RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Улығыҙ үҙенең кәрәклеген тойорға тейеш

16.01.2019 Улығыҙ үҙенең кәрәклеген тойорға тейеш

Улым менән киленем күрше ауылда йәшәй. Бергә ғүмер итеүҙәренә 14 йыл. Ике балалары бар, улары матур ғына итеп уҡып йөрөй. Эсә улым. “Кодировка”ға алып барып ҡараныҡ, ярты йыл йөрөнө лә тағы ла тотондо. Һәйбәт кенә урында эшләй, аҡсаһын таба, йорто-йыһазы, машинаһы бар, шул эсеүе генә үҙәккә үтә. Мин үҙем дә, атаһы ла, ысынын ғына әйткәндә, иҫереп йөрөгәнен һирәк күрәбеҙ. Йыш аралашабыҙ, сөнки атаһы ауырыу сәбәпле, улым беҙгә ныҡ ярҙам итә: мал ҡарай, бесән-утын ташый тигәндәй, аҙнаһына ике-өс тапҡыр килеп китә. Киленем дә яҡшы, тырыш, уңған ҡатын. Эшләмәй, иренең тапҡанын йыйнаҡ ҡына итеп йыйып, тотоп ултыра. Уның аша улымдың ҡайҙа иҫереп аунап йөрөгәнен, кем менән һөйләшеп торғанын ишетәм. Кемгә нимә тигәненә тиклем тәфсирләп һөйләй. Әсәй кеше булараҡ, баламды күрәләтә күҙ алдында эскелектән үлтерәйемме? Аллам һаҡлаһын! Әйтәм инде, гел генә киҫәтеп торам, тыям: “Эсмә, тотма шул нәмәне, киленгә һүҙ әйтмә. Һаҡла ғаиләңде, матур итеп йәшә. Балаларыңды уйла. Уларға ниндәй тәрбиә бирәһең? Кеше теленә эләкмә, тыйыл. Дауаханаға алып барайыҡ, тағы ла эсеп ҡаңғырһаң, көйөп үләм бит. Атайың йығылғансы эсте – күрәһең яҡшыға алып бармағанын, яңылышма, етте-бөттө...” Кисә иртәнсәк киленем шылтыратып, алдағы кистә улымдың ҡайҙа, кем менән, күпме шешә эскәненә тиклем һөйләп бирҙе. Улым килгәс, был хаҡта әйтә башланым. Сөнки ныҡ ҡына көйгәйнем. “Һеҙ ҡасан тыныс­ланаһығыҙ ул? Өйҙә – бисә, бында – һин! Үҙең мине ҡасан иҫерек күрҙең һуң, әсәй?” – тип ҡысҡырҙы ла, ишекте шартлата ябып сығып та китте. Шаҡ ҡатып ултырһам, ирем дә: “Нишләп ҡыҫылаһыңдыр инде араларына”, – тип йәнемде үртәп ҡуйҙы. Тамағына әҙерләп, ҡоймаҡ ҡойоп, көтәүләһәм, балам инмәй ҙә ҡайтып китте. Үпкәләттем. Өндәш­мәҫкә тейеш булғанмынмы икән? Әлеге мәлдә нимә эшләргә белмәй, янып-көйөп ултырам.
Мәрйәм апайығыҙ.

Мәрйәм апай, ҡайһы ғына әсә үҙ балаһына бәхет теләмәй икән? Нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да бала – бауыр ите... Балаларыбыҙ һайлаған парҙары менән, иңгә-иң терәп, тигеҙ, бәхетле, оҙон ғүмер кисерһен ине, тип һәр бер әсә доғалар уҡый, шулай бит? Уларҙың яҡшы йәшәүе – бәхет инде ул. Ә ул-ҡыҙҙарыбыҙҙың тайпылыштары, яңылыштары әсәйҙәрҙе йоҡонан, тамаҡтан яҙҙыра. Тап ошондай, еңел булмаған мәлдәрҙә йөрәк ярып сыҡҡан балаң өсөн йәнеңде бирергә әҙер икәнеңде аңлайһың, күҙ ҙә йоммай уның бөтә бәлә-ҡазаһын үҙеңә алырға ризаһың да бит, ӘСӘ... Булмай шул, апаҡайым, булмай! Һәр бер шәхес был тормошта үҙ юлын үтә: абына, һөрлөгә, ҡолап та китә, тора алмай, тәгәрәп тә ята... Яңылышмаған кеше юҡтыр ул, Мәрйәм апай.

Ә хәҙер улығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Ул – һеҙҙең тәрбиә менән үҫеп етеп, оло тормошҡа сыҡҡан кеше. Эше яҡшы, тиһегеҙ – эскесе эшләй аламы? Ай-һай, ҡайһы түрә эшкә сыҡмаған йәиһә иҫерек эшсеһен тотор икән? Шулай булғас, улығыҙҙың эскесе икәненә шикләнәм. Икенсенән, үҙегеҙ әйтеүегеҙсә, йорт-ҡураһында уның бөтә нәмәһе бар. Киленегеҙ эшләмәгәс, улығыҙ көнө-төнө эскәс, кем тултырған, кем төҙөгән был йортто? Улығыҙ тураһында бөтә яңылыҡтарҙы киленегеҙ аша ишетәһегеҙ һәм уның бер һүҙенә лә шикләнмәйһегеҙ, шулаймы? Тик беҙ, килендәр, һеҙҙең улдарығыҙға икенсе төрлөрәк ҡарайбыҙ бит әле. Шул хаҡта уйлағанығыҙ булдымы? Беҙгә һеҙҙең улдарығыҙҙан араҡы еҫе сыҡһа ла, эсте, иҫерек, тигәнде аңлата. Әлбиттә, “иҫерек” ҡайтҡан иргә шундуҡ нимә уйлағаныңды еткермәү – ярһыған күңелде бушатмау мөмкин түгел. Әйтәбеҙ генә! Ир өндәшмәй “ҡотолһа” (ирешеп, агрессияны сығарып булманы, тимәк), әсәһенә “түгергә” була. Мәрйәм апай, киленегеҙ үҙенең күңел кисерештәрен – улығыҙға булған үпкәһен һеҙгә һөйләй. Уның арттырыуы ла, йә булмаһа, яңылышып та китеүе мөмкин бит? Бәлки, һеҙ үҙегеҙ ҙә был проблеманы үтә лә ҡабартып ҡуяһығыҙҙыр? Нисегерәк кенә булһа ла, ул көндө улығыҙҙың һеҙҙән дә шул уҡ темаға һүҙ ишетергә теләмәгәне күҙгә бәрелеп тора. Шулай ҙа, Мәрйәм апай, башҡасараҡ мөғәмәләлә булығыҙ, балағыҙға мөнәсәбәтегеҙҙе әҙ генә үҙгәртегеҙ. Киленегеҙ тағы ла яманлап шылтыратҡас та, телефон трубкаһына үрелмәгеҙ. Улығыҙ килгәндә йөҙөгөҙ балҡып торһон! Уны күреүгә һеҙ бит шат. Өҫтәлегеҙҙә ул яратҡан ризыҡтар гел булалыр, уныһына иманым камил. Тамағын туйҙырығыҙ, хәлен һорашығыҙ, ябай ғына темаларға әңгәмәләшегеҙ. Килгән һайын улығыҙҙың күңелен күтәрерлек, йәнләндерерлек темаға һөйләшеп тороғоҙ, эскелеккә ҡағылмағыҙ. Улығыҙ үҙенең был өйҙә ҡәҙерле, көтөп алынған кеше икәнен аңлаһын. Күңеле “йылынһын”. Эскелек – шәхес үҙенең ысынбарлығынан ситләшкәндә, теләгәненә ирешә алмағанда арбай торған ағыу. Психологтарҙың фекеренсә, эскелек – ул яйлап ҡына үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарыу, үлтереү (медленный акт самоунич­тожения). Был ағыуға улығыҙ ҡасан ылыға башланы икән, ҡасан эсеүе бер нисә көн буйы дауам итте? Сөнки бер нисә йыл арауығында был бәйлелек психологиктан физиологикка әйләнә – ошо мәлдә наркологтар “хроник алкоголик” тип диагноз ҡуя. Әгәр ҙә инде организм ныҡ бирешмәһә, улығыҙ үҙе лә эскелектән ҡотола ала, тип әйткем килә. Тик уның теләге кәрәк. Үҙе айныҡ йәшәргә теләргә тейеш. Һеҙ уға тик яҡшы һүҙегеҙ, яҡты йөҙөгөҙ менән генә ярҙам итә алаһығыҙ. “Донъяла мин әле кәрәкмен, мине яраталар! Уларҙы ҡайғыға һала алмайым, бирешмәйем!” – тигән теләге барлыҡҡа килергә тейеш. Әлбиттә, Мәрйәм апай, әгәр улығыҙ бөтөнләй ҙә кешелектән сыҡмаһа, ошолай ябай, әммә кәрәк ысулдар ҙа уның айнығыуына этәргес буласаҡ. Ә хроник ауырыуҙар менән наркологтар ғына шөғөлләнә.

Мин һеҙгә тәҡдим иткән ыңғай ысулдарҙы ҡулланып ҡарағыҙ, апай. Яманлыҡ менән бер кемде лә “еңеп” булмай. Әйтер инем, әсәй кешегә бөтөнләй алама һүҙҙәр ҡулланырға ярамай. Бына иғбарығыҙға бер һөйләм: “Эскесегә әйләнеп, әрәм генә булаһың бит һин!”. Ә хәҙер яңынан уҡығыҙ. Әсә кеше үҙ балаһына эскесегә әйләнергә лә, юҡҡа сығырға ла фатиха бирә. Шуға күрә, улығыҙ өсөн ныҡ борсолһағыҙ ҙа, уға яҡшылығығыҙ менән ярҙам итергә тырышығыҙ, зинһар. Ышанығыҙ, уға, ысынлап та, ярҙам кәрәк.



Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл