RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Көрсөк мәлен үткәреп ебәрерлек көс табығыҙ

18.09.2018 Көрсөк мәлен үткәреп ебәрерлек көс табығыҙ

Көрсөк мәлен үткәреп  ебәрерлек көс табығыҙ
Ирем менән 7 йыл бергәбеҙ. Бик яратышып өйләнештек. Хәҙер нимәлер булды, ирем бар ни, юҡ ни... Хатта ул мине бик ныҡ көйҙөрә: һауыт-һабаны йыумаған булһа ла, алдан ҡайтып, балалар менән дәрес әҙерләмәһә, ашарға ла бешермәһә... Һөйләй башлаһа ла, хатта ҡырын ҡараһа ла, ҡыҙам да китәм. Ул да бит өндәшмәй тормай. Юҡтан ғына әрләшәбеҙ. Аҙаҡтан, әлбиттә, кире ярашабыҙ, шулай ҙа күңелдә ниндәйҙер юшҡын ҡалып, үҫкәндән-үҫә килә бит!
Түшәктә лә һыуынып барабыҙ кеүек тойола... Балаларға һиҙҙермәҫкә тырышһаҡ та, бәләкәс улым: “Әсәй, әллә һин атайҙы яратмайһыңмы? Гел генә әрләп тик йөрөйһөң”, – тине. Башыма төрлө уй килә. Нимә булды миңә? Әллә уның да миңә ҡарата мөхәббәте бөткәнме икән?
Ғәлиә, 32 йәш.

Француз яҙыусыһы, реалист Эмиль Золя әйтеүенсә: “Ғаиләнең бәхете бер-береңде аңлауҙа, хөрмәт итеүҙә, бер-береңә ярҙам итеүҙән тора”. Оло, ялҡынлы һөйөүҙән яралған бөтә ғаиләләр ҙә төрлө көрсөк мәлен үтә. Тап һеҙҙең осор, психологияла иң ауыр, 7 йыллыҡ көрсөк (кризис однообразия) тип билдәләнә. Йәғни тап ошо мәлдә ғаиләлә балалар үҫеп, үҙҙәренә ҙур иғтибар талап итә, ата-әсәләр эштән бушамай (йә өй мәшәҡәттәренән). Мәктәп – баҡса – эш –мәшәҡәттәр... Көн дә бер үк режим, бер үк бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт эштәре, бер үк ҡаңғырыш... Ғаиләлә бер ни үҙгәрмәй, тыныслыҡ һәм иләҫлек... Сөнки ете йыл эсендә һәр кемдең үҙ бурыстары билдәләнеп, улар аныҡ үтәлә, бөтә нәмәгә күнегелгән... Тик күңел генә ниҙер талап итә, шулаймы? Ғәлиә, был мәл оҙаҡҡа һуҙылмай, иң мөһиме шуны аңлағыҙ. Әлбиттә, ирегеҙ ҙә ошолай уҡ хистәр тулҡынында ҡайнай, тик белдермәйҙер. Асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ, үҙегеҙҙе ни борсой – асып һалығыҙ. Һис шикһеҙ, ул һеҙҙе аңлаясаҡ. Инициатива күрһәтегеҙ – ирегеҙгә романтик кис бүләк итегеҙ. Телдең бит беҙгә әрләшеү өсөн түгел, ә бер-беребеҙгә үҙебеҙҙең йөрәк түрендәге кисерештәрҙе еткерер өсөн, бер-беребеҙҙе аңлау, яратыу, һоҡланыу һәм һағыныу һүҙҙәрен еткереү өсөн бирелгәнен онотмайыҡ, йәме, Ғәлиә.

Әлмира ИСХАҠОВА,








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Сөйәлдән нисек ҡотолорға?

20.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Сөйәлдән нисек ҡотолорға?


Күҙлекме әллә операциямы?

19.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙлекме әллә операциямы?


Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?