RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Эстә һауа ҡайҙан йыйыла?

14.12.2018 Эстә һауа ҡайҙан йыйыла?


Эсем ҡабарыуҙан интегәм. Иртән торһаң, ул бер төрлө шиңеп ҡалған кеүек, көндөҙ иһә эс шешеп киткән кеүек. Ҡатып, ауыртып та тора. Өҫтәүенә, һауа сығып аптырата. Эскә һауа ҡайҙан йыйыла икән ул? Был михнәттән берәй нисек ҡотолоп буламы?
Сулпан.

Эсәктәрҙәге һауа көтмәгәндә тышҡа сығып, күптәрҙең уңайһыҙ хәлгә ҡалған осраҡтары булғандыр. Медицина телендә уны флатуленция тип йөрөтәләр. Уға шулай уҡ эс ҡабарыу, бығырлау, ауыртыу, ҡыҫыу хас. Был хәлдең ололарҙа ғына түгел, йәштәрҙә лә күҙәтелеүе ихтимал. Метеоризм нилектән барлыҡҡа килә һәм уға ҡаршы нисек көрәшергә?

Эсәктәрҙә газ йыйылыу – тәбиғи процесс. Ашҡаҙандағы әсе һуттың реакцияһы һөҙөмтәһендә эсәктең өҫкө нәҙек өлөшөндә үк углекислый газ бүленә башлай. Әммә үҙләштерелгән аҙыҡтың микрофлора менән бәйләнешкә инеүе йоғонтоһонда был процесс йыуан эсәктә бигерәк тә әүҙем бара. Норма буйынса кешелә тәүлегенә уртаса 0,5 – 1,5 л газ барлыҡҡа килә. Эсәктәр һау-сәләмәт булғанда газдың күпмелер өлөшөн эсәк стенкалары һурып ала, ә ҡалған өлөшө тышҡа ҡыуып сығарыла.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн эсәктәре һау кешеләр бик һирәк. Шунлыҡтан метеоризм проблемаһы күптәр өсөн көнүҙәк. Шулай уҡ эстә күпләп газ барлыҡҡа килеүҙең төп сәбәптәренә туҡланыу режимын тотмауҙы, стрестар­ҙы, шулай уҡ аҙыҡтарҙы тура килтереп ҡулланмауҙы индерергә мөмкин.

Халыҡ дауаһы

Иртәнсәк 2 – 3 картуфты бәләкәй тишекле ҡырғыстан үткәреп, марля аша һутын һығып алырға. Ас ҡарынға ошо ярты стакан һутты эсеп, ярты сәғәт ятып торорға. Картуф һутын 10 көн эсергә кәрәк, һуңынан – 10 көн ял итергә. Шулай бөтәһе өс тапҡыр ҡабатларға. Әйткәндәй, картуф һуты ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһынан да ярҙам итә.

Укроп орлоғо төнәтмәһе
Бер ҡалаҡ укроп орлоғон иҙеп, 1,5 стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм ҡапҡасын ябып, 2 – 3 сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

Эвкалипт япрағы төнәтмәһе
Бер ҡалаҡ япраҡҡа өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бешерергә һәм ас ҡарынға йылы килеш эсергә.



Автор: С.Лотфуллина
Фото: Shutterstock





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Геморройҙы дауалап бөтөрөп буламы?

Радий Хабиров дал поручение разобраться с ситуацией вокруг Салаватского роддома

Һәр кемдең үҙ ағасы

17.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һәр кемдең үҙ ағасы


Улығыҙ үҙенең кәрәклеген тойорға тейеш

Хазина

15.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Хазина


Холестеринды  нормала тотоу –  һаулыҡты  һаҡлауға тиң

Аҡыллыға ишара

13.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Аҡыллыға ишара


Һырғанаҡ –  яратҡан еләк!

12.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һырғанаҡ – яратҡан еләк!


Телевизор һәм балалар

11.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Телевизор һәм балалар


Өшөгәндән  мең дә бер...  булмаһа ла,  өс кәңәш!

Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?

09.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?


Оло һынауға дусар Гөлназ

08.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Оло һынауға дусар Гөлназ