RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Магнийҙың һаулыҡ өсөн зыяны нимәлә?

07.10.2018 Магнийҙың һаулыҡ өсөн зыяны нимәлә?

Магнийҙың һаулыҡ өсөн зыяны нимәлә?
Кеше организмына йод һәм кальций етмәүҙән барлыҡҡа килгән ауырыуҙар хаҡында күп яҙалар. Ә мине магний ҡыҙыҡһындыра. Ысынлап та, организм магнийға ла ҡытлыҡ кисерәме һәм был нимәгә килтереүе ихтимал?
Фәйрүзә.
Күмертау ҡалаһы.

Бындай проблема бар. Магнийға ҡытлыҡ айырыуса сентябрҙән апрелгә тиклем күҙәтелә. Әйткәндәй, ул ҡатын-ҡыҙҙарҙа күберәк була. Айырыуса йәрәхәтләнгәндә, асыҡҡанда, тахикардия өйәнәге, гипертония, атеросклероз, эпилепсия, остеопороз, астма, бронхит булғанда күренә. Организм оҙаҡ ваҡыт магнийға ҡытлыҡ кисергәндә төрлө ауырыуға килтереүе бар.
Магний макроэлементҡа инә, сөнки организмда грамлап ҡына була. Оло кешелә нормала ул 20 – 30 г булыр­ға тейеш, ҡанда – 0,75 – 1,26 ммоль/л. Мат­дәләр алмашыныуы ни тиклем әүҙемерәк булһа, магний ҙа шул тиклем күберәк. Айы­рыуса ул бөйөрҙә, бауырҙа, йөрәктә күп була, шулай уҡ һө­йәктә, нервы туҡымаларында, тарамыш­тарҙа ла туплана.
Магний организмға кальцийҙы үҙләштереү өсөн кәрәк. Магний етмәгәндә, кальций ҡан тамырҙары стенкаларына ултырып, улар­ҙы ҡалынайта һәм шул рәүешле атеросклероз үҫешеүенә булышлыҡ итә.
Магний дефициты менән гипертония араһында ла бәйләнеш бар. Гипер­то­нияның айырым формаһы була: тоҙға бәйлелек, тип әйтергә мөмкин. Бындай ауы­рыуҙа бер тоҙло ҡыяр ашауҙан да гипертоник криз бу­лыуы ихтимал. Ә магнийға ҡытлыҡ кисергәндә, ауырыу иртәрәк тә башлана һәм ауырыраҡ та үтә.
Организмына магний етмәгән кешеләргә даими арығанлыҡ тойғоһо, йоҡоһоҙлоҡ, төндә тирләтеү, баш әйләнеү, аяҡ ҡорошоу, хәтер насарайыу, иғтибарһыҙлыҡ кеүек билдәләр хас. Балаларҙа иһә аутизм кеүек ҡурҡыныс сир башланыу хәүефе көслө.
Магний тоҙло һыуҙа, айырыуса диңгеҙ һыуында күп. Шунлыҡтан диңгеҙҙә һыу инеүҙең файҙаһы ҙур, сөнки тире аша ул организмға еңел үтеп инә. Шулай уҡ ул хәлүәлә, ҡарбузда, миндалдә күп була.
Әйткәндәй, организмда магний артыҡ күп булһа ла насар. Уның билдәләре – бәүел бүленеп сығыу кәмей, тын алыуҙың йышлығы һирәгәйә, хәрәкәттәрҙә ниндәйҙер яйлылыҡ барлыҡҡа килә. Әлбиттә, магнийға бай аҙыҡ-түлек ашауҙан ғына уның кимәле организмда артып китмәй. Ә бына махсус дарыуҙар эскәндә, һаҡ булырға кәрәк.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Сөйәлдән нисек ҡотолорға?

20.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Сөйәлдән нисек ҡотолорға?


Күҙлекме әллә операциямы?

19.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙлекме әллә операциямы?


Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?