RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ябығыу өсөн нимә ашарға?

30.10.2018 Ябығыу өсөн нимә ашарға?

Ябығыу өсөн нимә ашарға?
Ябығыу тураһында күптәр хыяллана. Кемдер төрлө диета менән үҙен йонсот­һа, икенселәр физик күнегеүҙәргә өҫтөнлөк бирә. Әммә ҡайһы бер осраҡта айлап тырышыуҙар ҙа әллә ни һөҙөмтә бирмәй кеүек. Һимереүе еңел генә булһа ла, ябығыу күптәргә бик ауыр бирелә. Әлбиттә, күп нәмә нимә ашауыбыҙҙан тора. Майлы иттән, ярат­ҡан ҡамыр аштарынан баш тартмаһаҡ, һомғол буй-һын тураһында хыялланмаһаҡ та була. Тағы ла ғалимдар туҡланыу рационына майҙы яндырырға булышлыҡ итеүсе аҙыҡтарҙы индерергә тәҡдим итә. Уларға нимәләр инә һуң?
1. Һөт аҙыҡтары. Белгестәр фекеренсә, йогурт, кефир, эремсек кеүек майлылығы аҙ булған продукттар организмда кальцитриол гормонын арттырырға булышлыҡ итә. Ул иһә үҙ сиратында организмдағы майҙы яндыра. Эремсек һыуында метаболизмды яҡшыртыу­сы юғары сифатлы һөт протеины бар. Ул организмдың түккән энергияһын тулыландырыу өсөн тире аҫтындағы майҙы тотоноуға этәрә.
2. Имбир. Ашҡаҙан секрецияһын һәм ҡан әйләнешен тәьмин итеп, организмда матдәләр алмашыныуын тиҙләтә. Һөҙөмтәлә майлы күҙәнәктәр ҙә тиҙ үҙләштерелә. Бынан тыш, тиренең һәр саҡ йәш, матур булып ҡалыуына булышлыҡ итә.
3. Кәбеҫтә. Уның бөтә төрө лә артыҡ кәүҙә ауырлығы менән көрәштә алмаштырғыһыҙ ярҙамсы. Аҡ күсәнле кәбеҫтә, щетка кеүек, организмды шлактарҙан таҙарта. Брокколи витаминдарға бай. Айырыуса составында ҡатын-ҡыҙ гормоны – эстроген кимәлен көйләүсе индол-3-карбинол витамины менән әһәмиәтле. Түбән калориялы аҙыҡ булараҡ, кәбеҫтәне сикләмәй ашарға мөмкин.
4. Ҡыяр. Ябығыу өсөн бик тә яҡшы йәшелсә. Әммә уның артыҡ ҙур булмағандарын, кетерләп торғандарын ашарға кәңәш ителә. Шундайҙарҙың файҙаһы күберәк. Ҡабығын әрсемәһәң дә була, сөнки витаминдарҙың һәм минераль матдәләрҙең күбеһе тап шунда тупланған. Был йәшелсә эсте йомшарта, өҫтәүенә, калориялылығы ла түбән булыуы сәбәпле, артыҡ кәүҙә ауырлығы менән көрәшеүселәр өсөн иң ҡулай аҙыҡ.
5. Дәрсен. Был аш тәмләткес, артыҡ кәүҙә ауырлығы менән көрәшеү сараһы булараҡ күптән түгел ҡулланыла башлауына ҡарамаҫтан, бик һөҙөмтәле булыуын күрһәтеп тә өлгөрҙө. Айырыуса майҙарға ҡаршы көрәшеү йәһәтенән яҡшы. Уны сәйгә, ҡәһүәгә, кефирға ҡушырға мөмкин. Ә инде ярты ҡалаҡ дәрсенгә бер балғалаҡ бал ҡушып ҡайнар һыуға бутап эскәндә, кәүҙәләге майҙар күҙгә күренеп кәмейәсәк.
6. Грейпфрут. Асыҡланыуынса, кемдәр 12 аҙна дауамында көнөнә ярты грейпфрут ашаған, уртаса алғанда, 1,5 килограмға ябыҡҡан. С витамины менән нышып тултырылған был цитрус организмда инсулин кимәлен кәметеп, артыҡ кәүҙә ауырлығынан арындыра. Ул шулай уҡ бик яҡшы май иретеү, үт ҡыуыу сараһы ла. Тик уны эсендәге әсе ҡатламдары менән бергә ҡушып ашарға кәрәк. Сөнки иң файҙалы матдәләре тап шунда һаҡлана.
7. Йәшел сәй. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йәшел сәй экстракты ла матдәләр алмашыныуын яҡшыртып, артыҡ килограмдарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Ул тире аҫтындағы майҙы ғына түгел, ә иң хәүефле эске майҙы ла йыуып төшөрөргә һәләтле. Көнөнә өс сынаяҡ йәшел сәй эскәндә, иң һимеҙ кеше лә ябығыр, ти белгестәр.
8. Һыу. Немец ғалимдары раҫлауынса, көнөнә 500 мл һыу эсеп, калорияларҙың үҙләштерелеү тиҙлеген 30 процентҡа арттырып була. Ул шулай уҡ организмдан тоҙҙо һәм токсиндарҙы йыуып төшөрә.
9. Ҡурай еләге. Ашар алдынан ашалған ярты стакан ҡурай еләге, мул табындан һуң да ашҡаҙанға аш эшкәртеүҙе еңелләштерәсәк. Өҫтәүенә, 100 грамында ни бары 44 калория ғына.
10. Гәрсис. Ашҡаҙан һуты бүленеп сығыу­ҙы әүҙемләштерә һәм ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлеген яҡшырта.
11. Әфлисун. Бер емешендә 70 – 90 ғына калория. Ә иң мөһиме – уны ашағандан һуң 4 сәғәт буйы үҙеңде туҡ тояһың.
12. Миндаль. Ундағы майҙың 40 проценты ғына үҙләштерелә, ҡалған 60 проценты тарҡалыу һәм һеңеү процестарын үтмәйенсә, организмдан кире сыға. Йәғни ул организмды файҙалы матдәләр менән байыта, әммә үҙенән һуң кәрәкмәгән калорияларҙы ҡалдырмай.
13. Керән. Уның тамырында майҙы иретергә булышлыҡ итеүсе ферменттар бар. Майлы ит һәм балыҡ аштарына керән өҫтәргә онотмағыҙ.
14. Ананас. Аш эшкәртеүҙе яҡшырта һәм асығыу тойғоһон баҫа.
15. Ҡыҙыл шарап. Кәүҙәләге майҙы иретеүгә ҡыҙыл шараптың да йоғонтоһо ҙур. Әммә алкоголле эсемлек булараҡ, уны ҡулланыуҙы сикләү кәрәк. Файҙаһы булһын өсөн көнөнә ярты стакан ғына эсергә кәңәш ителә.
Әлбиттә, был аҙыҡтарҙың файҙаһы барҙыр, тик уларҙы ашап ҡына ябығып була, тип ышанырға ярамай. Физик күнекмәләр менән дөрөҫ туҡланыу ҙа мөһим.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл