RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

15.01.2019 Хазина

Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Хазина Сөләймәнованың ҡасандыр яңылыш тип ҡабул иткән аҙымы бөгөн һис тә хата булмағаны

...Ауыл кешеһе күпселектә дауаханаға барыуҙы кисектереп, һуҙып йөрөп, түҙә алмаҫлыҡ хәлгә еткәс кенә табиптарға күренә. Оҙонгүлдән Ҡәтифә Сөләймәнова сирләп киткәс, неврология бүлеге мөдире булып эшләгән Хазина исемле ҡыҙы саҡ дауаханаға ятырға күндерә. Тик укол, тамыҙғыстар алып, хәле саҡ ҡына арыуланғас та, Ҡәтифә әбей, тиҙерәк ауылына ҡайтырға ниәтләп, әйберҙәрен йыя ла башлай.

Шәфҡәт туташтары Хазина Мосафа ҡыҙына йүгереп килә: “Унда әсәйегеҙ ҡайтырға йыйына”. Табип әсәһе янына килә: “Инәй, әле дауалау курсы бөтмәгән, ниндәй ҡайтыу?! Ҡайтмайһың”. Ҡәтифә әбей ыжлап та ҡуймай: “Эйе шул, һинән һорап торам, ти”. Бүлек мөдире аптырағандың көнөнән, әсәһен икенсе бүлеккә күсереп, тейешле дауаны алдырта...


– Мине, иллене аша атлаған кешене, бала итеп ҡабул итеп, инәйем шулай эшкә лә һанап барманы, – тип көлә егерме өс йыл Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының неврология бүлеген етәкләгән, бик тәжрибәле, заман менән бергә атлаған табип Хазина Мосафа ҡыҙы Сөләймәнова. – Мин дарыуҙар тәғәйенләгәндә, йүнләп тыңламауы ла ихтимал ине, ә ауыл фельдшерының һүҙе – һүҙ, миңә врач шулай ҡушты, тиер ине... Ҡыҙыҡ был тормош... Ә бит табип булырға уйламаным да, аҡ халатта йөрөү хыялы менән янманым. Юрист, тәфтишсе булырға теләнем. Төпкөл ауылда, ҙур ғаиләлә үҫкән ҡыҙ балала ул һөнәргә ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан барлыҡҡа килгәндер, белмәйем. Ата­йымдың, ана, прокурор ҡыҙым килә, тип мәрәкәләгәне иҫтә. Озерный мәктәбендә һигеҙенсе синыфты тик “бишле”гә тамамлап, унынсыға ҡырҡ саҡрымлап алыҫтағы Уральскиға уҡырға барырға уйлап йөрөгән мәлдә Ҡобағошта эшләгән Әлмира апайым менән Рәүф еҙнәм килеп инде.
– Нишләп өйҙә ултыраһың, документыңды алмай? – тип һорай­ҙар. – Ана, бөтә синыфташтарың Белоретҡа документтарын тап­шырған.
– Тапшырһындар, ә мин Уральскиға барам, – тим. – Унды бөткәс, Өфөгә барырға иҫәп, юғары белем алырға...
– Унда һинең кеүек таҙҙар әҙ ине, – ти еҙнәм.
– Бында һиңә ҡуйылған “бишле” билдәләрең менән Өфөгә инә алмайһың һин, – тине лә апайым, сәй эскән арала, Белоретҡа урта һөнәри белем алырға бараһың, тип, яҙмышымды хәл итеп тә ҡуйҙылар. Элек бит ауылда яҡшыраҡ уҡығандар педҡа йә медҡа барҙы, насарыраҡ өлгәшкәндәр – ПТУ-ға, артыҡ һайлау мөмкинлеге булманы. Ә минең, етмәһә, өйҙә “тауыш” хоҡуғым да юҡ. Әлмира апайым мәктәптән белем тураһында таныҡлыҡты алып килде лә, мине Белоретҡа ебәрҙеләр. Өйҙәгеләргә үсегеп, документтарҙы үҙем иң ҡурҡҡан медицина училищеһына алып барҙым. Бәләкәйҙән укол-фәләндән ҡобарам осто ғына: прививка яһарға килһәләр, синыфташ Гүзәлиә Лоҡманова менән иң аҙаҡҡа ҡалабыҙ, сират етһә, тәүҙә ул һушын юйып йығыла, уның ауғанын күреп, мин дә иҫемде юғалтам... Ҡайҙан инде миндә медицинаға ҡыҙыҡһыныу булһын?! Имти­хандарҙың икеһен дә “бишле”гә биреп, уҡырға ингәнсе атай-әсәйгә ҡайҙа документтарҙы тапшыр­ғанды әйтмәнем. Икенсе курсты бөткәнсе ҡан, шприц, яра күргән һайын иҫтән яҙып ҡоланым. Медицина училищеһы оҡшамай ҙа бит, ләкин ташлап ҡайтһам, атай-әсәйем үлтерер кеүек (ысынында иһә улар­ҙан да йомшағыраҡ, изгерәк кешеләр юҡ), ауылда ни тиерҙәр, тигән уй ҙа ҡотто ала. Ана шулайтып ыҙаланып уҡып йөрөй торғас, бер заман буласаҡ һөнәремә ҡарата һөйөү уянды. Быға, бәлки, әүҙем, берҙәм, татыу курсташтарымдың яҡшылығы сәбәпсе булғандыр, ә, бәлки, уҡытыусылар ҡыҙыҡһыныу уята алғандыр. Тырышып уҡыным. Ауылдаш синыфташтарым Инсаф Ишмө­хәмәтов, Миңнур Рама­занова менән бергә фельдшерға уҡып сығып, һуңынан невролог һөнәрен үҙләштерҙем, Инсаф (мәрхүм) стоматолог булып эшләне, Миңнур табип-инфекционист булараҡ танылды. Ләкин быларҙың барыһы ла аҙаҡ булды, ә ул саҡта медицина училищеһында уҡыуыбыҙ мартта тамамланып, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа һибелдек: мәҫәлән, Миңнур Белоретҡа эшкә урынлашты, Гүзәл районға ҡайтты, Инсаф армияға саҡырыу алды... Мин июндә медицина институтына имтихан тоторға пландар ҡороп, ауылға ҡайттым. Әлеге лә баяғы Әлмира апай килеп, бөтәһе лә эшкә ингән, ә һин ниңә бер ҡайҙа ла бармай өйҙә ятаһың, ти. Юғары уҡыу йортона инәм, тим. Ә ул иртәгәһенә иртә менән килеп, мине машинаға ултыртты ла, Учалы ҡала дауаханаһына килтереп, эшкә ин, тип, төшөрҙө лә ҡалдырҙы.

Йәш кенә Хазина Сөләй­мәнованы фельдшер итеп Ишкен ауылына ебәрәләр. Ауылда ҡорһаҡ тифы таралған мәлгә тура килә хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡан сағы: санитарканы эйәртеп, йәш белгес өйҙән-өйгә йөрөп, һауынсы һәм малсыларға прививкалар яһай... Күңелен һалып, ихлас эшләп йөрөгәнендә Хазина Сөләймәнова ғәҙелһеҙ осраҡҡа юлыға. Тура һүҙле, үткер һәм ғорур ҡыҙ бындай хәлгә түҙә алмай, инде ни эшләргә белмәй автовокзалға йүнәлгәндә, күҙенә иғлан салына: “Контракт буйынса Афғанстанда хеҙмәт итергә ҡатын-ҡыҙҙар йыйыла”. Күп уйлап тормай, Хазина шунда уҡ хәрби комиссариатҡа йүнәлә. Һуңынан, күп йылдар үткәс, хәрби комиссар вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләгән Никифоров атлы уҙаман Хазина Мосафа ҡыҙын күргән һайын, уның комиссариатҡа килеүен йылмайып иҫенә төшөрә: “Бер заман кабинетҡа дипломат тотҡан йәш кенә, бәләкәй генә ҡыҙыҡай килеп инде. Инеүе булды, шунда уҡ, мине Афғанстанға алығыҙ, тип түгелеп илап та ебәр­ҙе. Шундай ныҡ итеп үтенгәс, контракт төҙөргә тура килде”. Рәсәйҙең төрлө төбәгенән ун һигеҙ ҡыҙ туплана. Әммә, бәхеттәренә, уларҙы “утлы нөктә”гә ебәрмәйҙәр. Хазина Мосафа ҡыҙы Әрмәнстандағы хәрби госпиталгә оҙатыла. Белемле, эшкә шәп, зирәк ҡыҙ тәүҙә госпиталдә эшләй, аҙаҡ хәрби ҡаласыҡта терапевт урынында ултыра.

– Афғанстанға барам тип, армияла ике йыл хеҙмәт итеп ҡайттым, – тип көлә Хазина Мосафа ҡыҙы. – Әле иҫләһәм, тормошомда ысынлап шундай ҡатмарлы осор­ҙар булдымы икән, тип аптырайым... Мин бәләкәйҙән уҡырға яраттым, төплө белемле булырға ынтылдым. Кейәүгә сығыу уйы башыма ла инеп сыҡманы. Атайым да, һөнәре буйынса агроном, икенсе төркөм инвалиды, беҙҙе уҡытыр­ға тырышты. “Атай, бына диплом, тиһәгеҙ, минән бәхетлерәк кеше булмаҫ ине”, – тигәне гел иҫтә. Мин – мединститутҡа, Кәшифә пединститутҡа уҡырға ингәс, атайымдың ҡыуаныуы! Һораһалар ҙа, һорамаһалар ҙа, бер ҡыҙым – медта, икенсеһе педта уҡый, тип ғорурланып һөйләр ине. Вафаты алдынан, Иштуған ҡустығыҙҙы уҡытығыҙ, тип аманат әйтте. Аманатына хыянат итмәнек: ҡустыбыҙ ике юғары белемле. Атай быны белһә, бик һөйөнөр ине...

Хазина апайҙың аяғы еңел була – унан һуң ғаиләләрендә күптәр медицинаны һайлай. Мәҫәлән, бер туған һеңлеһе Рузилә лә медучилище тамамлап, кейәүгә сығып, оҙаҡ йылдар Себерҙә дауаханала баш шәфҡәт туташы булып эшләй. Уның Артур исемле улы – стоматолог. Хазина Сөләй­мәнованың бер туған Хафиза апаһының Рифат улы – травматолог, Юлиә менән Әлиә исемле ҡыҙҙары – шәфҡәт туташтары. Кәшифә һеңлеһенең ҡыҙы Ләйсән медуниверситетта уҡый. Хазина апайҙың ҡыҙы Айгөл дә, журналисҡа уҡырға инһә лә, бер йылдан, табип булғым килә, тип, медицина университетына күсә. Рафиҡ ауылында тыуып үҫеп, Оҙонгүлгә эшкә килеп, Ҡәтифә исемле һылыу менән ғүмер ебен ҡуша үргән Мосафа Сөләймәнов өсөн был, иҫән булһа, ысын-ысындан яҙмыш бүләге булып тойолор ине...

– Инәйем (ул да, үкенескә күрә, мәрхүмә) уҡытыусы булырға теләгән, әммә уҡырға бара алмаған, шуға ла, исмаһам, берәйегеҙ уҡытыусы һөнәрен һайлаһа, утынлы булыр ине, тип хыялланды, – тип Хазина апай бала сағын хәтерләне. – Беҙ матди йәһәттән бик ауыр йәшәнек, хатта бөтә кейемде әзәйем (өләсәй) ҡулдан тегеп кейҙер­ҙе. Ләкин, уның ҡарауы, ата-әсә һөйөүенә етерлек ҡойондоҡ. Беҙҙе ҡәҙерләп, һөйөп үҫтер­ҙеләр. Өйгә ҡайтһаҡ, атай беҙҙе түргә ултыртыр, инәй алдыңа ашамлыҡтарҙы теҙер ине. Иртән бесән сабырға барғанда атайыбыҙ беҙгә йомаҡ ҡоя ла, көн буйына шуны сисергә маташып, баш ватабыҙ. Беҙ, йәштәр, элек дәртле инек, тансаға күрше ауылдарға ла йөрөнөк. Йоҡо туймай бит инде. Атай хәлебеҙгә инеп, беҙҙе төш мәлендә йоҡлатып ала. Ни ҡәҙәрем етешһеҙлектә йәшәһәк тә, беҙ мәктәптә уҡығанда уҡ әле атайым ауылда тәүгеләр­ҙән ҙур йорт һалды. Атай шаян, йор һүҙле, абруйлы булды, ә инәйебеҙ шым, тыныс холоҡло. Күмәкләп уйындар уйнаныҡ. Уйлайым-уйлайым да, бала сағыбыҙ бигерәк бәхетле, аяҙ булған икән, тип ҡуям. Ҡыуаныста йәшәнек. Шул ҡыуаныс ғүмер буйы оҙата килә. Нисек шунан һуң яҙмышҡа рәхмәтле булмайһың?! Әлбиттә, яҙмышыма рәхмәтлемен.

Һәр пациентҡа иғтибарлы, йомшаҡ мөнәсәбәттә булған, үҙ эшен бар нескәлегендә белгән, ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйып, тейешле дауа курсын тәғәйенләп, ауыр сирлеләрҙе лә аяҡҡа баҫтыр­ған йылы һүҙле, хәстәрлекле Хазина Мосафа ҡыҙы – абруйлы доктор, оҫта етәксе. Ул етәкләгән неврология бүлеге таҙалыҡ, бөхтәлек, тәртип буйынса ла, хеҙмәткәрҙәренең ауырыуҙарға ихтирамлы ҡарашы менән дә ыңғай яҡтан айырылып тора. Быны “Теләктәр һәм тәҡдимдәр кенәгәһе” лә раҫлай – ул рәхмәт һүҙҙәре менән тулған. Тимәк, ҡасандыр яңылыш тип ҡабул ителгән аҙым һис тә хата булмаған – Башҡортостан Респуб­ликаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Хазина Сөләймәнова был тормошта үҙ урынын тапҡан. Тәү сиратта сирлеләрҙең бәхетенән, сөнки уның кеүек табиптар алтынға бәрәбәр. Юҡҡа ғына Хазина түгел бит ул – исеменә күрә – есеме!



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Халыҡ медицинаһынан бер шәлкем кәңәш

Сөйәлдән нисек ҡотолорға?

20.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Сөйәлдән нисек ҡотолорға?


Күҙлекме әллә операциямы?

19.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙлекме әллә операциямы?


Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?