RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Алтынға тиң торма

19.09.2018 Алтынға тиң торма

Алтынға тиң торма
Боронғо гректар торманы (редька) алтын урынына күргән. Байрам көндәрендә улар Аполлондың тәхетенә өс төп йәшелсә менән кәрзин килтергән. Кишер әһәмиәте буйынса өсөнсө урында килгән, шунлыҡтан ул – “ҡурғаш”, ә сөгөлдөр “көмөш” титулына лайыҡ булған. Торманы иһә, беренсе урынға ҡуйып, алтынға тиңләгәндәр.

Алтынға бәрәбәр был йәшелсә шәкәргә, күҙәнәктәргә, майҙарға, ферменттарға, углеводтарға, аҡ­һымдарға һәм витаминдарға бай. Әммә уның төп ҡиммәте – минераль тоҙҙарында. 100 г аҡ тормала 0,6 мг тимер, 13 мг фосфор, 22 мг магний, 35 мг кальций һәм 357 мг калий бар. Ҡара тормала калий тағы ла күберәк – 1119 мг! Башҡа бер йәшелсә-емештә лә ул тиклем калий юҡтыр.
Витаминдар әллә ни күп түгел, әммә улар ҡышҡыһын да яҡшы һаҡланыуы менән әһәмиәтле. Эфир майҙары һәм гликозидтар тормаға әсе тәм һәм хуш еҫ бирә. Өҫтәүенә, улар микробтарға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә.
Халыҡ медицинаһында иң беренсе сиратта торманың һутын ҡулланалар. Ул һалҡын тейеүҙән, тын юлдары елһенеүҙән, бронхиттан, үпкә ауырыуҙарынан ярҙам итә.
Һутын алыу өсөн ҙур ғына йәшелсәнең урта өлөшөн соҡоп алалар һәм шуны бал, шәкәр менән тултыралар. Өҫтөн ҡырҡып алынған өлөшө менән ябып, йылы урынға ҡуйғанда, бер нисә сәғәттән һуң шифалы һуты бүленә башлай. Уны көнөнә 5 тапҡыр ҡалаҡлап эскәндә, көслө оҙайлы йүтәлдән файҙаһы ҙур.
Бал ҡушып буталған торма һуты үт ҡыуығында һәм бөйөрҙәге таштан, шешенеүҙән, бауыр ауырыу­ҙарынан, атеросклероздан да ярҙам итә.
Торма – аҡ ҡанлылыҡтан яҡшы сара. Бының өсөн бер үк күләмдә торма, кишер һәм сөгөлдөр һутын ҡара шешәгә ҡойоп, тышын ҡамыр менән уратырға һәм өс сәғәткә 40 – 45 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ҡуйырға. Әҙер булғас, төнәтмәне ҡараңғы урында һаҡлар­ға. Ике-өс ай дауамында көнөнә 3 – 5 тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә.
Һутын һәм ҡырғыстан үткәрелгән торманы ревматизмдан быуындар һыҙлауын дауалау өсөн дә ҡулланалар. Бының өсөн 1,5 стакан һутҡа бер стакан бал, 0,5 стакан араҡы, бер ҡалаҡ тоҙ ҡушырға һәм яҡшы итеп болғатыр­ға. Һуңынан уның менән ыуынырға, ауыртҡан урынға һөртөргә була.
Ҡырғыстан үткәрелгән торманы горчичник урынына ла ҡулланырға мөмкин: марлянан тегелгән тоҡсай­ға һалып, ауыртҡан урынға ябаһың.
Бронхиттан – күкрәк ситлеген, радикулиттан бил тапҡырын һуты менән ыуырға ярай.
Күҙәнәктәргә бай булыу сәбәпле, торма эс ҡатыуҙан да яҡшы ярҙам итә. Әммә артыҡ ныҡ мауығырға ярамай, көнөнә 50 г ашау ҙа етә.
Торманың файҙаһы күп булыу менән бер рәттән, ул ашҡаҙан-эсәк трактын, бөйөрҙө ялҡынһытыуы ла ихтимал. Шунлыҡтан гастрит, ашҡаҙан, бөйән сей яраһы, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәре менән яфаланыусылар­ға уны ҡулланырға ҡушылмай.
Салат йәки башҡа ризыҡ әҙерләгәндә әселеген кәметеү өсөн, ғәҙәттә, ҡырғыстан үткәрелгән кишер өҫтәйҙәр.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл