RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кеше кеше менән бәхетле

23.11.2018 Кеше кеше менән бәхетле

Кеше кеше менән бәхетле
Һөнәрем буйынса күп кеше менән аралашырға тура килә. Психологҡа кешеләр­ҙең ҡайһы мәлдә мөрәжәғәт иткәнен һеҙгә аңлатаһы түгел. Минең клиенттарым –төрлө йәштәге, төрлө милләт кешеләре. Һәм улар үҙ ҡурҡыуҙары, борсолоуҙары, кисерештәре күңел яралары менән килә. Әлбиттә, тәжрибәле белгес бер ҡасан да клиентынан көлмәй, кәңәштәр бирмәй, бер ни талап итмәй. Психологтың эше – шәхесте бер ниндәй баһаһыҙ (безоценочное отношение) ҡабул итә белеү. Һәм, һис шикһеҙ, ошо аралашыу ваҡытында кеше килеп тыуған хәлде белгес ярҙамында йырып сыға. Ә инде шәхесте артабанғы тормош кәртәләрен бер ниндәй, йәки бик аҙ “юғалтыуҙар” менән үтергә өйрәтеү – һәр психологтың маҡсаты. Аралашыу бик ҡыҫҡа йәиһә оҙайлы булыуы мөмкин. Бының бер ҡурҡынысы ла юҡ, бөтәһе лә клиенттың теге йәки был хәл-ваҡиғаны нисек ҡабул итеүенән. Миңә сүп кенә кеүек тойолған хәл ҡайһы бер кешегә күтәрә алмаҫлыҡ ауыр проблема, килешәһегеҙме? Сөнки беҙ төрлө ғаиләлә тәрбиә алғанбыҙ, төрлө мөхиттә үҫкәнбеҙ, төрлө холоҡлобоҙ, темпераментыбыҙ менән айырылабыҙ. Һәм, беренсе нәүбәттә, һис шикһеҙ, шәхесте кешелек сифатынан яҙҙырмаған рухи көс тора. Тап ошо көс беҙҙе ергә ҡолаған еребеҙҙән, “һаҙға” төшкән урындан кире өҫкә тарта, хатта күккә күтәрә. Кем менән генә аралашмайым, ҡәҙерле кешеләрем минең, ҡабат-ҡабат шуға инанам: КЕШЕГӘ КЕШЕ кәрәк. Бәхетле булыр өсөн, туғанлы булыр өсөн, һөйөклө булыр өсөн, йәр булыр өсөн... Бәләкәс кенә яңы тыуған кешегә ҡарап, уны үҙ балаһы тип танып, сикһеҙ яратып, кеше атай һәм әсәй булыу бәхетенә ирешә. Бөтөнләй башҡа мөхиттә, бер-береһенән алыҫта йәшәгән парҙар табышып, мөхәббәт утында янған – кеше һөйөүҙе ошо рәүешле танып белә. Ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ “ептәр” менән туғандар араһы нығытылған – улар ҙа бер-береһен ҡәҙерләй. Шулай уҡ уртаҡ ҡыҙыҡһыныу­ҙар тарта, яҡынайта. Быуаттар буйы шулай дауам иткән. Артабан да тик шулай буласаҡ.
Әммә беҙ гел генә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләбеҙме? Бына ошо һорауға яуап биреүе үтә лә еңел, эйе бит?....
“Непрощенный” фильмын ҡарарға ныҡ тулҡынланып барҙым. Әхирәтем менән ике аҙна йыйындыҡ. Был тарихты беҙҙең Башҡортостан халҡы белә, ҡайғыны бергәләп үткәрҙек, күтәрҙек. Ул ваҡытта фажиғә тураһында күп яҙҙылар, һөйләнеләр: ҡайһыһы дөрөҫ, нимәһе ялған икәнен аңлап та булмағандыр. Ваҡыт үтеү менән күңел яралары ҡанһырауҙан туҡтап, яйлап онотола ла башланы тигәндә... Фильмдың аҙағында Виталий Калоевтың интервьюһы ла бар. Ул үҙенең кисерештәре менән артыҡ уртаҡлашып бармаһа ла, был фильмдың презентацияһына килә. бер мәлдә бөтә ғаиләһен юғалтҡан кешегә, ни тиклем генә ваҡыт үтмәһен, йөрәк яраһын яңыртыуы еңел булмағандыр. Әлбиттә, хөрмәтле гәзит уҡыусым, мин бында Виталий Калоевты, кеше үлтереүсене, яҡларға йыйынмайым. Кемделер аҡларға ла хаҡым юҡ! Психологик күҙлектән генә һеҙгә еткерер һүҙҙәрем бар. Бына ошондай фажиғәләрҙән һуң кешенең аңы үҙгәрә. Бындай көслө тетрәнеү, иҫ киткес ауыр юғалтыу һәр бер шәхестең тормошон пыран-заран килтерә. Күп кенә кеше бындай ғазапты күтәрә алмай. Виталийҙың ашамауы-эсмәүе, балаларының уйынсыҡтарын ҡыҙғаныуы, улар­ҙың ҡәберенә ошо көнгә тиклем көн һайын барып йөрөүе – был психологик йәрәхәттең оҙаҡҡа һуҙылыуын аңлата. Башҡаса мөмкин дә түгелдер...
Ә фильмдың төп фекере, минеңсә, кешеләрҙең кешелекле булырға тейешлегенә йүнәлтелгән. Меҫкен ир, барып тапҡас, диспетчерға: “Кешеләрҙән ғәфү үтенегеҙ, минән ғәфү үтенегеҙ, зинһар,” –тип әйтә бит. Юҡ. Был көндө уға үкенеү һүҙҙәрен ишетергә насип булмай. Ошо урында тағы ла бер ғаиләнең тормошо ҡырҡа үҙгәреш ала, ә Виталийҙы төрмәгә ултырталар. Әле был психологик драма бара, ҡарап өлгөрөгөҙсө, зинһар. Был фильм әкиәт түгел, шуға күрә лә шәхсән һеҙҙең тормошоғоҙҙа бөгөн ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ барлыҡҡа килгән икән барығыҙ, күрегеҙ, уйланығыҙ, сағыштырығыҙ, фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ миңә.
Ә хәҙер минең һорауҙарыма яуап бирегеҙсе:
– Атай – әсәйегеҙгә шылтыраттығыҙмы, барҙығыҙмы?
– Был тормошта иң ҡәҙерле кешегеҙгә бөгөн йылмайҙығыҙмы?
– Сикһеҙ ҡәҙерле улығыҙға, ҡы­ҙығыҙға яҡшы көн теләп, сикәһенән үбеп, ҡосаҡланығыҙмы?
– Дуҫығыҙға әҙ генә булһа ла ваҡыт бүлдегеҙме?
Әгәр ҙә “юҡ” тигән яуаптарығыҙ бар икән, төҙәтегеҙ. Өлгөрөгөҙ. Әлегә, бына ошо минутта эшләй торған эшегеҙ – үҙегеҙҙең яҡындарығыҙға иғтибар бүлеү, уларҙың һеҙҙең өсөн ниндәй ҡәҙерле икәнен аңлатыу. Ҡабалан, кешем, һуң булмағайы! Онотмағыҙ, кеше өсөн бөтә ғаләмдә кешенән дә ҡәҙерле бер ни юҡ.

Әлмира ИСХАҠОВА
психолог.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…