RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Яман шеш менән ауырымаҫ өсөн нимә ашарға?

21.12.2018 Яман шеш менән ауырымаҫ өсөн нимә ашарға?


1. Һарымһаҡ иммун системаһы күҙәнәктәренең әүҙемлеген күтәрә. Был иһә яман шешкә ҡаршы тороусанлыҡ та көсәйә, тигән һүҙ. Ғалимдар, һарымһаҡтың йөрәк ауырыуҙарынан һәм инсульттан һаҡлауын күптән иҫбат иткән. Бынан тыш, ул иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙан – ашҡаҙан һәм эсәк яман шештәренән дә һаҡлауға һәләтле. Ошоға бәйле, ғалимдар һәм медиктар һау-сәләмәт кешеләргә лә көн һайын һарымһаҡ ашарға тәҡдим итә. Аҙнаһына ул 5 бүлкәттән кәм булырға тейеш түгел.

2. Фасоль үҫемлек аҡһымының бик яҡшы сығанағы булып тора, организмды күҙәнәклек менән тәьмин итә, яман шешкә ҡаршы тороу көсөнә эйә. Унда күҙәнәктәрҙең генетик яҡтан зыян күреүен тотҡарлаусы фитохимик матдәләр бар. Ҡуҙаҡлылар яман шештең күп төрөнән һаҡлай, бигерәк тә простата биҙе һәм аш эшкәртеү органдары яман шешенән.

3. Кишерҙең бета-каротин сығанағы һәм дә бик яҡшы антиоксидант икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Әммә был матдәләр ауыҙ ҡыуышлығы һәм йотҡолоҡ, ашҡаҙан һәм йыуан эсәк, бәүел ҡыуығы һәм простата биҙе яман шеше менән ауырыу хәүефен кәметеүе хаҡында күптәр хәбәрҙар түгел. Урологтарҙың тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, кишер ниндәйҙер кимәлдә бәүел ҡыуығы яман шешенә ҡаршы тора. Был ҡурҡыныс сирҙе киҫәтеү өсөн уны сей килеш тә, бешереп тә ашар­ға мөмкин.

4. Брокколи яман шештең емергес көсөн зарар­һыҙландырырға һәләтле. Ул антиоксидант ролен үтәй һәм күҙәнәктәрҙе ауырыуға ҡаршы көрәшергә этәрә. Яман шешкә ҡаршы тороусы файҙалы элементтар айырыуса йәш кәбеҫтәлә күп. Уның бер нисә үҫентеһен әҙерләгән ризыҡҡа өҫтәгәндә, һаулығыңа бер ниндәй ҙә хәүеф янамаҫ.

5. Кайен боросо. Уның составында тотош ауыҙҙы өтөп алыусы матдә бар. Тап шул яман шеш күҙәнәктәренә ҡаршы көрәшә лә инде. Уны күпме ашай алаһығыҙ, шунса ашарға мөмкин.

6. Бәшмәк. Ул тотош организм өсөн файҙалы матдәләргә бай.
Меңәр йылдар элек үк ҡытайҙар бәшмәкте дауалау маҡсатында ҡуллана башлай. Организмға файҙа килтереүсе бәшмәктең төрлө сорттары бар. Азия бәшмәктәренең составында простата биҙе яман шеше күҙәнәктәренә ҡаршы тороусы матдәләр булыуы асыҡланған. Улар рак күҙәнәктәре үҫешен туҡтатып, үҙ-үҙҙәрен юҡҡа сығарыуға этәрә.

7. Ҡурай еләге
шулай уҡ яман шештән һаҡлаусы матдәләргә бай. Ҡомаҡтар менән үткәрелгән тәжрибә күрһәтеүенсә, ҡара ҡурай еләге ашаған хайуандарҙа йотҡолоҡтағы яман шеш күҙәнәктәре проценты күпкә кәмегән. Шунлыҡтан яман шешкә ҡаршы көрәшеү сараһы булараҡ, был тәмле еләкте лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.

8. Йәшел сәй. Унда үпкәлә һәм аш эшкәртеү системаһында яман шеш күҙәнәктәренең емерткес йоғонтоһон тотҡарлаусы матдәләр бар. Һүҙ, әлбиттә, Япониянан килтерелгән ысын йәшел сәй тураһында бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сауҙа нөктәләрендә һатылған күп кенә йәшел сәй бындай сифатҡа эйә түгел.

9. Помидор файҙалы матдәләргә бик бай. Ғалимдар иҫбатлауынса, ракка ҡаршы көрәштә уларҙың да файҙаһы юҡ түгел. Мәҫәлән, даими рәүештә помидор ҡулланған ир-егеттәрҙә простата биҙе яман шеше 35 процентҡа кәмегән.

10. Куркума күп кенә ауырыуҙы дауалауҙа, шул иҫәптән астма билдәләрен бөтөрөүҙә уңышлы ҡулланыла. Әммә күптән түгел ғалимдар уның ракка ҡаршы тора алыу һәләтен дә асыҡлаған. Америкала простата биҙе яман шеше менән ауырыусыларҙың – күп, Һиндостанда ныҡ әҙ булыуынан сығып, ғалимдар бының туҡланыу рационындағы ризыҡҡа бәйле булыуы мөмкин, тигән һығымтаға килгән.



Автор: С.Лотфуллина
Фото: Shutterstock





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Геморройҙы дауалап бөтөрөп буламы?

Радий Хабиров дал поручение разобраться с ситуацией вокруг Салаватского роддома

Һәр кемдең үҙ ағасы

17.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һәр кемдең үҙ ағасы


Улығыҙ үҙенең кәрәклеген тойорға тейеш

Хазина

15.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Хазина


Холестеринды  нормала тотоу –  һаулыҡты  һаҡлауға тиң

Аҡыллыға ишара

13.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Аҡыллыға ишара


Һырғанаҡ –  яратҡан еләк!

12.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һырғанаҡ – яратҡан еләк!


Телевизор һәм балалар

11.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Телевизор һәм балалар


Өшөгәндән  мең дә бер...  булмаһа ла,  өс кәңәш!

Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?

09.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?


Оло һынауға дусар Гөлназ

08.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Оло һынауға дусар Гөлназ