RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ун ауылдың күҙ терәп торған дауаханаһы

24.11.2018 Ун ауылдың күҙ терәп торған дауаханаһы

Баймаҡ районының Аҡморон ауылында тәүге участка дауаханаһы 1961 йылда асыла. Уның тәүге табибы Румына Дәүләтшина була. 1965 йылда дауахана 25 урынлыҡ яңы бинаға күсә. Бала табыусылар өсөн айырым өс урын булдырыла.

Был медицина учреждениеһының гөрләп эшләгән осоро 70 – 90-сы йылдарға тура килә. Яҡын-тирәләге 15-ләгән ауыл халҡының күҙ терәп торған дауаханаһы була ул. Ҡапыл ауырып китһәләр ҙә, йәрәхәтләнһәләр ҙә, уколдар алырға кәрәк булһа ла, ашығыс ярҙам талап ителһә лә бында киләләр. Һәр береһенә тейешле ярҙам күрһәтелә. Дауаханала урындар бер ҡасан да буш тормай. Ул ваҡыттарҙа яңы тыуған сабый­ҙарҙан башлап оло йәштәгеләренә тиклем күптәр бында медицина ярҙамы алып, сәләмәтлеген нығытҡан.

Төрлө йылдарҙа дауахана менән Капиталина Токарева, Фәниә Хәжиева, Тимербулат Имамов, Марат Ситдиҡов, Фазылйән Яхин, Рәсүл Кинйәбулатов, Лилия Ситдиҡова кеүек тәжрибәле табиптар етәкселек итә. Уларҙың һәр береһе хаҡында халыҡ хәтерендә йылы хәтирәләр һаҡлана.

1975 йылда Аҡморон участка дауаханаһына интернатураны тамамлаған йәш табип Тимербулат Фәхри улы Имамов килә һәм оҙаҡ йылдар баш табип, терапевт булып эшләй. Белемле белгес ауырыуҙарға яҡшы мөғәмәләһе, үҙенсәлекле дауалау алымдары менән үҙенә күрә халыҡтың яратҡан Кашпировскийына әүерелә. Бар ғүмерен кешеләрҙе дауалауға бағышлаған табиптың тотош ғаиләһе табиптар тиергә була. Ҡатыны Фәрхәнә – шәфҡәт туташы, улдары Айнур менән ҡыҙҙары Гөлнара ла был изге һөнәрҙе үҙ иткән.

Үҙгәреш елдәре Аҡморон участка дауаханаһына ла ҡағылмай үтмәй. Стационар дауахананан ул амбулаторияға ғына ҡалдырыла. Әлеге ваҡытта ул төҙәкләндерелгән, бөтә уңайлы шарттар булдырылған яҡты, йылы, матур бинаны биләй. Аҡморон амбулаторияһы ун ауыл – Аҡтау, Ҡаратал, Сәйғәфәр, Йомаш, Ярат, Юлыҡ, Йылым, Ишбирҙе, Бөрйән-Йылға һәм Крепостной Йылайыр халҡын хеҙмәтләндерә. Көнөнә йөҙләгән ауырыуҙы ҡабул итәләр. Бында стоматология, физиотерапия һәм клиник-диагностика лабораториялары, процедура, гинекология кабинеттары бар. Амбулатория тейешле препараттар һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Дүрт компьютеры бар, РМИАС системаһына тоташтырылған. Уның аша район үҙәк дауаханаһы белгестәренә талон алырға, хатта Өфө табиптарына яҙылырға мөмкин.
«Ашығыс ярҙам» машинаһы ла бар. Пациенттарға диагноз ҡуйылып, дауаханала дауаланыу талап ителә икән, машина менән районға алып баралар. Шулай уҡ ашығыс ярҙам кәрәк булғанда ла, һәр кем уны саҡырта ала.

Бында татыу, яғымлы, ауырыуҙарға битараф булмаған тәжрибәле табиптар эшләй. Коллектив менән райондың танылған кардиологы, үҙ эшенең оҫтаһы Рәшиҙә Барый ҡыҙы Хәсәнова етәкселек итә. Талапсан, яуаплы табип ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү буйынса ҙур эш алып бара. Халыҡ менән эшләүҙе маҡсат итеп алған ул. Аҙна һайын табиптар төрлө ауылға сығып, ҡабул итеү ойошторалар. Ауыл халҡын борсоған һорауҙарға яуап бирәләр, медицина ярҙамы күрһәтәләр, диагноз ҡуялар.

Фирая Сәйетғәле ҡыҙы менән Зилә Рәфҡәт ҡыҙын халыҡ яратып «үҙебеҙҙең духтыр», тип кенә йөрөтә. Фирая Райманова бында 1987 йылдан алып эшләй. Дөйөм стажы 31 йыл. 16 йыл «Ашығыс ярҙам» фельдшеры була. Балалар шәфҡәт туташы булып эшләүсе Зилә Рәфҡәт ҡыҙы Асылованың да яҡташтары араһында абруйы ҙур. Йәш әсәйҙәр­ҙең иң яҡын кешеһенә әүерелгән ул. «Минең өсөн яңы тыуған сабыйҙарҙарға ярҙам итеү, уларҙың тәүге йылмайыуын күреү – бәхет», – тип йылмая 35 йыл эшләү дәүерендә меңәрләгән сабыйҙың үҫеп етеүенә шаһит булған табип. Тәжрибәле шәфҡәт туташы Вәсилә Хәлил ҡыҙы Ғәҙелшинаның «ҡулы еңел» тигән даны сыҡҡан. Оҫта итеп система ҡуйыуы, ауырттырмай ғына уколдар ҡаҙауы өсөн биргәндәр уға был исемде. Фельдшер-лаборант булып эшләүсе Альбина Күсәрбаеваның да эш стажы 30 йылға етеп килә. «Эш шарттары һәйбәт, эшем оҡшай, тик бер генә минус – анализаторҙарһыҙ эшләйем», – ти ул.

Медосмотр, профосмотр, диспансерлаштырыу, беренсе ярҙам күрһәтеү, прививкалар эшләү, системалар ҡуйыу, халыҡ, уҡыусылар менән аңлатыу эштәре алып барыу, хроник ауырыуҙарҙы күҙәтеү, ауырлы ҡатындарҙы иҫәпкә ҡуйыу, киҙеүгә, башҡа инфекция сирҙәренә ҡаршы прививкалар эшләү – ауыл табибының иңенә күп төрлө бурыс йөкмәтелгән. Ҡыҫҡаһы, ауырлыҡтарға бирешмәй, яҡшыға өмөт итеп, үҙ эшен яратып, оло яуаплылыҡ менән башҡара халыҡ һаулығы һағында тороусы Аҡморон табиптары.





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тағы бер тапҡыр лимондың файҙаһы хаҡында

Нимә ул полиомиелит? Балаларҙы был сирҙән нисек һаҡларға?

Киҙеүҙән һәм һалҡын тейеүгә ҡаршы

Бала менән беренсе етди һөйләшеү

10.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Бала менән беренсе етди һөйләшеү


“Кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатмын”

Сәстәр нимә тураһында һөйләй?

08.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Сәстәр нимә тураһында һөйләй?


Гайморитты дауалайбыҙ

07.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Гайморитты дауалайбыҙ


Файҙалы эсемлектәр

06.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Файҙалы эсемлектәр


44, йәки тормош миңә ике дүртле ҡуйғанда...

Юл япрағы

04.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Юл япрағы


Юл япрағы менән яман шеш ауырыуын дауалау

Дәфнә дауаһы

01.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Дәфнә дауаһы