RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн ҡан баҫымығыҙҙы үлсәнегеҙме?

26.01.2019 Бөгөн ҡан баҫымығыҙҙы үлсәнегеҙме?

Йәй көнө дауаханала терапевтарға сират кәмей. Йәштәр, әбей-бабайҙар әлеге ваҡытта баҡсала, көҙ етһен, килеп туласаҡтар, тип шаярта. Көҙгөһөн, әйткәндәй, баҡса эштәрен теүәлләп, малды ҡураға бикләп, оло йәштәгеләр, йә биленә, йә аяҡ-ҡул һыҙлауына йәки баш ауыртыуына зарланып, дауаханаларға юллана. Ҡыш етеү менән иһә өлкәндәрҙе ҡан баҫымы кинәт артып ҡурҡыта, ҡолаҡтары шаулай, баштары сатнай, йөрәктәре бимазалай... Бының сәбәбе – һыуыҡта. Эйе, яңылыш ишетмәнегеҙ, ғалимдар асыҡлауынса, һалҡын көндәр артериаль баҫымдың артыуына булышлыҡ итеп, гипертоник криз, инфаркт, аритмия (йөрәк ритмының боҙолоуы), инсультҡа килтерә. Сөнки һыуыҡ көндә йөрәк тән температураһын тейешле кимәлдә тотоу һәм организм өшөмәһен өсөн икеләтә көс менән эшләргә мәжбүр. Шул уҡ ваҡытта, йылылыҡты һаҡлау маҡсатында, өҫкө ҡан тамырҙары тарая. Был ҡан баҫымын тағы ла күтәрә, йөрәккә көсөргәнеш тә арта. Етмәһә, ҡышын аҙ хәрәкәт итеү ҙә организмға кире йоғонто яһай. Дөрөҫө шул бит – өйҙән сыҡмайбыҙ, саф һауала йөрөмәйбеҙ тиерлек. Ошоларға туҡланыуҙың да үҙгәреүен өҫтәһәк, ҡан баҫымының күтәрелеүенә аптырарға урын да ҡалмай: калий һәм магнийға бай йәшелсә-емеш рационда кәмей, уларҙы майлы, туҡлыҡлы аҙыҡ-түлек алмаштыра – ҡанда холестериндың, башҡа липидтарҙың артыуы ҡан тамырҙарының атеросклерозына килтерә. Ошондай туҡланыу, аҙ хәрәкәт итеү менән бергә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре менән яфаланыу­сыларҙың хәлен айырата ҡаҡшатып, сәләмәт кешеләрҙе лә хәүеф аҫтына ҡуйыуы бар.

Нимә эшләргә һуң?



Йөрәк “шаярыуы”, “гипертония” һүҙе таныш икән, был кәңәштәр урынлы булыр.
- Табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы тәғәйен ваҡытта ҡулланырға.
- Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итергә, күберәк саф һауала йөрөргә (скандинав йөрөшө бигерәк тә файҙалы).
- Ҡан баҫымын йышыраҡ үлсәп торор­ға. Ул күтәрелгән осраҡта, табип менән кәңәшләшеп, дарыуҙың дозаһын арттырыр­ға, кәрәк икән, өҫтәмә дарыуҙар ҡулланырға.
- Ҡан тамырҙарында төйөрҙәрҙең барлыҡҡа килеүен тотҡарлаған препараттарҙы даими рәүештә ҡабул итергә! Ҡан ойошоу инфаркт һәм инсультҡа килтерә.
- Тоҙҙо мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулла­нырға тырышығыҙ.
- Ҡан баҫымы кинәт күтәрелгәндә, стенокардия, аритмия башланғанда, кәрәкле дарыуығыҙ ҡул аҫтында ғына булһын. Тиҙерәк йоғонто яһаһын өсөн дарыуҙы тел аҫтына һалып һурырға кәрәк (мәҫәлән, стенокардия өйәнәге мәлендә – нитроглицерин, ҡан баҫымы күтәрелгәндә – каптоприл).

Ҡышҡы осорҙа сәләмәт кешеләр ҙә үҙ һаулығына иғтибарлы булһын ине. Табиптар әйтеүенсә, гипертония сире үҙен тәү тапҡыр күпселектә тап ҡышын һиҙҙертә. Әгәр ҙә баш ауыртһа, аң томаланып, күҙ алды ҡараңғыланып киткәндәй тойолһа, мотлаҡ ҡан баҫымын үлсәргә кәрәк. Бигерәк тә артыҡ кәүҙә ауырлығы булған, шәкәр диабеты менән сирләгән, ҡан ҡәрҙәше гипертония менән ауырыған кешеләргә, шулай уҡ климакс кисергән ҡатын-ҡыҙға ошо йәһәттән үтә иғтибарлы булыу талап ителә.




Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…