RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ағай-апайҙан ҡалған сандалый хәүефле!

27.10.2018 Ағай-апайҙан ҡалған сандалый хәүефле!

Ағай-апайҙан ҡалған сандалый хәүефле!
Ике йәшлек ҡыҙымдың аяғын ортопедҡа күрһәтергә барғайныҡ. Белгес яҫы табанлылыҡ диагнозы ҡуйҙы һәм, ваҡытында килгәнһегеҙ, тип маҡтаны. Дауаланыу буйынса кәңәштәрҙең береһе – башҡа баланан ҡалған аяҡ кейемен кейҙермәҫкә. Ысынлап ярамаймы икән ни?
Сәүиә.
Әбйәлил районы.

Баланың аяҡтарын һәр ваҡыт контролдә тотоу бик мөһим. Саҡ ҡына тайпылыш күрәһегеҙ икән, табипҡа ни тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итһәң, шул тиклем яҡшыраҡ. Ортопедтар, баланы 1 һәм 3 йәштә мотлаҡ табипҡа күрһәтергә кәрәк, тип иҫкәртә.
Ысынлап та, балаға икенсе сабыйҙан ҡалған аяҡ кейемен кейҙермәҫкә ҡушалар. Аяҡ кейеме элекке хужаһының табан аҫты формаһын «иҫләп» ҡалғанға күрә бәләкәстең табаны формалашыуға кире йоғонто яһаясаҡ. Баланың айырыуса 3 – 4 йәштә актив формалашҡан табан формаһының үҙгәреүе иһә артабан уның атлап йөрөшөнә, умыртҡа һөйәге үҫешенә йоғонто яһаясаҡ. Хатта үҙ аяҡ кейеменең табаны (подошва) ныҡ тапал­ған һәм формаһын юғалтҡан, үксәнең (задник) ҡатылығы юғалған икән, уны яңыға алмаштырыу яғын ҡарағыҙ.
Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа ағай-апайҙарыбыҙҙан ҡалған аяҡ кейемен кейеп үҫкәнбеҙ. Тоталь дефицит заманында үҫкән быуын вәкилдәре булған атай-әсәйҙәребеҙ кейемгә һаҡсыл ҡараш талап итә ине. Ә хәҙер заман башҡа, бәләкәстәребеҙ үҙҙәренең матур һәм ныҡлы аҙымдары менән һөйөндөрһөн өсөн иң тәүҙә аяҡтарының һаулығын ҡайғыртығыҙ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл