RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн

26.11.2018 Йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн

-100 г таҙартылған һарымһаҡты иҙеп, өҫтөнә 6 лимондың һутын ҡойорға. Яҡшы итеп бутап банкаға һалырға һәм өҫтөн марля менән ябып, һалҡын урында һаҡларға. Берәр балғалаҡлап ҡабып, артынса һыу эсеп ҡуйырға.

- 8 лимон, 400 г һарымһаҡ, 4 кг сельдерей (япрағы һәм тамыры) 400 г керәнде ит үткәргес аша үткәреп, банкаға һалырға һәм өҫтөнә марля ябып, 12 сәғәт йылыла тоторға. Һуңынан өс көнгә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Өс көн үткәс, һутын һығып алып, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 15 минут алда берәр балғалаҡ эсергә.

- 2 лимонды ит үткәргес аша үткәреп, бер аҙ бал ҡушырға һәм 6 көн төнәтергә. Көн дауамында шуны әҙ-әҙләп ашарға. Был көндә башҡа бер нәмә лә ашарға ярамай. Тағы ике көндән шундай уҡ төнәтмә әҙерләп, ашҡаҙанығыҙҙы бер аҙ ял иттереп алығыҙ. Ошо дауаланыу курсын өс-дүрт тапҡыр ҡабатлағандан һуң ҡан баҫымығыҙ түбәнәйәсәк.

- 2 лимон менән 2 әфлисунды киҫәктәргә бүлгеләп, орлоғон алып, ит үткәргес аша үткәрергә. Ике ҡалаҡ бал ҡушып, бер тәүлек быяла һауытта бүлмә температураһында тоторға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға. Көн һайын 2 – 3 ҡалаҡ сәйгә ҡушып ашарға мөмкин.

- 500 г лимон (ҡабығы менән, тосон алырға), 500 г мүк еләге, 500 г орлоғонан таҙартылған гөлйемеште ит үткәргес аша үткәреп, 500 г бал ҡушырға һәм яҡшы итеп бутарға. Бер тәүлек ҡапҡасы яҡшы итеп ябылған һауытта төнәткәндән һуң һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 15 минут алда берәр ҡалаҡ ашарға.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тағы бер тапҡыр лимондың файҙаһы хаҡында

Нимә ул полиомиелит? Балаларҙы был сирҙән нисек һаҡларға?

Киҙеүҙән һәм һалҡын тейеүгә ҡаршы

Бала менән беренсе етди һөйләшеү

10.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Бала менән беренсе етди һөйләшеү


“Кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатмын”

Сәстәр нимә тураһында һөйләй?

08.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Сәстәр нимә тураһында һөйләй?


Гайморитты дауалайбыҙ

07.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Гайморитты дауалайбыҙ


Файҙалы эсемлектәр

06.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Файҙалы эсемлектәр


44, йәки тормош миңә ике дүртле ҡуйғанда...

Юл япрағы

04.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Юл япрағы


Юл япрағы менән яман шеш ауырыуын дауалау

Дәфнә дауаһы

01.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Дәфнә дауаһы