RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

17.08.2018 Атлау көсө

Атлау көсө
Тол ҡалғас, төшөнкөлөккә бирелдем. Балалар үҫеп таралышҡайны, яңғыҙлыҡ үҙәккә үтте, ҡулға эш барманы. Ҡайғы артынса сирҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәне. Хәлһеҙлек, йоҡоһоҙлоҡ йонсотто, аяҡтар ҡалтырап, баш әйләнеп ыҙаландым. Укол алған булам да, уныһының файҙаһы оҙаҡҡа етмәй. Бер көн оло йәштәге уҡытыусыларҙың кис һайын саңғы таяҡтары тотоп атлап йөрөүенә иғтибар иттем. Ҡыҙығып, күрше ҡатындарға, әйҙә, беҙ ҙә шулай йөрөйөк, тигәйнем, риза булдылар. Өсәүләп шулай көн һайын йөрөргә сыға башланыҡ. Таяҡһыҙ ғына булһа ла. Бер-ике аҙнанан ике күрше лә йөрөүҙе ташланы: береһе мәшәҡәттәр­ҙең күплегенә зарланды, икенсеһе, барыбер файҙаһы юҡ, тине. Ә мин, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, кис һайын йөрөнөм дә йөрөнөм. Шәп-шәп атлап сығып китәм дә, яй атлауға күсәм, шунан тағы шәбәйгән булам. Файҙаһы бер ай тигәндә беленде: йоҡом рәтләнде, аяҡтарым нығынды, баш ауыртыуы күпкә кәмене, кәйефем күтәрелде. Бынан тыш, хәҙер иртән торғас та ике сынаяҡ һыу эсәм. Бының да файҙаһы бар. Һаулыҡты өлкәнәйгәс тә нығытып була, үҙеңә тотоноу ғына көс икән.
Мәүлиә Р.
Әбйәлил районы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Сөйәлдән нисек ҡотолорға?

20.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Сөйәлдән нисек ҡотолорға?


Күҙлекме әллә операциямы?

19.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙлекме әллә операциямы?


Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?