RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әхирәтегеҙҙе тыңлағыҙ, тик үҙегеҙсә һығымта яһағыҙ

28.09.2018 Әхирәтегеҙҙе тыңлағыҙ, тик үҙегеҙсә һығымта яһағыҙ

Әхирәтегеҙҙе тыңлағыҙ, тик үҙегеҙсә һығымта яһағыҙ
Әхирәтем үтә лә ҡыҙыҡ кеше. Нисә йыл аралашһаҡ та, ҡайһы саҡ көйөп китәм. Беҙҙең балаларыбыҙҙың араһы бик аҙ – дүрт кенә ай. Уныҡы – ҡыҙ, минеке – малай. Күбеһенсә һүҙ бала тәрбиәләү, аш-һыу йүнәтеү тураһында, ирҙәргә “зарланыуҙар” бит инде... Икебеҙ ҙә ниҙәр борсоғанын, уйландырғанын, оҡшамағанын һөйләп ултырабыҙ ҙа... Әхирәтем дә, эйе, шулай шул, уф-ф, мин дә шуға көйәм, тип үҙҙәренең ҡытыршылыҡтарын еткерә. Барыбер бер аҙҙан, юююююҡ, һине тыңлайым да, мин бик бәхетле икәнмен, тип эстән ҡыуанып ултырам, ти ҙә, башлай минең ирҙе тикшереп, үҙенеке менән сағыштырырға. Уны тыңлап ултырһам, сәстәрем үрә тора: ирем менән йәшәрлек түгел дә баһа! Алдан иремдең абруйын төшөрөрлөк бер-ике һүҙ әйткәс, әхирәтемде бер ни өндәшә алмай тыңлайым инде. Һәм бына нимә һиҙҙем: ни генә тураһында һөйләһәм дә, ул үҙен барыбер миңә ҡарағанда яҡшыраҡ, һәйбәтерәк, аҡыллыраҡ итеп күрһәтә, аҡыл өйрәтә башлай, кәңәштәр бирә. Хатта контролдә тоторға маташа, йәғни, шулай тип әйткәйнем, эшләнеңме, ти. Кисә балаларыбыҙҙы һөйләйбеҙ: икешәр генә йәш булһа ла, шуҡтар, матурҙар, аҡыллылар, үҙ һүҙлеләр һ.б. Шул мәлдә: “Малайҙар яй үҫешә, һин дә иғтибарлы бул, ана бит, ул Әлфинәнән ҡалыша, минең ҡыҙым шулай итә белә, ә һинең Рөстәм – юҡ”, – ти. Мин дә, һуң уларға ике генә йәш, һәм минең бала дүрт айға кесерәк, борсолаһы бер ни ҙә күрмәйемсе, тигәйнем, әхирәтем китте ҡыҙып: “Әйткәнде бер тыңламайһың, шуға ла бәхетһеҙһең! Ирең грамм да эсмәһен, тый, тинем, тыңламаның. Балаңды ҡара, тип торам – ишетмәйһең. Аҙаҡ үҙең бит миңә илаулап һөйләйәсәкһең ошо уҡ турала! Ана, иремә бер-ике тапҡыр ҡаты ғына әйттем, тыңламағас, әсәһенә еткерҙем, хәҙер араҡыны бөтөнләй тотмай! Баламды төрлө методика аша өйҙә үҙем үҫтерәм, артабан табиптарға алып барып тикшертәм – норма, тип ҡыуандыралар! Һиңә лә бит яҡшылыҡ өсөн әйтәм! Минеңсә эшләһәң, тормошоң күптән балҡып торор ине!”.
Юҡ, уға үпкәләмәйем. Кәңәш тә һорағаным юҡ. Тик төрлө хәлде ҡайһы саҡ эсте бушатыр өсөн генә һөйләй торғайным... Ирем байрамдарҙа, ҡунаҡта эсә, тыйғаным юҡ, сөнки үҙ нормаһын белә. Балам да матур ғына үҫеп килә. Ниңә уны табип-психологтарға алып йөрөргә тейешмендер? Шулай ҙа эсем бошоп ҡуйҙы – ә кәрәкме миңә ошондай әхирәт? Ғөмүмән, тормошта ышаныслы әхирәттәр буламы?
Илһөйәр, 27 йәш.

Әхирәттәр – серҙәштәр темаһы бик сетерекле ул, Илһөйәр. Һис шикһеҙ, эскерһеҙ дуҫлығы менән ғүмер буйы бер-береһенә терәк булған әхирәттәр бар. Утты, һыуҙы, еҙ торбаларҙы көнләшеүсәнһеҙ, үсләшеүһеҙ һәм үсәүһеҙ үтеүе еңел түгел әхирәтһеҙ, тип ебәрә ҡайһы берәүҙәр. Ысынбарлыҡҡа тап киләме һуң был фараз? Йәш, яңғыҙ саҡта, әлбиттә, һәр бер ҡатын-ҡыҙҙың әхирәттәре хатта бер нисәү булып китә. Улар менән күңелле, эс серҙәреңде сисәһең, бергә ваҡыт үткәрәһең бит инде. Ситуация әхирәттәрҙең береһе кейәүгә сығыу менән үҙгәрә төшә, шулаймы? Сөнки яңғыҙ ҡыҙҙар­ҙың үҙ хәстәре, ирле ҡатындың бурыстары башҡа. Әгәр ҙә ике әхирәт бер-бер артлы, һеҙҙең хәлдәге кеүек, кейәүгә сығып, балалар табып, аралашһа, тағы ла ҡыҙығыраҡ. Һиҙәһегеҙме? Һеҙҙең осраҡта, әхирәтегеҙ үҙен һеҙҙән юғарыраҡ, аҡыллыраҡ, тәжрибәлерәк тип белә. Хатта ысынбарлыҡҡа тап килмәһә лә. Уйлап ҡарағыҙ, әгәр һеҙ ҙә тап үҙе кеүек ҡыланһағыҙ, дорфа яуап бирһәгеҙ, нисегерәк булыр ине? Ә һеҙ үпкәләргә уйламайһығыҙ ҙа, хатта ки “ҡыҙыҡ та ул минең әхирәтем” тип йылмаяһығыҙ. Хатығыҙҙан күренеүенсә, ул авторитар кеше, ахыры: ғаиләһендә лә ул нисек теләй – шулай ғына булырға тейеш, һеҙҙең дуҫлығығыҙҙа ла. Авторитар кешеләр менән дуҫлашыуҙың сере: гел генә “эйе, ярай, эһе” тип уларҙың һүҙҙәре менән килешеүҙән ғибәрәт. Тик был хәл оҙаҡҡа барырмы? Һеҙҙе лә уның аҡыл өйрәтеүе ялҡыта башлаған, шулаймы? Был осраҡта ипле һәм әҙәпле генә итеп (ундай кешеләрҙең ҡапыл тоҡаныусан да булыуын иҫтә тотоп) тормошоғоҙ өсөн артыҡ ныҡ борсолмауын үтенегеҙ. Үҙегеҙҙең унан кәңәш һорамауығыҙҙы, ә борсоған ҡайһы бер ситуациялар менән бүлешеүегеҙҙе генә еткерегеҙ. Йәғни, ошо урында һөйләштек тә оноттоҡ, башҡа был турала һүҙ ҡуҙғатып тормайыҡ, тип килешегеҙ. Зинһар, уны ла аңлағыҙ, ул да бит һеҙҙең өсөн борсола, белгәненсә һеҙҙе өйрәтә, тик бөтә кеше өсөн дә бәхет рецебы бер үк – тик уныңса ғына тип яңылыша. Әгәр компромисс таба алмаһағыҙ, әхирәтегеҙҙең үтә активлығы арағыҙҙы һыуытыуы ихтимал.
Ҡатын-ҡыҙ үҙенең һайлап алған ирен, ғүмерлек йәрен, ғәзиз балаларының атаһын, ни тиклем әҙерәк яманлап йәки маҡтап башҡаларға һөйләй – ул шул тиклем тынысыраҡ йәшәйәсәк. Сөнки, кем берәү әйтмешләй, ҡатын менән ир араһынан хатта пуля үтергә тейеш түгел!

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл