RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Табип һөнәрен һайлауыма тамсы ла үкенмәйем

20.12.2018 Табип һөнәрен һайлауыма тамсы ла үкенмәйем

Республикабыҙҙа һөнәри конкурстар күп ойошторола. Уларҙа төрлө өлкәләге белгестәр үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтеп, исемен бөтә республикаға таныта. Ошондай бәйгеләрҙә оҙаҡ йылдар эшләгән бай тәжрибәле профессионалдарҙың еңеү яулауы һәр саҡ һоҡланыу уята. Тап шундайҙар еңеүгә, хөрмәткә һәм данға лайыҡ. Һүҙем – 2018 йылда “Иң яҡшы табип” республика конкурсында “Иң яҡшы участка табибы” исеменә лайыҡ булыусы Күмертау ҡала дауаханаһынан Дания Сәғит ҡыҙы Дауытова хаҡында.

– Үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреү – оло ҡыуаныс. Әлбиттә, яу яланында бер кеше генә яугир була алмағандай, был минең генә еңеүем түгел, ә тотош коллективтың ҡаҙанышы. Беҙҙең дауаханала дуҫ, татыу һәм берҙәм коллектив эшләй. Табипҡа уңышлы эшләү өсөн шарттар ҙа булыуы шарт, беҙҙә иһә бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған, – ти ул.

Дания Сәғит ҡыҙы 35 йыл халыҡ һаулығы һағында арымай-талмай хеҙмәт итә. Уҡыу йортон тамамлағандан алып бер үк ҡалала, хатта бер үк участкала, эшләй. Көн һайын поликлиникала ауырыуҙарҙы ҡабул итергә лә, өйҙәренә барып, ауыр сирлеләрҙең хәлен белергә лә, ашығыс саҡырыуҙарға ла йөрөргә лә өлгөрә. Һәр һуҡмаҡ, һәр йөҙ таныш, күптән пациенттарының да үҙ кешеһенә әүерелгән. Ауырығанда ғына түгел, былай ҙа янына килеп, иң йәшерен серҙәре менән уртаҡлашып китәләр. Уның бынан әллә нисә йылдар эшләгән изгелеген онотмай, рәхмәт һүҙҙәрен белдереп торалар.

– Халыҡ миңә ышана, аңлай, шунлыҡтан эшләүе лә рәхәт. Ошо һөнәрҙе һайлауыма тамсы ғына ла үкенгәнем юҡ, – ти үҙ эшен бөтә күңелен биреп, яратып башҡарыусы аҡ халатлы фәрештә.
Уйлап ҡараһаң, табиптарҙың эше еңел түгел, ә терапевтарҙыҡы –айырыуса. Сөнки ауырыу иң беренсе сиратта уға мөрәжәғәт итә. Тимәк, тәүге диагнозды ла ул ҡуя, тигән һүҙ.

– Фронттың алғы һыҙығында барған кеүек. 10 – 15 минутта уның нимә менән сирләүен асыҡлауы еңелдән түгел. Бигерәк тә терапевтың бер генә хатаһы ауырыуҙың ғүмерен хәл өҫтөнә ҡуйыу ихтималлығын да күҙ уңында тотҡанда, – ти ул, һөнәре хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашып.

Диагнозды дөрөҫ ҡуйыуға оҙаҡ йылдар эшләгән табипҡа тәжрибәһе лә, белеме лә, һиҙеү-тойомлау һәләте лә ярҙам итә.
– Иң мөһиме – сирҙең ҡасан, нисегерәк, нимәнән башланыуын, билдәләрен асыҡлау. Бының өсөн мин ваҡытты йәлләмәйем, күберәк һорашырға тырышам. Ни тиклем күберәк мәғлүмәт туплайһың, диагноз ҡуйыуы шул тиклем еңелерәк. Һуңынан инде лаборатор анализ һәм медицина тикшереүҙәре үткәрергә генә ҡала, – тип бүлешә ул үҙенең эш алымдары менән.

Һис һүҙһеҙ, тәжрибәле табиптың ауырыуҙарҙы үҙенсә генә дауалау ысулдары ла, һауығыуға этәреүсе тылсымлы һүҙҙәре лә, сәләмәтлекте һаҡлау буйынса бирерлек кәңәштәре етерлек. Бындай кәңәштәрен гәзит уҡыусыларға ла еткереүен һорағас:
– Иң беренсе сиратта тормошҡа ябайыраҡ ҡарарға, һәр нәмәнән йәм табып йәшәргә өйрәнергә. Ауырыған хәлдә лә сир хаҡында уйламаҫҡа, үҙеңде гел яҡшыға көйләргә кәрәк.
Икенсенән, мотлаҡ сәләмәт тормош алып барыу.
Өсөнсөнән, мотлаҡ иртәнге күнекмә хаҡында оноторға ярамай. Хатта түшәктән тормайынса ла бер нисә күнегеү эшләргә мөмкин.
Дүртенсенән, әгәр ҙә ҡайһылыр ерегеҙ үҙен һиҙҙертеп, борсой башланы икән, табипҡа күренеүҙе һуҙырға ярамай. Мәлендә дауаланғанда, сир ҙә тиҙерәк сигенә.
Бишенсенән, үҙеңдең организмыңды тыңларға өйрәнергә кәрәк. Уға ҡаршы барырға ярамай. Ул һәр саҡ ниндәйҙер сир хаҡында алдан иҫкәртә.
Һәм, әлбиттә, даими рәүештә медицина тикшереүе үтеп, дауаланып тороу мөһим, – ти ул.

Ә тормошта Дания Сәғит ҡыҙы – уңған хужабикә, өлгөлө әсәй һәм бик күп ҡыҙыҡһыныуы булған оптимист рухлы ҡатын. Уның бер ҡасан да буш, бошоноп ултырғанын күрмәҫһең: гөлдәр үҫтерә, шиғырҙар яҙа, йырларға ярата, астрономия менән мауыға, балыҡҡармаҡларға әүәҫ. Өс балаһы – өс терәге әсәйҙәренән йәшәү көсө алып, күптән инде үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.



Автор: С.Лотфуллина
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Геморройҙы дауалап бөтөрөп буламы?

Радий Хабиров дал поручение разобраться с ситуацией вокруг Салаватского роддома

Һәр кемдең үҙ ағасы

17.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һәр кемдең үҙ ағасы


Улығыҙ үҙенең кәрәклеген тойорға тейеш

Хазина

15.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Хазина


Холестеринды  нормала тотоу –  һаулыҡты  һаҡлауға тиң

Аҡыллыға ишара

13.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Аҡыллыға ишара


Һырғанаҡ –  яратҡан еләк!

12.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һырғанаҡ – яратҡан еләк!


Телевизор һәм балалар

11.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Телевизор һәм балалар


Өшөгәндән  мең дә бер...  булмаһа ла,  өс кәңәш!

Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?

09.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?


Оло һынауға дусар Гөлназ

08.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Оло һынауға дусар Гөлназ