RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатмын”

09.12.2018 “Кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатмын”

Йәштән үк үҙ маҡсатын билдәләп, шуға ирешеү өсөн бар тырышлығын һалған, белем алырға ынтылған, ғөмүмән, тормошта үҙ юлын билдәләп, шунан тайпылмайынса атлаған йәштәр һәр саҡ һоҡланыу уята. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы Руслан Фуат улы ФӘТТӘХОВТЫ тап шундайҙар рәтенә индерер инем. Табип булырға ниәт иткән егет Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап ҡына туҡталып ҡалмай, интернатура үтә, артабан Мәскәүҙә Бакулев исемендәге клиникала йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы буйынса махсуслашыу курсы үтеп, белемен камиллаштыра.

«Эшем йәмғиәткә һәм айырым кешеләргә файҙа килтерә алыуым, үҙемдең хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен күрә алыуым менән оҡшай”, – ти ул баҫалҡы ғына. Һөнәри бурысына яуаплы ҡарауы менән пациенттарының һөйөүен һәм ышанысын да яулап өлгөргән. Һәр ауырыуға иғтибарлы булыуын, хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырышыуын, дөрөҫ дауалау тәғәйенләүен, урынлы һәм файҙалы кәңәштәр биреүен билдәләй улар. Йәш табип менән медицинаның ул һайлаған өлкәһенә ҡағылышлы ауырыуҙар, сәләмәтлек хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, минеңсә, бик ауыр һәм яуаплы һөнәр. Ни өсөн тап был йүнәлеште һайланығыҙ? Кеше организмының иң мөһим органына операция эшләргә тура килгәне булдымы?
– Йөрәк менән эш итеү миңә тәүҙән үк оҡшай ине. Ә бына ни өсөн тап был йүнәлеште һайлауым хаҡында бер ҙә уйланғаным юҡ. Операцияға килгәндә, ҡағиҙә булараҡ, бындай ҡатмарлы операцияларҙы оҙаҡ йылдар эшләгән иң тәжрибәле табиптарға ышанып тапшыралар. Мин әле унда ассистент ролен генә башҡарам. Шәхсән үҙем шунтлау, ҡан тамырҙарын киңәйтеү буйынса операцияларҙы башҡарам.

– Һуңғы ваҡытта ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары ныҡ үҫеш ала. Хатта үлемгә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе булып тора, тиҙәр. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
– Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарының юғары үлем күрһәткестәренә инеүен инҡар итмәйем. Әммә был ауырыу көсәйә бара тигәне – бәхәсле мәсьәлә. Сөнки улар элек тә булған, тик диагностика үҫешмәү сәбәпле, ваҡытында асыҡланмаған. Хәҙер иһә медицина көслө, диагнос­тика ла ныҡлы үҫешкән, шунлыҡтан сир ҙә ваҡытында асыҡлана.

– Йылдан-йыл ауырыу йәшәрә бара, тигәнде лә йыш ишетергә тура килә, шул иҫәптән йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре лә. Үҙ тәжрибәгеҙҙән сығып, был хаҡта ни әйтер­һегеҙ? Һеҙгә күберәк кемдәр мөрәжәғәт итә?
– Эйе, күпмелер кимәлдә килешәм. Әммә, алда әйтеп үтеүемсә, элек иғтибар етмәгән һәм йәштәр, ауырыһа ла, күп осраҡта сирен аяғөҫтө үткәргән. Һөҙөмтәлә кеше, хәле үтә насарайғас, ауырыу аҙғас ҡына табиптарға мөрәжәғәт иткән. Хәҙер иһә ауырыуҙы тәүге стадияһында асыҡлау мөмкинлеге күбәйҙе, икенсенән, халыҡҡа интернет, телевидение аша мәғлүмәт күп, өсөнсөнән, хәҙерге быуын кешеләре һаулығына күпкә иғтибарлыраҡ була башланы, минеңсә. Ауырый башлағас та табипҡа мөрәжәғәт итәләр, медицина тикшереүе үтәләр. Был, әлбиттә, яҡшы. Билдәле булыуынса, сирҙе ни тиклем алдараҡ дауалай башлаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшеп була.

– Инсульт кисереү күренештәре лә йыш күҙәтелә. Ул нимәһе менән хәүефле?
– Инсульт – баш мейеһендә ҡан әйләнешенең боҙолоуы. Ул, ғәҙәттә, ниндәйҙер ауырыуҙың эҙемтәһе булараҡ барлыҡҡа килә. Беҙ, мәҫәлән, уның ҡан тамырҙары тарайыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән осрағын ҡарайбыҙ. Баш мейеһен кислород менән тәьмин итеүсе муйында урынлашҡан артерияларҙы, атап әйткәндә, йоҡо артерияһын тикшереп, унда атеросклероз булһа, тамырҙы киңәйтеп, ҡан юлдарын иркенәйтеү – беҙҙең маҡсатыбыҙ. Инсульт төрлө сәбәптән була һәм шуға ҡарап, кардиологияға ла, неврологияға ла бәйле булыуы ихтимал. Ул осраҡта был проблема менән кардиологтар, аритмологтар, неврологтар шөғөлләнә.

– Ҡан тамырҙары тарайыуын кеше үҙе асыҡлай аламы? Уға юл ҡуймаҫ өсөн нимә эшләргә?
– Ҡан тамырҙарының тарайыуы ниндәй­ҙер билдәле бер йәшкә еткән һәр кемдә була. Тик кемдәлер ул нығыраҡ һиҙелә, кемдәлер артыҡ әһәмиәтле түгел. Аяҡтағы ҡан тамырҙары тарайғанда, кешегә алыҫ араны үтеүе ауырлаша, аяҡтар тала, ойой башлай. Шулай уҡ сатанлау ҙа был ауырыуҙың билдәһе булыуы мөмкин. Ә инде сир аҙған осраҡта аяҡта сей яралар барлыҡҡа килә.
Йөрәктәге ҡан тамырҙары зыян күргәндә, сирле кеше йөрәк тәңгәлендәге ауыртыуға, тын етмәүенә, күкрәк ҡыҫыуына зарлана. Был осраҡта кардиолог тикшереү үткәреп, беҙгә йүнәлтмә бирә икән, аортокоронар шунтлау буйынса операция талап ителеүе ихтимал. Шулай уҡ ҡулдағы тамырҙар ҙа тарайыуҙан зыян күргән осраҡтар була. Әлбиттә, ҡулдар күп хәрәкәт итеү сәбәпле, ул һирәгерәк осрай.

– Варикозға мотлаҡ операция яһатырғамы? Ғөмүмән, был проблема менән йыш мөрәжәғәт итәләрме?
– Элегерәк уға “ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы” тигән ҡараш нығынған булһа, хәҙер ир-егеттәр ҙә был проблема менән табиптарға йөрөй башланы. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта был йәһәттән халыҡ әүҙемләште, тип әй­тер­гә кәрәк. Операцияға килгәндә, табиптың күрһәтмәһе бар икән, мотлаҡ яһатырға кәрәк. Сирҙе аҙҙырырға ярамай. Ҡабарып, өҫкә ҡалҡып сыҡҡан тамыр тиҙ йәрәхәтләнеп бара. Өҫтәүенә, уның эҙемтәһе булараҡ, аяҡта оҙаҡ төҙәлмәүсе трофик шеш йәки тромбофлебит барлыҡҡа килеүе бар. Һөҙөмтәлә инфекция башланып, тағы ла насарыраҡ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

– Ҡайһы бер осраҡта тамырҙар, ҡабарып сыҡмаһа ла, селтәрләнеп, күгәреп беленеп тора. Ул да варикозды аңлатамы?
– Улар – варикоздың тәүге билдәһе. Йәғни ауырыуҙың яңы башланып ҡына тороуын аңлата. Дауалауға килгәндә, уның менән күберәк флебологтар шөғөлләнә. Хәҙер варикозды дауалауҙың заманса алымдары күп. Мәҫәлән, склеротерапия. Биологик кеҫәл ҡулланып аяҡ тамырындағы етешһеҙлекте бөтөрәләр. Беҙ иһә сирҙең аҙған осрағында ғына ярҙам итергә тырышабыҙ. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – ошо процесты туҡтатып, пациенттың хәлен мөмкин тиклем еңелләштереү. Әлбиттә, ауырыуҙы тамырынан бөтөрөп булмай, барыһына ла ярҙам да итә алмауыбыҙ ихтимал. Ғәҙәттә, бындай ҡатмарлы осраҡтар ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итмәүҙән, сирҙе аяғөҫтө үткәреүҙән була.

– Ҡан тамырҙары ауырыуҙарына юл ҡуймау өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Сәләмәт тормош алып барыу, күберәк хәрәкәт итеү, дөрөҫ туҡланыу һәм ваҡытында табиптарға күренеп тороу. Ошо ябай ғына кәңәштәрҙе тотҡанда, күп ауырыу­ҙарҙан ҡотолоп, һәр кем үҙенең ғүмерен оҙайтыуға өлгәшә ала.

С. ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.

Ю. КӘРИМОВ фотоһы.




Автор: С.Лотфуллина
Фото: Ю.Кәримов






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…