RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡабаҡ һуты менән дауаланыу

25.11.2018 Ҡабаҡ һуты менән дауаланыу

- Бауыр һәм бөйөр ауыртҡанда көнөнә бер тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ярты стакан ҡабаҡ һуты эсегеҙ.

- Таш ауырыуҙарынан көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1/3 стакан эсергә

- Йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда йоҡлар алдынан бер балғалаҡ бал ҡушып ярты стакан был һутты эсергә мөмкин.

- Һалҡын тейеп, температура күтәрелгәндә, тәндең ҡайнарлығын баҫыу һәм һыуһынды ҡандырыу өсөн дә ҡабаҡ һуты эсергә кәңәш ителә.
-Ҡабаҡ һутының эс ҡатыуҙан һәм гипертониянан да шифаһы бар. Был осраҡта көнөнә өс тапҡыр 1/4 стакан эсергә кәрәк.

- Простатиттан һәм простата биҙе аденомаһының башланғыс стадияһында көнөнә өс-дүрт тапҡыр ярты стакан ҡабаҡ һуты эсергә тәҡдим итәләр. Дауаланыу курсы бер ай. Һуңынан ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн өс айға бер ҡабатлап торорға мөмкин. Көнөнә ярты стакан ҡыҙҙырылмаған орлоғон ашау­ҙың да файҙаһы бар.

- Тиренең һытҡыларҙан зыян күргән урындарына ҡабаҡ һутына манып алынған япмалар ябырға мөмкин. Йә булмаһа көнөнә бер нисә тапҡыр ул урындарҙы ҡабаҡ киҫәге менән ыуырға.

- Ҡабаҡ һуты янған урынды ла тиҙерәк дауаларға ярҙам итә. Бының өсөн уларға ла һутҡа манылған туҡыманы ябырға кәңәш ителә. Йәки ҡабаҡтың эсендәге йомшаҡ иҙмәһен ҡалын итеп туҡымаға һалырға һәм 30 минутҡа янған урынға ябырға. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабат­ларға.

- Йөрәк сирҙәренә бәйле шешенеүҙән һәм гипертониянан һәр төрлө ҡабаҡ ашы ашарға.

- Анемиянан көнөнә өс тапҡр ашаған ваҡытта ҡырғыстан үткәрелгән 2/3 стакан ҡабаҡтың йомшаҡ урынын сей килеш ашарға.

- Аш эшкәртеү насарайғанда көнөнә ике тапҡыр берәр стакан ҡабаҡтың йомшағын бешереп ашарға.

- Антибиотиктар менән дауаланғандан йәки нурланыу терапияһы үткәндән һуң, шулай уҡ атеросклероздан һәм гиповитаминоздан ҡабаҡтың йомша­ғын эре ҡырғыстан үткәреп, көнөнә ике тапҡыр ашарҙан алда берәр стакан ашарға.

- Баш ауыртҡанда иң ауыртҡан урынына ҡабаҡ киҫә ҡуйып, бинт менән бәйләп торорға.

- Экземанан зыян күргән урын­ға ҡабаҡ киҫәге йә иҙмәһен ябып, бинт менән нығытып, 1 – 1,5 сәғәткә ҡалдырырға.

- Мастопатиянан ауыртҡан түшкә ҡабаҡты ҡырғыстан үткәреп ябырға, өҫтөн целлофан ҡапсыҡ менән ҡаплап, түшелдеректе кейеп ҡуйырға. Компресты кипкәнсе тоторға.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тағы бер тапҡыр лимондың файҙаһы хаҡында

Нимә ул полиомиелит? Балаларҙы был сирҙән нисек һаҡларға?

Киҙеүҙән һәм һалҡын тейеүгә ҡаршы

Бала менән беренсе етди һөйләшеү

10.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Бала менән беренсе етди һөйләшеү


“Кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатмын”

Сәстәр нимә тураһында һөйләй?

08.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Сәстәр нимә тураһында һөйләй?


Гайморитты дауалайбыҙ

07.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Гайморитты дауалайбыҙ


Файҙалы эсемлектәр

06.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Файҙалы эсемлектәр


44, йәки тормош миңә ике дүртле ҡуйғанда...

Юл япрағы

04.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Юл япрағы


Юл япрағы менән яман шеш ауырыуын дауалау

Дәфнә дауаһы

01.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Дәфнә дауаһы