RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Агрессив бала ҡайҙан барлыҡҡа килә?

29.10.2018 Агрессив бала ҡайҙан барлыҡҡа килә?

Агрессив бала ҡайҙан  барлыҡҡа килә?
“Агрессия, агрессив” һүҙҙәрен ҡулланыу бөгөн ныҡ модалы булып китте. Йәмғиәттә агрессия һүҙен гел генә ҡот осҡос ситуацияларға килтергән саҡта, нәҡ агрессив кеше генә ошондай аҙымға бара ала, тип яңылыш аңлауҙар киткәнгә күрә лә әҙерәк аңлатма индерергә булдым. Сөнки агрессия гел генә кире һөҙөмтәләргә килтермәй: төрлө көсөргәнеш, тормоштағы көрсөктәрҙе үтергә, мәҫәлән, ыңғай (һау) агрессия талап ителә. Йәғни, шәхес эмоцияларын йүгәнләй, рухи көс, ыңғай (һау – здоровая) агрессия менән алға ынтыла – был бит яҡшы күренеш. Спортта ла шулай уҡ агрессияһыҙ, йәғни көсөргәнешһеҙ бөтөнләй булмай! Кеше бер-береһе менән сәмләнеп ярыша, уҙыша – ошо мәлдә тап ыңғай (һау) агрессия эшкә егелә лә инде. Ныҡышмал, тәүәккәл, көслө ихтыярлы кешеләрҙе лә тормоштарында үҙ маҡсаттарына ирешергә, хыялдарына табан ынтылырға тап ыңғай йәки һау агрессия алға әйҙәй.
Һүҙемде хәҙер шәхесте, ғөмүмән әйткәндә, балаларҙы енәйәттәргә этәргән, йәмғиәттәге нормаларҙан тайпылдырған, башҡаларға физик йәки күңел яралары килтергән агрессия – деструктив ҡылыҡ тураһында дауам итәм. Ата-әсәләр, психологтар, уҡытыу­сылар, тәрбиәселәр баланың деструктив ҡылыҡтарын алдан күрә аламы? Һис шикһеҙ.
Һәр бер коллективта тиерлек бер-ике һуғыш суҡмары, тәртип боҙоусы, тыңлауһыҙ, илаҡ, тәрбиәһеҙ бала була. Бындай бала бер сәбәпһеҙгә баш­ҡалар­ға ташлана, тешләй, үсекләй, төкөрә, әйберҙәрен тартып ала. Күбеһенсә уны тынысландырыуы мөмкин дә түгел: мөйөшкә ҡуйыу тағы ла яңы көс менән “һуғыш”ҡа этәрәсәк. Әлбиттә, ауыр холоҡло баланан бөтәһе лә ҡурҡа башлай, сөнки ҡапыл ғына бушҡа ярһып киткән баланың киләсәктә ни килтереп сығарыры билдәһеҙ. Агрессив бала үҙенең ни өсөн шулай ҡаты ҡыланғанын аңлата алмаясаҡ, сөнки ул үҙенә кәрәк иғтибар­ҙы башҡаса яулай белмәй, үҙен башҡа төрлө итеп тота ла белмәй. Күп осраҡта ата-әсәләргә һәм педагогтарға баланың ҡабатланып торған агрессив ҡыланыштары аңлашылмай. Сөнки ул үҙенең яман ҡыланыштары өсөн яза алыуҙан да ҡурҡмай. Шулай ҙа ни өсөн бала былай ҡылана һуң? Агрессив бала йыш осраҡта үтә йомшаҡ (попустительское воспитание) йәиһә, киреһенсә, үтә лә ҡаты (авторитарное воспитание) ата-әсәләрҙә осрай. Баланы тоталь контролдә тотоу йәки уның тормошо менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмау бала менән ата-әсә араһындағы мөнәсәбәттәрҙе боҙа, уның күңелендә шом, ҡурҡыу һәм “мине яратмайҙар” тигән тойғо тыуҙыра. “Нисек үҙемде яраттырырға? Нисек уларҙың иғтибарын яуларға?” – тигән үҙаңдағы уй балаға тынғы бирмәй. Тормошто ул “ҡурҡыныс” һәм “янаусы” итеп күрә башлай. Ошо тойғолар уны төрлө яҡшы булмаған, йәғни адекват булмаған тәртип, артабан хоҡуҡ боҙоу­ҙарға килтерә лә инде. Ябай һүҙ менән әйткәндә, ул үҙенең тәртипһеҙлеге менән: “Ҡарағыҙ миңә! Күрегеҙ мине! Мин – бар! Тағы ни эшләйем ҺЕҘ мине яратһын өсөн?!” – тип оран һала. Бындай балалар ни өсөн башҡалар унан ситләшкәнен, ҡурҡҡанын аңламай, сөнки үҙҙәренә бөтә донъя тик уларҙы ғына рәнйетергә торған кеүек тойола. Ошолай ябыҡ ҡулса барлыҡҡа килә лә инде: агрессив бала башҡаларҙы күрә алмай, ҡурҡып, яңғыҙлыҡҡа дусар була; ә инде ҡалғандар был агрессорҙан ситләшеп, уның менән аралашмай. Ваҡыт үтеү менән башҡаларға йүнәлтелгән агрессия баҫыла төшә йәки бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа күсә. Әгәр ҙә атай һәм әсәй ваҡытында бала менән шөғөлләнмәһә, уға кәрәгенсә иғтибар һәм наҙ бүлмәһә, белгестәргә күрһәтмәһә, деструктив холоҡ юҡҡа сыҡмай. Бала саҡтағы йыйылған үпкә, күрә алмаусылыҡ кешенең күңелен ағыулаясаҡ һәм ғүмере буйы оҙатып барасаҡ. Бер ваҡыт, был ситуацияға ниндәйҙер сәбәп булыуы мөһим түгел, тупланған тиҫкәре кисерештәр ярһып, урғылып тышҡа сығасаҡ. Төрлө психоактив матдә ҡулланыу, эскелек, наркомания – бөтәһе лә бала саҡтан йыйылып килгән кире күңел кисерештәренән.
Сөнки һәр бер кешенең күңелендә уны яратһындар, һөйһөндәр һәм аңлаһындар ине тигән күңел талабы, мохтажлыҡ ята. Әгәр был мохтажлыҡ тормошҡа ашмай икән, кеше үҙен тыныс­ландырыу өсөн ҡәнәғәтләндереү ысулдарын ситтән эҙләй, таба.
Ә шулай ҙа нимәгә иғтибар итергә һуң? Нисегерәк баланы ҡазаларҙан араларға? Әгәр ҙә бала:
– ололар менән йыш һүҙгә килә,
– үҙенең контролен юғалта,
– йыш ҡына ҡағиҙәләрҙе үтәүҙән баш тарта,
– үҙенең ыҙғыштарында башҡаларҙы ғәйепләй,
– көнләшеү, күрә алмау, үсләшеү һыҙаттары бар,
– йәһәт кенә ҡыҙып китә,
– үҙенә бер нәмә оҡшамай икән, өндәшмәй ҡалмай,
– үҙенән көсһөҙҙәрҙе рәнйетә, үсекләй,
– бөтә юлдар менән лидерлыҡҡа, беренселеккә ынтыла,
– хайуандарҙы/кешеләрҙе йәлләү тойғоһо юҡ икән, тимәк, был осраҡта уға ҙур иғтибар талап ителә.
Төрлө өлкәләге белгестәр ярҙамында ғына баланың үҙгәрә башлаған холҡон яҡшы яҡҡа йүнәлтеү мөмкин буласаҡ.
Баланың холҡо башҡаларҙыҡынан айырылғанын ул социумға яраҡлаша башлағас, йәғни балалар баҡсаһында, мәктәптә күрәләр бит инде. Дөрөҫ итеп ата-әсәгә баланың хәлен аңлатыу, улар менән ышаныслы һәм эшлекле мөнәсәбәттәр төҙөү – был эш тәрбиәсе менән уҡытыусыларға, психологтарға ҡайтып ҡала. Баланы бер баҡсанан икенсеһенә, мәктәптән мәктәпкә күсереп алып йөрөүҙең тик уның ваҡытын ғына әрәм итеү икәнен төшөндөрөү мөһим. Үҙ ваҡытында һәм сифатлы ярҙам күрһәтмәгәндә, был баланан ниндәй шәхес үҫеп сығыуын күҙаллауы ауыр түгел.
Иғтибарлы булайыҡ, дуҫтарым.

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Сөйәлдән нисек ҡотолорға?

20.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Сөйәлдән нисек ҡотолорға?


Күҙлекме әллә операциямы?

19.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙлекме әллә операциямы?


Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?