дарыуҙар һатып, кеҫәләрен ҡалынайта. Был, әлбиттә, әкиәт, дуҫтар. Әгәр ҙә ундай дарыу табылһа, фармацевтика өлкәһендә миллионлаған һум (доллар, евро) менән эш иткәндәрҙең яҡындары, туғандары рак менән бөтөнләй ауырымаҫ, ауырығанда ла, йәһәт кенә йүнәлеп, яман сирҙән үлмәҫ ине. Иллә-мәгәр, статистика күрһәтеүенсә, ябай кешеләр кеүек үк, уларҙың да яҡындары сирләй, вафат була. Һәм онкосирҙәр төрлө-төрлө бит (лейкоз, тире рагы һ.б.), барыһын да бер генә дарыу менән дауаларлыҡ түгел.

Рак һәр саҡ көслө ауыртыу менән бәйлеме?


Был бик сетерекле һорау. Әгәр ҙә рак барлыҡҡа килеү менән көслө ауыртыуҙар башлан­һа, кеше шунда уҡ дауаханаға мөрәжәғәт итеп, табиптар сирҙе башланғыс стадияһында боғаҙынан алыр ҙа, уңышлы дауалар ине. Үкенескә күрә, күптәр, ауыртыу – рактың төп билдәһе, тип уйлап хаталана ла, бик һуң ғына (яман шештең һуңғы стадияларында, һыҙланыу­ға түҙә алмағанда) табиптарға күренә. Әммә ҡайһы бер онкосирҙәрҙең төрө тәүге осорҙа уҡ һыҙланыуҙар менән башлана. Шуға ла ғәҙәти ауырыҡһыныуҙан айырылып торған билдәләр күҙәтелгәндә, дауаханаға барырға кәрәк. Улар иҫәбенә:
– ауырлыҡтың кинәт һис бер сәбәпһеҙ кәмеүе;
– оҙаҡ ваҡыт һаҡланған субфебриль температура (37 – 37,2 °С);
– байтаҡ ваҡыт төҙәлмәй йонсотҡан йәрәхәт, яра;
– тирелә миң, сөйәлгә оҡшаған сәйер төйөрсөктәрҙең барлыҡҡа килеүе инә.



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Күҙлекме әллә операциямы?

19.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙлекме әллә операциямы?


Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?