RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Шифалы үлән – йәнгә дауа

29.09.2018 Шифалы үлән – йәнгә дауа

Шифалы үлән – йәнгә дауа
Әбйәлил районының Күсем ауылында йәшәүсе Дилмирә Ҡунаҡҡолова йыл әйләнәһенә үлән сәйе генә эсә

– Мин бала саҡтан аллергия менән йонсоном, – тип һөйләй Дилмирә Хәмит ҡыҙы. – Емеш-еләккә сығыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, бигерәк тә ер еләгенән яфаландым, хатта еҫенән аллергия башлана ине. Тәбиғәттә саҡ ҡына ваҡыт уҙғарһам, тәнем шешенә, тын юлдарым һығылып ауырый торғайным. Ҡырҡ йәштәрҙә күңелем менән урман-тауҙар­ға, йылға-күл буйҙарына тартыла башланым. Беҙ бит тәбиғәт балаһы, тәбиғәттә йөрөү кешене һауыҡтырырға тейеш, ә ауырыуға һабыштырырға түгел. Бер нимәгә ҡарамай, аллергияны еңеп сығыу маҡсатын ҡуйҙым.

Календула, сөйәл үләне менән баштан-аяҡ ҡойоноп, доғалар уҡып, урманға сығып йөрөргә тотондом. Ҡыҙыу холоҡло кеше булараҡ, тәбиғәттә йөрөп килеү мине тынысландыра, күңелемдә гармония тыуҙыра ине. Тәүҙәрәк биш литрлыҡ биҙрә менән еләк йыя алдым, тора-бара биҙрәләр һанын арттырҙым. Унан ин­де күберәк йыйып, башҡалар ыңғайына һатыуға ла сығара башланым. Ғаиләмә етерлек күләмдә ҡайнатма ҡайнатып, туңдырып алам, ә ҡалғанын һатып, аҡса эшләйем. Урман еләген һатыу үҙенә күрә апаруҡ килем сығанағы, елкәң генә бул­һын. Еләк менән дарыу үләндәрен дә ҡушып йый­ҙым. Хәҙер инде егерме йыл самаһы үләндәр менән ныҡлап ҡыҙыҡһынам. Баҡһаң, тәбиғәт мине яратҡан икән, тик мин уны яратмағанмын.
Дилмирә Хәмит ҡыҙы тәбиғәттең асылын аңлау ғына түгел, уның мөғжизәле көсөн алыу өсөн ысыҡта ялан аяҡ йөрөүҙе ғәҙәт итеп ала. Ошо арҡала быуын һыҙлауҙары баҫыла, йәштән тубыҡҡа тиклем өшөп ыҙалатҡан аяҡтары яфаламай. Ҡатын Ер, Ут, Һыу һәм Күктән көс-ҡеүәт алыу тураһында йыш уйлана башлай. Изге урындарҙы барып күрә, хатта Геленджикка барып, ҡөҙрәтле дольмендарҙан йәшәү көсө ала.
– Донъяла бер әйбер ҙә буштан барлыҡҡа килмәгән. Һәр нәмәнең үҙ тәғәйенләнеше бар – бөтә тереклекте бар ҡылыусы Ер, Күк, Һа­уаның ниндәй көс биреүен күптәр аңламай. Тормошта, йәшәйештә негатив артып киттеме, яҡын-тирәләге тауҙарҙың иң бейек нөктәһенә мен дә көс алып ҡайт! Ергә ятып та көс йыйыр­ға мөмкин. Барлыҡ борсолоуың, проблемаң икенсе планға күсә, стресс артҡа сигенә. Ә беҙҙең шишмәләребеҙ – Тереһыу ул! Ғөмү­мән, Һыу Аллаһы Тәғәләнең кешелек донъя­һына биргән иң ҙур хазинаһы. Ярһып киткәндә тиҙ генә сайынып алырға кәрәк, – үҙе бер ваҡытта ла дарыу эсмәгән Дилмирә апайҙың тәбиғәт ярҙамында дауаланыу сер­ҙәре бик күп. Йыл әйләнәһенә сәй урынына дарыу үләндәрен ҡуллана ул.
Иғтибар итһәгеҙ, да­рыу үләндәренән, сәскә һәм емеш-еләктән сәйҙәр һуңғы ваҡытта йылдан-йыл попу­лярлаша. Күптәр магазин сәй­ҙәренән баш тартып, үлән сәйҙәренә күсә. Улар­ҙың төрлөһө була – витаминлы, дауалаусы, тынысландырыусы, көс биреүсе, хуш еҫле һәм башҡа. Дилмирә апай бер миҙгелдә ҡырҡҡа яҡын төр дарыу үләне йыя. Ул һөйләгәнде тыңлағанда, тәбиғәт биргән байлыҡты файҙаланырға өйрәнеү үҙенә күрә белем мәктәбе икән, тип уйлап ҡуяһың. «Элек минең Асия өләсәйем дарыу үләндәрен өй башына йыйып, арыған ваҡыттарында шун­да күмелеп ятыр булған. Әйткәндәй, бик күптәр бо­рон ошо килеш арыу-һыҙланыуҙарынан ҡотолған. Һәр үләнде үҙ ваҡытында, дөрөҫ айҙарҙа йыйырға кәрәк. Ямғырһыҙ, ҡоро көндәрҙә, иртәнге ысыҡ кибеү менән йыя башлау иң яҡшыһы – был мәлдә тәбиғәткә тағы бер тапҡыр яҡынаяһың, донъя ғәменән арынаһың. Шулай уҡ айҙың тулы мәлендә йыйылған үләндәр айырыуса көскә эйә. Һәр үлән-сәскәгә һаҡсыл ҡараш кә­рәк, иң мөһиме, Ерҙән рөхсәт һорарға онотмағыҙ», – ти үләнсе.
Үләндең самаһын белергә кәрәк, күпләп һалырға тырышмағыҙ, тип киҫәтә Дилмирә Ҡунаҡҡолова.

Лилиә ХӘЛИТОВА.
Автор фотоһы.


Һыу
Беҙҙең йәшәү сығанағы булған һыу – оло байлыҡ. Балсыҡ көршәккә ҡойолған һыуҙы тәүлек буйына икешәр сәғәт яҡтыла һәм ҡараңғыла тотҡандан һуң эсергә. Шулай уҡ кискелеккә бер стакандан икенсе стаканға ҡат-ҡат ҡойоп, һыуҙы төнгөлөккә ҡалдырырға. Икенсе көнөнә кислородҡа байыған һыуҙы ас ҡарынға эсеү бик файҙалы була. Ә әсәләр һыуға изге теләктәр ҙә әйтеп ултыртһын һәм иртәнсәк балаһына эсерһен.

Миләш һәм гөлйемеш
Ҡыш организмдың арыған ваҡыттарында миләш һәм гөл­йемеш эликсиры беҙгә оло көс бирә. Бының өсөн емештәрен ваҡлап, 1:1 миҡдарында төнәтергә кәрәк. Хәлһеҙләнгән организм өсөн бына тигән витаминдар. Балалар өсөн дә файҙалы – төнәтмә хәтерҙе яҡшырта.

Кәзә һаҡалы
Кәзә һаҡалы – бик файҙалы үҫемлек. Уны хатта Францияла салат итеп ашайҙар. Үпкә ауырыуҙарынан бына тигән шифа – сәй итеп эсергә кәрәк. Кәзә һаҡалының япраҡтары С витамины буйынса беренсе урында – бер нисәүһе тәүлеккә етерлек күләмде бирә лә ҡуя!

Бәпембә сәскәһе
Бәпембәнең баштарын ғына йыям да банкаға ағас ҡалаҡ менән төйөп тултырам. Һәр сантиметрҙан һуң бер аҙ шәкәр һибергә кәрәк. Ул матдәләр алмашыныуын яйға һала, үт бүленеүен көсәйтә. Был үлән халыҡ медицинаһында онкологик сирҙәрҙе дауалауҙа киң ҡулланыла. Хуш еҫле һуты аш үҙләштереүҙе көйләй һәм организмдағы сереткес бактериялар менән көрәшә.

Кәбән төбө
Кәбән төбөндә ятып ҡалған үләндәр дауа өсөн айырым көскә эйә тип иҫәпләнә. Уларҙы туҡымаға йыйып алырға кәрәк. Мунсала баҫылған күмерҙең ситенә ултыртып төнәтеп, ауыртҡан ереңде төнәтмә менән сайыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Сәс сайҡауға ла бара, бынан һуң улар нығынып, матурайып китә.

Балсыҡ
Аҡ балсыҡ һылап һыҙлаған урындарҙы, бигерәк тә аяҡ-ҡул быуындарын дауаларға мөмкин. Балсыҡтың яҡшымы, түгелме икәнен белеү өсөн былай итегеҙ: алтын балдаҡ эленгән епте өҫтөндә тотоғоҙ. Әгәр ҙә балдаҡ сәғәт йөрөшө буйынса хәрәкәт итә башлаһа, тимәк, ул файҙалы.

Боланут
Болануттың япрағын да, сәскәһен дә йыялар. Тик сәскәһе орлоҡ ебәргән булырға тейеш түгел. Уны иҙергә һәм эмаль һауытта ауырлыҡ менән баҫтырып, бер көн самаһы тоторға кәрәк. Йәғни үләнде әсеткәндән һуң ғына киптерергә. Ошо килеш боланут быҡтырыла һәм биохимик реакция арҡаһында файҙаһы арта. Дөрөҫ эшләгәндә, сәйҙән хуш еҫле бал тәме генә килеп торасаҡ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл