RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һәр кемдең үҙ ағасы

17.01.2019 Һәр кемдең үҙ ағасы

Күп кенә халыҡта шундай боронғо йола бар: бала тыуыу менән ағас ултырталар. Германияла малай тыуһа – алмағас, ҡыҙ тыуһа, груша ағасы ултыртҡандар. Рәсәйҙә малай донъяға килһә – имән, ҡыҙ балаға ҡайын йәиһә ҡарағай тәғәйенләнгән. Ағас яңы тыуған сабый менән бергә үҫә һәм уны төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлай, ауырыуҙарҙан дауалай, тип иҫәпләнгән.

Халыҡ ышаныуҙары буйынса һәр ағас­тың – үҙенең үҙенсәлектәре. Мәҫәлән, имәнде көслө, ныҡ кеше менән сағыштыралар. Боронғо ырыуҙарҙың ҡайһы берҙәре тик имәнлектә генә төпләнергә тырыш­ҡан. Славян халҡында ҡайын өйгә бәхет, шатлыҡ, яҡтылыҡ килтереүсе ҡояшлы ағас тип иҫәпләнгән. Боронғо урыҫ ауылдарында, бәлә-ҡазанан һаҡлаһын өсөн, ҡайынды йорт янына ултыртҡандар. Ҡарағай – яҡшы кәңәшсе, тигән ышаныу йәшәгән. Әгәр ҙә ниндәйҙер проблеманы хәл итеү юлын таба алмайһығыҙ икән, ҡарағай янына баҫығыҙ, башығыҙға уй килер. Һөйөү хаҡында хыялланыусы йәш ҡыҙҙар алма ағасынан ярҙам һораған. Бының өсөн уның ботағына нимәлер элеү кәрәк – алма мотлаҡ хыялығыҙҙы үтәр.
Үҙ ҡулың менән ултыртҡан ағастан да яҡшыһы юҡ. Уның хаҡында күргән хәстәрлегегеҙ үҙегеҙгә изгелек булып ҡайтыр.

Нимә ул дендротерапия?



Урманда, яланда кеше организмына сәләмәтлек өсөн яҡшы мөхит тыуҙырыусы тәбиғи факторҙар комплексы йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә матдәләр алмашыныуы, ҡан әйләнеше, тын алыу яҡшыра, нервы системаһы эшмәкәрлеге көйләнә.
Дендротерапия – ағастың шифалы үҙенсәлектәрен ҡулланыусы дауалау ысулы. Ағастар психиканы дауалай, стрес­тың эҙемтәһен кәметә, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, баш ауыртыуын бөтөрә. Тап шуға ла паркта, урманда йөрөргә, ағастар шаулауын тыңларға һәм күкрәк тултырып тын алырға яратабыҙ.

Дауалау өсөн ағастарҙы нисек һайларға?



Имән.
Имәнлектә йөрөү ҡан баҫымын көйләй, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта.
Ҡайын. Энергия һәм көс сығанағы, һалҡын тейеүҙән, вегетатив-ҡан тамырҙары дистонияһынан ярҙам итә. Имән менән ҡайын иммун системаһын әүҙемләштерә, тип иҫәпләнә.
Ҡарағай. Тынысландыра, психик көсөргәнеште бөтөрә. Ҡарағай урманына даими сәйәхәт ҡылыу йүтәл менән тымау­ҙы дауаларға булышлыҡ итә.
Бук. Уны “карпат имәне” тип тә йөрөтәләр. Стрестарға тотороҡлоҡто көсәйтә һәм ҡан әйләнешен яҡшырта.
Каштан. Ревматизмды дауаларға ярҙам итә, йоҡоһоҙлоҡтан, нервы көсөргәнешенән арындыра.
Ҡарағас. Ялҡынһыныулы ауырыуҙарҙан файҙалы.
Уҫаҡ. Баш ауыртыуын баҫа.

Әммә урманда йөрөү өсөн дә әҙер булыр­ға, ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, ылыҫлы урман йылдың төрлө миҙгелендә төрлөсә йоғонто яһай. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары менән сирләүселәр өсөн йылдың һыуыҡ миҙгелендә ыңғай тәьҫир итһә, йәйге эҫе көндәрҙә – һауала сайырлы матдәләрҙең күпләп тупланған мәлендә йөрәк тәңгәлендә ауыртыу, тын ҡыҫылыу, баш әйләнеү, ҡолаҡ шаулау, ҡан баҫымы күтәрелеү кеүек проблемалар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Йылдың был миҙгелендә уларға имәнлектә йөрөү файҙалы. Бөйөрө сирлеләргә лә табиптар ҡарағай урманында күп йөрөргә ҡушмай.

Миҙгел алмашынған мәлдә ҡарағай урманында дымлылыҡ көслө. Ә дымлы һәм һалҡын һауа тын юлдары ауырыған кешеләр өсөн насар.
Энәлек, тирәк, ҡарағай һәм айырыуса уҫаҡ күптәргә күңел тыныслығы бирә. Шунлыҡтан стрестан арыныу, ял итеү, ниндәйҙер ауыртыуҙы баҫыу өсөн тап ошондай ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫкән урын файҙалы.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Күҙлекме әллә операциямы?

19.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙлекме әллә операциямы?


Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?