RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әрем – бик көслө дауа

08.10.2018 Әрем – бик көслө дауа

Әрем –  бик көслө дауа
Әрем – сүп үләне, әммә уны халыҡ медицинаһында күп кенә ауырыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар. Бигерәк тә организмды зарарлы ҡорттарҙан, селәүсендәрҙән (трихомонада, хламидия, герпес, лямблия, эхинококк инфекцияһы һ.б. ) таҙартыу өсөн. Әрем шулай уҡ нервы ауырыуҙарын дауалай, йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, матдәләр алмашыныуын көйләй, һөҙөмтәлә артыҡ кәүҙә ауырлығы һәм май кәмей. Гинекологик сирҙәрҙе, простатит, уретрит, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, бөйөр, ашҡаҙан аҫты биҙе, тире ауырыуҙарын дауалағанда һөҙөмтәле. Ғөмүмән, әрем менән дауаланыу бөтә ялҡынһыныуҙарҙан, айырыуса аш эшкәртеү һәм енси органдарҙағы, арынырға ярҙам итә.

Кипкән әремде ҡул менән ыуалап, иләк аша үткәрергә һәм ҡоро килеш йоторға мөмкин. Ә иләнмәй ҡалғанынан клизма эшләү, күҙгә, ҡолаҡҡа тамыҙыу, тамаҡты сайҡатыу өсөн төнәтмә әҙерләргә мөмкин. Әрем менән дауаланыу курсы – 7 көн. Бер курсҡа 100 г кипкән үлән етә.
Тәүге өс көнөндә 2 – 2,5 сәғәт һайын бер семтем кипкән әремде ауыҙға һалып, һыу ҡушып йоторға. Артабан 4 көн буйы көнөнә 5 – 6 тапҡыр шул уҡ күләмдә ҡулланырға кәрәк. Таҙарыныу процесына тотош организм йәлеп ителә. Иң мөһиме – уны 2,5 сәғәт һайын ҡабатларға онотмағыҙ. Төндә организм ял итергә тейеш.
Ете көн дауамында ҡаты диета тоторға. Күп нәмәнән баш тартырға тура киләсәк:
– бөтә төр иттән, балыҡтан, майҙан, колбасанан һ.б.;
– һөт аҙыҡтарынан, йомортҡанан;
– кондитер изделиеларынан.
Тәмәке һәм спиртлы эсемлектәр ҙә тыйыла.
Был көндәрҙә йәшелсә-емеш, сәтләүектәр, ярма, үҫемлек майы, картуф ҡына ашарға мөмкин. Көнөнә бәләкәй генә 2 – 3 киҫәк икмәк ашарға рөхсәт ителә. Яңы бешкәне түгел, ә әҙерәк кипкән булырға тейеш.
Дауаланыу ваҡытында хәлһеҙлек күҙәтелеүе һәм булған ауырыуҙарҙың көсәйеүе ихтимал. Быуындар ауыртып, ҡайһылыр урын сәнсеп тә алыуы мөмкин. Был иһә таҙарыныу процесының төпкә үтеп инеүе хаҡында һөйләй. Организмда булған эре таштар ҡуҙғалғанда, түҙеп торғоһоҙ ауыртыу барлыҡҡа килеүе бар. Был осраҡта ике төймә но-шпа йәки бер төймә папаверин эсергә кәңәш ителә. Мотлаҡ табип менән дә кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Һуңынан йылына ике тапҡыр (яҙлы-көҙлө), профилактика йәһәтенән, әрем терапияһын ҡабатларға. Әйткәндәй, ауырлы ҡатындарға һәм аҙ ҡанлылыҡ менән интегеүсе кешеләргә әрем менән дауаланыу ҡәтғи тыйыла.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Улығыҙ үҙенең кәрәклеген тойорға тейеш

Хазина

15.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Хазина


Холестеринды  нормала тотоу –  һаулыҡты  һаҡлауға тиң

Аҡыллыға ишара

13.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Аҡыллыға ишара


Һырғанаҡ –  яратҡан еләк!

12.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һырғанаҡ – яратҡан еләк!


Телевизор һәм балалар

11.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Телевизор һәм балалар


Өшөгәндән  мең дә бер...  булмаһа ла,  өс кәңәш!

Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?

09.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?


Оло һынауға дусар Гөлназ

08.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Оло һынауға дусар Гөлназ


Ҡойҙом йомаҡ

05.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡойҙом йомаҡ


Бронхиаль астманы дауалау

03.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бронхиаль астманы дауалау


Билдәле генетиктың оҙаҡ йәшәү сере